7 апрель
Перейти к навигации
Перейти к поиску
7 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 97-се (кәбисә йылында 98-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 268 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй: Рунеттың тыуған көнө.
Әрмәнстан: Әсәлек һәм матурлыҡ көнө.
Мозамбик: Ҡатын-ҡыҙ көнө.
Рәсәй: Һыу аҫты кәмәләрендә хәрби бурыс үтәгәндә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зайцев Гавриил Фёдорович (1905—8.06.1975), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр. СССР-ҙың Хәрби-Диңгеҙ флоты вице-адмиралы. Ике Ленин, өс Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
- Борман Владимир Алексеевич (1940—12.01.1986), СССР спортсыһы, тренер. 1967—1986 йылдарҙа «Хеҙмәт резервтары» ирекле спорт йәмғиәтенең Башҡортостан өлкә советы тренеры, өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 1964 йылдан Башҡорт АССР-ы һәм 1971 йылдан РСФСР, 1976 йылдан СССР йыйылма командалары тренеры. Йәйге Олимпия уйындарында көрәшселәр ярыштары судьяһы (1980). Грек-рим көрәше буйынса СССР-ҙың (1984) һәм РСФСР-ҙың (1977) атҡаҙанған тренеры, СССР-ҙың спорт мастеры (1962), бөтә Союз категориялы судья (1985).
- Подгорный Адольф Павлович (1940—5.01.2005), СССР спортсыһы, парашют спорты буйынса тренер. 1962—1970 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы йыйылма командаһының, 1983 йылдан — ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитетының өлкән тренеры, 1986 йылдан — Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең авиация-техник спорт клубы начальнигы. Парашют спорты буйынса СССР-ҙың спорт мастеры (1961) һәм бөтә Союз категориялы судья (1991). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1993). Билдәләнгән урынға аныҡ төшөү буйынса парашют менән һикереүҙә ете тапҡыр донъя рекордсыһы (1960—1965). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Лагойда Виктор Гаврилович (1950–28.12.2014), педагог, тренер. 1978 йылдан Башҡорт дәүләт педагогия институты, 1981 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты, 2001 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм 2005—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (2000), профессор (2002). СССР-ҙың спорт мастеры (1977), хәҙерге бишбәйге буйынса халыҡ-ара (2001) һәм бөтә Союз (1991) категориялы судья. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1993). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы Объект ауылынан.
- Солтанов Рифҡәт Мөхәтйәр улы (1955), ғалим-химик. 1981 йылдан СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Химия институты хеҙмәткәре һәм өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1992 йылдан — хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһының Нефть химияһы һәм катализ институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, 1996 йылдан лаборатория мөдире. Химия фәндәре докторы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Балтас районы Иҫке Янбай ауылынан.
- Журавлёва Светлана Евгеньевна (1960), спортсы. 1984—1991 йылдарҙа СССР-ҙың парашют спорты буйынса йыйылма командаһы ағзаһы. Биология фәндәре кандидаты (1999). Парашют спорты буйынса СССР ҙың халыҡ ара класлы спорт мастеры (1989). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1997).
- Латипова Ләлә Ришат ҡыҙы (1975), журналист. 2000 йылдан «Туймазинский вестник» гәзите хеҙмәткәре. 2006 йылдан Журналистар союзы ағзаһы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2011). Сығышы менән Туймазы ҡалаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ишбулатов Рәхим Усман улы (1911—18.06.1967), рәссам, 1939 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1961).
- Арҙаширова Өммөгөлсөм Тәлғәт ҡыҙы (1951), ғалим-сәнғәт белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы (1994), профессор (1995). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2010), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2005).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Стреляева Лидия Николаевна (1902—29.06.1987), СССР селекционеры, Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының элекке өлкән ғилми хеҙмәткәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған агрономы (1982), СССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1951).
- Лисовский Николай Николаевич (1932—17.09.2009), СССР һәм Рәсәй геолог-нефтсеһе, «Башнефть» берекмәһенең 1973-1980 йылдарҙағы баш геологы, Башҡортостандың бер нисә нефть ятҡылығын асыусы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, СССР Нефть сәнәғәте министрлығының почётлы нефтсеһе һәм премия лауреаты, Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм Төмән өлкәһенең почётлы нефтсеһе.
