31 июль
Перейти к навигации
Перейти к поиску
31 июль | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
![]() |
31 июль — григориан стиле буйынса йылдың 212-се (кәбисә йылында 213-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 153 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2022 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсми булмаған
Ер: Ғәҙәти булмаған музыкаль инструменттар көнө.
- Декор көнө.
- Африка: Африка ҡатын-ҡыҙҙары көнө.
Гавайҙар: Флаг көнө.
Доминика Республикаһы: Атай көнө.
Конго Республикаһы: Революция башланған көн.
Рәсми булмаған
АҠШ: Бейеү көнө.
- Ҡурай еләге бәлеше көнө.
БМО: Бөтә донъя рейнджерҙар (Рәсәйҙә — ҡурсаулыҡтар, милли парктар һәм заказниктарҙың дәүләт инспекторҙары) көнө.
Рәсәй: Хәрби-Диңгеҙ флотының хәрби табибтары көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1656: Рәсәй империяһыың тәүге экспедицияһы Байкал күленә юллана.
- 1748: Преображенский баҡыр иретеү заводы янында Йылайыр ауылына нигеҙ һалына.
- 1946: Белорет районы Үҙәнбаш ауылына нигеҙ һалына.
- 1956: Мәскәүҙә «Лужники» спорт комплексы асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сегал Наум Михайлович (1941), Өфөләге Фәрит Камаев исемендәге 2-се балалар сәнғәт мәктәбенең хор уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Суркова Валентина Константиновна (1941), ғалим-офтальмотравматолог. 1968—1973 йылдарҙа һәм 1976 йылдан Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшереү институты хеҙмәткәрке, 1977 йылдан — ғилми секретарь, 1986 йылдан — директорҙың фәнни эштәр буйынса урынбаҫары, 2006 йылдан күҙ мөгөҙсәһе һәм күҙ яҫмығы хирургияһы бүлегенең төп ғилми хеҙмәткәре. Медицина фәндәре докторы (1998), профессор (2013). Рәсәй Федерацияһының (1998) һәм Башҡорт АССР-ының (1988) атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1979). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шишмә районы Шишмә ҡасабаһынан.
- Ҡаҙаҡбаев Филүз Хәсән улы (1971), бейеүсе, балетмейстер, мәҙәниәт эшмәкәре. 2013 йылдан — Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, 2014—2018 йылдарҙа — директоры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхмәтйәнова Хәлиҙә Ғәлиәхмәт ҡыҙы (1942), хеҙмәт ветераны. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Учалы ҡалаһы һәм Учалы районының почётлы гражданы (1997). Сығышы менән Учалы районының Илсе ауылынан.
- Сәғитов Тәлғәт Ниғмәтулла улы (1942), журналист, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1986—1987 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының, 1997—2001 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғарипов Талмас Мәғсүм улы (1928—19.05.2022), тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы, спортсы. 1980 йылдан хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2010 йылдың авгусына тиклем дөйөм тел белеме кафедраһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), филология фәндәре докторы (1974), профессор (1979). Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1983) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003), СССР-ҙың юғары белем биреү отличнигы (1979). Бадминтон буйынса БАССР-ҙың тәүге чемпионы. (1966); 1965—1981 йылдарҙа БАССР‑ҙың бадминтон буйынса йыйылма командаһы тренеры.
- Хисмәтуллин Марат Мәғәфүр улы (1938—21.02.2018), опера йырсыһы (баритон), режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Иглин районының Яңы Ҡобау ауылынан.
- Йыһангирова Диана Рафиҡ ҡыҙы (1983), спортсы, хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты (2006). Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1800: Фридрих Вёлер, Германия химигы, табип, органик химияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе.
- 1885: Башкиров Алексей Степанович, СССР ғалимы, антик тарих белгесе, археолог.
- 1910: Сергей Каштелян, СССР-ҙың оригиналь жанр артисы, режиссёр һәм педагог, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1985).
- 1914: Луи де Фюнес, Франция киноактёры, кинорежиссер, сценарист, донъя киноһының бөйөк комиктарының береһе.
- 1915: Герберт Аптекер, АҠШ-тың тарихсы-марксисы, сәйәси публицист.
- 1930: Юрий Белов, СССР киноактёры.
- 1930: Олег Попов, СССР һәм Рәсәйҙең цирк артисы, клоун, СССР-ҙың халыҡ артисы (1969).
- 1937: Эдита Пьеха, йырсы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1988).
- 1945: Ян Табачник, СССР һәм Украинаның эстрада композиторы, виртуоз аккордеонсы, Украинаның халыҡ артисы (1994).
- 1945: Леонид Якубович, СССР һәм Рәсәй актёры, телетапшырыуҙар алып барыусы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2002).
- 1950: Лэйн Дэви, АҠШ актёры, режиссёр.
- 1965: Джоан Кэтлин Роулинг, Англия яҙыусыһы, Гарри Поттер тураһындағы китаптар авторы.
- 1986: Евгений Малкин, хоккейсы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]