Эстәлеккә күсергә

Бикҡол (Миәкә районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Биҡҡол (Миәкә районы) битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Биҡҡол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Миәкә районы

Координаталар

53°44′32″ с. ш. 54°53′21″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 244 805 007

ОКТМО коды

80 644 405 106

ГКГН номеры

0523321

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Биҡҡол (Рәсәй)
Биҡҡол
Биҡҡол
Бикҡол (Миәкә районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Биҡҡол

Биҡҡол (рус. Биккулово) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 200 кеше[1]. Почта индексы — 452086, ОКАТО коды — 80244805001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 200 102 98 51,0 49,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бикҡол ауылы Илекәй-Мең улусына ҡарай. Уның нигеҙ һалыныу ваҡыты тураһында сығанаҡта былай тиелгән: "Ерҙе Генераль ыҙанлауҙан һуң яңынан булдырылған", йәғни 1804 - 1815 йылдар араһында. Тәүге тапҡыр ул 1816 йылда теркәлгән, унда 55 ир-ат булған. 1834 йылда - 163, 1850 йылда - 230, 1859 йылда 272 башҡорт иҫәпкә алынған. 1870 йылда - 286, 1920 йылда 576 башҡорт була. Бикҡол, Яңы Көнҡаҫ ауылдарында йәшәүселәрҙең бер өлөшө 1846 йылда "Илсеғол буйындағы аҫаба ергә күсенергә рөхсәт алып, ауылын Бикҡол тип йөрөтәләр". Ревизия материалдарында тәүге төпләнеүсенең улдарының һәм ейәндәренең исемдәре һынландырыла: 1786-1820 йылдарҙа Әйүп Бикҡолов йәшәгән. Уның улы - 1834 йылда 26 йәшлек була. Йомағужа (уның улдары - 9 йәшлек Иштәүләт һәм 2 йәшлек Ғәлимөхәмәт). Тәүге төпләнеүсенең икенсе улы 1816 йылда 42 йәшлек икәнлеге билдәле.[2]

• Йылға аръяғы урамы рус. Заречная (улица)
• Йәштәр урамы рус.  Молодежная(улица)
• Үҙәк урамы рус. Центральная (улица)
• Шишмә урамы рус. Родниковая (улица)
• Мәктәп урамы рус. Школьная(улица)[3]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

• Әхмәтшина Фәниә Ниғмәтйән ҡыҙы (11.03.1945)- Башҡортостандың атҡаҙанған экономисы.[4]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.432
  3. https://www.gosspravka.ru/02/038/000070.html «Налог Белешмәһе» системаһында Бикҡол ауылы
  4. Х.Х.Мусин,Р.М.Вәлиәхмәтов. «Миәкә районы-Аҡмулла төйәге». — Өфө: «Скиф», 2006 й. — С. 351-се б..