21 февраль
Перейти к навигации
Перейти к поиску
21 февраль | |
![]() |
21 февраль — григориан стиле буйынса йылдың 52-се көнө. Йыл аҙағына тиклем 313 көн ҡала (кәбисә йылында 314).
← февраль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
ЮНЕСКО: Халыҡ-ара туған тел көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1784: Екатерина II күрһәтмәһе буйынса Ҡырымдағы порт һәм ҡәлғә Севастополь исемен ала.
- 1804: Пар көсө менән йөрөгән тимер юл локомотивы — паровозды — һынау уңышлы үтә.
- 1811: Гемфри Дэви үҙе асҡан газ — хлорҙың үҙенсәлектәрен иғлан итә.
- 1848: Карл Маркс менән Фридрих Энгельс «Коммунистар партияһы манифесы»н нәшер итә.
- 1872: Император Александр II Мәскәүҙә Дәүләт тарих музейы булдырыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуя.
- 1885: Вашингтонда Джордж Вашингтонға һәйкәл асыла.
- 1918: Халыҡ Комиссарҙары Советы «Социалистик Ватанға ҡурҡыныс янай!» тигән декрет-саҡырыу ҡабул итә.
- 1919: 1-се Бөтә Башҡорт хәрби съезы була, ул Башҡорт Хөкүмәте һәм ғәскәренең РСФСР яғына күсеүен раҫлай.
- 1919: Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының төп дәүләт органы Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты (Башревком) ойошторола.
- 1919: Тифлис опера һәм балет театрында З. П. Палиашвилиҙың боронғо грузин эпосы мотивтары буйынса «Абесалом һәм Этери» операһының премьераһы.
- 1920: Рәсәйҙе электрификациялау буйынса дәүләт комиссияһы (ГОЭЛРО) төҙөлә.
- 1935: Мәскәүҙә СССР-ҙағы тәүге Халыҡ-ара кинофестиваль асыла.
- 1953: Джеймс Уотсон һәм Френсис Крик ДНК-ның төҙөлөш моделен тәҡдим итә (икеләтә ишелмә).
- 1961: СССР-ҙа «Яңылыҡтар» матбуғат агентлығы — Агентство печати «Новости» (АПН) ойошторола, хәҙер — «РИА Новости».
- 1965: СССР-ҙа «Космос-54», «Космос-55» һәм «Космос-56» яһалма юлдаштары осорола.
- 1973: Вьентьян килешеүенә ҡул ҡуйыла, Лаоста граждандар һуғышы тамамлана.
- 1995: Эстонияла «Тел тураһында» закон ҡабул ителә.
- 1995: Рәсәй Федерацияһы һәм Беларусь араһында 10 йылға дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлә, ул ике илдең берлеген булдырыу өсөн нигеҙ була.
- 2006: «Хаббл» телескопы «SCP 06F6» объектын теркәй, астрономдар уның тәбиғәтен әле булһа аңлата алмай.
- 2008: Тулыһынса ай тотолоу: иң юғары фазаһы 03:26 UTC.
- 2013: Бөрйән районында «Алтын Солоҡ» тәбиғи заказнигы ойошторола.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Һәҙиә Дәүләтшина (1905—5.12.1954), яҙыусы. 1935 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Совет яҙыусыларының I Бөтә Союз съезы делегаты. Сәйәси золом ҡорбаны. Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967, үлгәндән һуң).
- Атанова Людмила Петровна (1920—6.01.1994), музыка белгесе, педагог, йәмәғәтсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1964—1978 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре. 1963 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (1970). Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1964) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Йәһүҙин Мусаниф Садиҡ улы (1936—12.06.2005), юғары мәктәп уҡытыусыһы, шағир һәм прозаик. 1993 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- Сафуан Әлибай (1941—6.07.2014), шағир һәм журналист. Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1986), Башҡортостан Республикаһының балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәте өлкәһендәге Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2013) лауреаты, ЮНЕСКО-ның Г. Х. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Маҡтаулы диплом эйәһе (1996), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1991), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2011).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхтәмов Фәрит Хөснийәр улы (1933), Саҡмағош районы «Игенче» колхозының элекке тракторсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, райондың почётлы гражданы (1995).
- Мәзитов Урал Тәңребирҙе улы (1943), педагог, 1980—2003 йылдарҙа Баймаҡ районының Ишмөхәмәт һәм Байыш ауыл мәктәптәрендә уҡытыусы һәм директор. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Байрамғолова Нилә Ильяс ҡыҙы (1948), йырсы, 1969—2003 йылдарҙа Башҡортостандың Хор капеллаһы артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).
- Әхмәтшин Марс Әғлиулла улы (1948), журналист, яҙыусы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостандың (1997) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Сафар ауылынан.
- Рәжәпов Раузат Камалетдин улы (1958), хужалыҡ эшмәкәре, «Башспирт» йәмғиәте филиалы — Стәрлетамаҡ спирт-араҡы комбинатының производство директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Әхмәҙуллин Фиҙай Сәфиулла улы (1929—1994), ауыл хужалығы, партия һәм совет эшмәкәре. 1972—1985 йылдарҙа Кушнаренко район Советы башҡарма комитеты рәйесе. Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
- Абрамзон Леонид Семёнович (1934—25.11.1986), ғалим-инженер-механик, 1971—1986 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1985). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Харьков ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1835: Михаил Микешин, Рәсәй империяһы рәссамы.
- 1875: Жанна Луиза Кальман, Францияла йәшәгән, донъя тарихында иң оҙон ғүмерле кеше, 1997 йылда вафат була.
- 1895: Евгений Беляев, СССР-ҙың ғалим-шәрҡиәтсеһе, ислам тарихын өйрәнеүсе.
- 1905: Лев Атаманов, СССР кинорежиссёры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы (1978).
- 1915: Евгений Лифшиц, СССР-ҙың ғалим-физигы, академик.
- 1925: Алексей Парамонов, СССР футболсыһы, 1956 йылғы Олимпия уйындары чемпионы.
- 1925: Игорь Шамо, СССР композиторы, Украина ССР-ының халыҡ артисы (1975).
- 1935: Владимир Скулачёв, СССР-ҙың ғалим-биохимигы, академик.
- 1935: Борис Тимеркәев, СССР-ҙың ғалим-физигы, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (2000).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]