Вәлиев Иршат Ғәли улы
Вәлиев Иршат Ғәли улы | |
Тыуған көнө | 1 август 1928 (96 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Миәкә районы, СССР |
Вафат булған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
Вәлиев Иршат Ғәли улы (1 август 1928 йыл — 12 октябрь 1997 йыл) — башҡорт театр актёры. Башҡорт АССР‑ының халыҡ артисы (1984). 1955 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иршат Ғәли улы Вәлиев 1928 йылдың 1 авгусында Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы) Ҡырғыҙ‑Миәкә ауылында тыуған.
1951 йылда Башҡорт театр-художество училищеһын тамамлағандан һуң (Х. Бохарский, Ғ. С. Саттаров курсы), Салауат башҡорт драма театры, 1977—1988 йылдарҙа Башҡорт академия драма театры актёры.
1997 йылдың 12 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була. Салауат ҡалаһында ерләнгән.
Ижади эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәлиев Иршат Ғәли улы үҙенең ижадында персонаждарҙың идея асылын тулыһынса кәүҙәләндерергә ынтылған үҙенсәлекле актёр. Салауат башҡорт драма театрында иҫтә ҡалырлыҡ Тимербулат («Ул ҡайтты», Ә. Ҡ. Атнабаев), Исламғәли («Әсәләр көтәләр улдарын», Ә. М. Мирзаһитов), Андерсон («Иблес шәкерте», Б. Шоу) образдарын ижад итә. Башҡорт драма театрындағы төп ролдәре: Назар Вьюгин («Ун өсөнсө председатель», А. Х. Абдуллин), Насип («Яҙмыштарҙан уҙмыш бар!..», М. Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесы буйынса Р. В. Исрафилов инсценировкаһы), Сарафанов («Өлкән улым», А. В. Вампилов).
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлиев Иршат Ғәли улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.