Ибраһимов Ғәйнислам Дәүләтбай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Отсутствует элемент Викиданных

Ибраһимов Ғәйнислам Дәүләтбай улы (1968) — тəржемəсе, тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (2001). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2005). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — «Урал батыр», «Аҡбуҙат» һәм башҡа эпик әҫәрҙәрҙе төрөк теленә тәржемә иткәне өсөн (2003).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ибраһимов Ғәйнислам Дәүләтбай улы 1968 йылдың 7 апрелендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында тыуған. Уның атаһы билдәле тыуған яҡты өйрәнеүсе, тарихсы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Дәүләтбай Ибраһимов (мәктәп музейы уның исемен йөрөтә№, әсәһе Разия Мәүлетова уҡытыу дәүерендә Баймаҡ районының иң көслө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының береһе була[1]. 1994 йылда Башҡорт дәүләт университетын, 1996 йылда Төркиəлә Анкара университетын тамамлаған. 2000 йылдан алып Башҡорт дәүләт университетында эшлəй. 2008 йылдан башлап Көнсығышты өйрəнеү кафедраһы мөдире.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәйнислам Ибраһимов етәкләгән Көнсығышты өйрəнеү кафедраһы, ғилми һәм уҡыу эшмәкәрлегенең киңәйеүе менән бәйле, аҙаҡ Көнсығыш илдәрен өйрәнеү фәне (шәрҡиәт) кафедраһы итеп үҙгәртелә.

Төрөк теле йәмғиәте 1997 йылда «Төрки халыҡтарҙың эпостары» проекты буйынса төрки халыҡтарҙың эпостарын төрөк теленә тәржемә итеп сығара башлай. Ниәт буйынса унда 100 том сығарыу күҙаллана. Профессор, Са­лауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы менән филология фәндәре кандидаты Ғәйнислам Дәүләтбай улы Ибраһимов башҡорт халыҡ эпостарын барлап, проект өсөн "иң-иң"дәрен һайлап алыу эшенә тотона. Ниһайәт, «Баш­ҡорт эпостары» дүрт томда (барлығы 80 эпос) донъя күрә һәм барлыҡ төрки донъяға тарала. Проект етәкселәре әйтеүенсә, ошо 100 том араһында һан һәм кү­ләм буйынса башҡорт эпостары тәүге урынды биләй. Ә йөкмәткеһе, боронғолоғо тураһында айырым билдәләп, баш­ҡорттарҙың бай тарихлы, бик боронғо халыҡ икәненә инаналар. Был үҙе үк беҙҙең халҡыбыҙ ижадында, әҙәбиәтебеҙ нигеҙендә ниндәй аҫыл мираҫ ятҡанын күрһәтә.

Ибраһимов Ғәйнислам Дәүләтбай улы «Урал батыр» (1996), «Аҡбуҙат», «Ҡуҙыйкүрпəс менəн Маянһылыу» («Башҡорт халыҡ дастандары», 2000), Салауат Юлаев (2004), Аҡмулла (2007) һәм башҡаларҙың шиғырҙарын; башҡорт фольклоры һəм башҡорт əҙəбиəте əҫəрҙəрен («Төрки əҙəбиəте антологияһы. Башҡорт əҙəбиəте», 29—30 т., 2004—2005, бөтəһе лə — Анҡара) төрөк теленə тəржемə иткəн. Фəнни эшмəкəрлеге төрки телдəрҙең сағыштырма грамматикаһына, төрки халыҡтарҙың фольклорына арналған. 150‑нəн ашыу фəнни хеҙмəт авторы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2003).

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт телендə исем ҡылымдар. Өфө, 2002; Baskurt Turkҫesi Grameri. Ankara, 1996.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]