Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 21 февраль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Миәкә районы, Йәнәби-Урсай ауыл советы, Сафар
Һөнәр төрө яҙыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Әхмәтшин Марс Әһлиулла улы рус. Ахметшин Марс Аглиуллович - (21 февраль 1948), - яҙыусы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2008) һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997). Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Марс Әһлиулла улы Әхмәтшин 1948 йылдың 21 февралендә БАССР‑ҙың Миәкә районы Сафар ауылында донъяға килгән.

Армияла хеҙмәт итеп, старшина дәрәжәһендә тыуған ауылына ҡайта[1].

1976 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.

1970 йылдан алып “Башҡортостан пионеры” гәзитендә бүлек мөдире, яуаплы секретарь булып эшләй.

1980 йылдан башлап - “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррир урынбаҫары.

1986 йылдан — БАССР‑ҙың телевидение һәм радио тапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында баш мөхәррир.

1991 йылдан — Халыҡ-ара Әҙәбиәт фонды ағзаһы булараҡ, Рәсәй Федерацияһы Әҙәбиәт фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры.

Әхмәтшин ижадында этнопедагогика һәм төрлө быуын кешеләренең үҙ‑ара мөнәсәбәте проблемалары ҙур урын тота. Балалар өсөн яҙылған “Беҙ осрашырбыҙ, Ринго!” (1990), йәштәр тормошона арналған “Юлыма сыҡ, Гөлсирә!” (1993), “Янғын” (1999) повестар һәм хикәйәләр йыйынтыҡтарында хәҙерге заман проблемалары яҡтыртыла. Мәскәүҙә урыҫ телендә "Падение" тигән китабы сыға. [2], [3],

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Дүртенсе өҫтәл: повестар, хикәйәләр, парсалар. Өфө, 2008
  • Атайҙар менән бер сафта. Өфө, 2010
  • Падение: повести, рассказы, новеллы, сказки. М., 2005.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)