- Белан Лариса Николаевна (1967), Башҡортостандың ғалим-географы, геоморфолог. География фәндәре кандидаты (1997), геология-минералогия фәндәре докторы (2008).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡарамышев Әмир Батыргәрәй улы (1893—7.08.1918), Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы.
- Бакиров Урал Насир улы (1933), партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1994—2005 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты ярҙамсыһы. Философия фәндәре кандидаты. Башҡорт АССР-ының 8—11-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендары кавалеры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Булашев Зиннәтулла Ғиззәт улы (1894—11.07.1938), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1930—1937 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе. Сәйәси золом ҡорбаны. Ленин ордены кавалеры (1935).
- Өмөтбаев Рамаҙан Ғимран улы (1924—24.08.1997), СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, ғалим-иҡтисады, яҙыусы. 1967—1975 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары. БАССР-ҙың 4—9‑сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Иҡтисад фәндәре кандидаты (1967). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1958). Ленин (1957), II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1974) ордендары кавалеры. Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһының беренсе лауреаты (1993). Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһының почётлы гражданы.
- Черняков Иосиф Михайлович (1929), инженер-төҙөүсе. 1954—2000 йылдарҙа Өфөләге 3-сө төҙөлөш тресының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1973 йылдан 2-се төҙөлөш идаралығы начальнигы. Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР‑ының (1979) атҡаҙанған төҙөүсеһе. СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1982). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһынан.
- Шаяпова Дария Махмутовна (1939—1999), хеҙмәт ветераны. 1958—1989 йылдарҙа Өфө полиграфия комбинатының хәреф йыйыусыһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
- Шәйхетдинов Рәжәп Юныс улы (1949), баянсы, педагог, юғары мәктәп эшмәкәре. 1991—1994 һәм 2000—2011 йылдарҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының ижади эштәр һәм халыҡ‑ара бәйләнештәр буйынса проректоры. Сәнғәт ғилеме кандидаты (2012), профессор (1990). РСФСР‑ҙың (1985) һәм Башҡорт АССР‑ының (1976) атҡаҙанған артисы. Музыка вуздары студенттары араһында Бөтә Рәсәй халыҡ музыка ҡоралдарында уйнаусылар конкурсы (Новосибирск, 1969), «Фогтланд музыка көндәре» («Фогтландские дни музыки») халыҡ‑ара баянсылар һәм аккордеонсылар конкурсы (Клингенталь, ГДР, 1972) лауреаты.
- Бакалов Андрей Борисович (1969), спортсы. Велосипедта уҙышыу буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1994). Рәсәй чемпионы (1991—1994). РСФСР-ҙың (1991) һәм Рәсәйҙең (1992—1994) йыйылма командалары ағзаһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Дурнева Марина Вячеславовна (1969), спортсы. Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1994). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). Азия, Рәсәй, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе универсиадаһы чемпионы (бөтәһе лә — 1994), Рәсәй кубогын яулаусы (1998), Европа чемпионатының көмөш призёры (1994). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1994–97). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1730: Губерт Паскаль Амельон (1730), Франция ғалимы, тарихсы.
- 1730: Уильям Вордсворт, Бөйөк Британия шағиры.
- 1880: Александр Богомазов, Рәсәй империяһы һәм СССР рәссамы.
- 1880: Винцас Мицкявичюс-Капсукас, халыҡ-ара коммунистик хәрәкәт һәм СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре.
- 1890: Виктория Окампо, Аргентина яҙыусыһы.
- 1900: Елена Гоголева, театр һәм кино актёры, нәфис һүҙ оҫтаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1949), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974).
- 1915: Билли Холидэй, АҠШ-тың джаз йырсыһы.
- 1920: Рави Шанкар, Һиндостан музыканты, композитор.
- 1945: Зөфәр Бохараев (1945), СССР-ҙың партия]], Рәсәйҙең дәүләт эшмәкәре, Татар АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983).
- 1949: Валентина Матвиенко, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы рәйесе.
- 1970: Марианна Максимовская, СССР һәм Рәсәйҙең телетапшырыуҙар алып барыусыһы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]