29 ғинуар
Перейти к навигации
Перейти к поиску
29 ғинуар | |
![]() |
29 ғинуар — григориан стиле буйынса йылдың 29-сы көнө. Йыл аҙағына тиклем 336 көн ҡала (кәбисә йылында 337).
← ғинуар → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсми булмаған
: Автомобиль уйлап сығарылған көн.
Рәсәй: Нимәнелер беренсе асыусы сәйәхәтсе-тикшеренеүселәр көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1616: Көньяҡ Американың иң көньяҡ нөктәһе — Горн мороно асыла.
- 1804: Харьков милли университеты асыла.
- 1866: Германияла бензин двигателле автомобилгә тәүге патент алына.
- 1923: Башҡорт йәштәре гәзите «Йәш юксыл» (хәҙер «Йәшлек») сыға башлай.
- 1999: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Краснодар крайы Хакимиәте араһында Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлә.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Руденко Сергей Иванович (1885—16.07.1969), этнограф, антрополог, археолог, географ һәм гидролог. Башҡорттарҙың этнографияһы һәм антропологияһы, хужалығы һәм ырыу-ҡәбилә ҡоролошо тураһындағы хеҙмәттәр авторы. 1942—1967 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Археология институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта Этнография һәм антропология институтының бүлек мөдире. География магистры (1917), техник фәндәр докторы (1945), профессор (1919). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1954).
- Йәнәкәев Хәсән Кәрим улы (1910—17.12.1984), ғалим-селекционер. 1945—1984 йылдарҙа Ҡара тупраҡлы булмаған зона баҡсасылығы ғилми-тикшеренеү институтында (Мәскәү): өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1957 йылдан — директор урынбаҫары, 1961 йылдан — бүлек мөдире, 1968—1984 йылдарҙа — лаборатория мөдире. Биология фәндәре докторы (1958), профессор (1960). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982). Сталин премияһы лауреаты (1952). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылынан.
- Махов Александр Феофанович (1930—28.10.2004), инженер технолог, хужалыҡ эшмәкәре. 1953 йылдан Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының етәксе хеҙмәткәре, шул иҫәптән: 1969—1984 һәм 1987—1996 йылдарҙа баш инженер, 1984—1987 йылдарҙа директор. Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1971) һәм атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1977), СССР-ҙың нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте отличнигы (1980) һәм почётлы нефтсеһе (1989). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). Октябрь Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1986) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй районы Владимировский ауылынан (1960-сы йылдарҙа бөткән).
- Буканова Роза Ғафар ҡыҙы (1950), ғалим-тарихсы, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1998), профессор (1999). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2000). Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге премия лауреаты (2010).
- Сергеева Лидия Ивановна (1955), ветеран-педагог, 1990 йылдан Күмертау педагогия колледжының бүлек мөдире. Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы отличнигы.
- Әхмәр Үтәбай (1960), журналист, шағир, прозаик. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2007), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Салауатова Хәсбиямал Сабит ҡыҙы (1921—27.02.1991), мәғариф алдынғыһы. 1939 йылдан Бөрйән районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1952—1976 йылдарҙа Байназар урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967).
- Бойко Виталий Иванович (1936), ғалим-гигиенист. 1965—1984 йылдарҙа Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1983 йылдан директор урынбаҫары. Медицина фәндәре докторы (1980), профессор (1986). СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1982). Сығышы менән Одесса өлкәһенең «Белая Криница» совхозы ҡасабаһынан.
- Павлов Борис Николаевич (1936—14.05.2020), Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад иткән СССР һәм Рәсәй яҙыусыһы, эколог. 1972 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1992).
- Аҡсурин Афарим Садиҡ улы (1946), артист. Өфө «Нур» татар дәүләт театры хормейстеры. Башҡортостан һәм Татарстан Республикаларының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Кузнецов Василий Григорьевич (1892—26.02.1963), ғалим-табип, суд‑медицина эксперты, педагог. Медицина фәндәре докторы (1941), профессор (1941). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1940), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
- Ҡанбәкова Римма Вәли ҡыҙы (1947), ғалим-педагог‑методист. Педагогия фәндәре докторы (2003), профессор (2010). Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы (1993) һәм почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмеҙмәткәре (2002).
- Салауат Әбүзәр (1967), шағир, драматург һәм журналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2017) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2018).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сурин Фазылйән Айса улы (1943), Хәйбулла районы педагогы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Исмәғилев Рәйес Абдрахман улы (1953), мәҙәниәт эшмәкәре. 2011 йылдан Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995), Рәсәй Федерацияһының почётлы кинематографсыһы (2000) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004), Рәсәйҙең журналистар (1999) һәм кинематографсылар (2000) союздары ағзаһы.
- Камиуллин Владимир Касимович (1958), ауыл хужалығы эшмәкәре, 1991 йылдан Яңауыл районының «Восток» хужалығы рәйесе. Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының (2016) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Сығышы менән шул райондың Будья Вәрәш ауылынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Спатар Иван Парфёнович (1919—29.12.1985), хужалыҡ эшмәкәре. 1962—1982 йылдарҙа Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе начальнигы. Башҡорт АССР-ының 6—10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. СССР‑ҙың почётлы тимер юлсыһы (1980). Ике Ленин (1966, 1976), Октябрь Революцияһы (1971) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) ордендары кавалеры. Сығышы менән Подольск губернаһының (хәҙерге Украинаның Одесса өлкәһе Кодыма районы) Загнитков ауылынан.
- Чугаев Александр Георгиевич (1924—1990), композитор, музыка белгесе, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» повесы буйынса шул уҡ исемдәге башҡорт балеты авторы (1965, Халиҡ Заимов менән берлектә). Сығышы менән хәҙерге Краснодар крайының Ейск ҡалаһынан.
- Шарапова Лиана Ишмөхәмәт ҡыҙы (1969), «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2015). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Илсе ауылынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1860: Антон Павлович Чехов, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, драматург, донъя әҙәбиәтенең дөйөм танылған классигы, белеме буйынса табип.
- 1860: Аркадий Рылов, Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1935).
- 1895: Георгий Нерода, СССР скульпторы, РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы (1967).
- 1925: Владимир Зуев, СССР-ҙың ғалим-физигы, академик, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1985).
- 1970: Дмитрий Маликов, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, композитор һәм актёр, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2010).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]