Улицкая Людмила Евгеньевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Улицкая Людмила Евгеньевна
Рәсем
Заты ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй[4]
Тыуған көнө 21 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Дәүләкән
Яҙма әҫәрҙәр теле рус теле
Һөнәр төрө яҙыусы, сценарий яҙыусы, тәржемәсе, балалар яҙыусыһы, правозащитник
Уҡыу йорто Биологический факультет МГУ[d]
Әүҙемлек осороноң башланыуы Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 199: Функция для отображения свойства не найдена.
Испытал влияние от Набоков Владимир Владимирович
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Commons-logo.svg Улицкая Людмила Евгеньевна Викимилектә

Людмила Евгеньевна Улицкая (тыу. 21 февраль 1943, Дәүләкән, Башҡорт АССР-ы, СССР) — урыҫ яҙыусыһы, тәржемәсе һәм сценарист.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙан беренсе «Русский букер» премияһы лауреаты (2001). Ике тапҡыр «Оло китап» премияһы лауреаты(2007, 2016). Людмила Улицкаяның әҫәрҙәре 25-тән артыҡ телгә тәржемә ителгән[5]. Йәмәғәт эшмәкәре, «Һайлаусылар Лигаһын» ойошторусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Людмила Улицкаяның ата-әсәһе Бөйөк Ватан һуғышы башланғас Башҡортостанға эвакуациялана, һәм Людмила ошонда тыуа[6]. Уның ике олатаһы ла — Яков Самойлович Улицкий һәм Борис Ефимович Гинзбург — репрессияға эләгә һәм тотҡонда була.[7][8]. Һуғыштан һуң Улицкийҙар Мәскәүгә ҡайта, шунда Людмила мәктәп тамамлай.

Мәскәү дәүләт университетының биология факультетын тамамлай. Ике йыл СССР Фәндәр Академияһы Дөйөм генетика институтында эшләй, 1970 йылда унан эштән сыға. Улицкаяның үҙенең әйтеүе буйынса: башҡаса ул бер ҡасан да дәүләт хеҙмәтенә эшкә йөрөмәй: Йәһүд камер музыкаһы театрында әҙәбиәт бүлеге мөдире була, очерктар, балалар өсөн пьесалар, радио, балалар һәм ҡурсаҡ театрҙары өсөн инсценировкалар, пьесаларға рецензиялар яҙа һәм монгол теленән шиғырҙар тәржемә итә.

1980-се йылдар аҙағында Улицкая журналдарҙа үҙенең хикәйәләрен баҫтыра башлай, уның сценарийҙары буйынса «Сестричка Либерти» (1990, режиссеры — Владимир Грамматиков) һәм «Женщина для всех» (1991, режиссеры — Анатолий Матешко) фильмдары төшөрөлгәндән һуң уға танылыу килә, ә «Новый мир» журналында «Сонечка» (1992) повесы баҫылып сыға. 1994 йылда был әҫәр Францияла тәржемә ителгән иң яҡшы китап таныла, һәм автор француздарҙың Медичи премияһына лайыҡ була. Францияла Людмила Улицкаяның тәүге китабы ла француз телендә донъя күрә («Бедные родственники» йыйынтығы, 1993).

2007 йылда Улицкая гуманитар инициативаларға ярҙам итеү фондын булдыра. Людмила Улицкая проекттарының береһе «Яҡшы китаптар» тип атала, ошо фонд сиктәрендә ул үҙе Рәсәй нәшриәттәрендә баҫылып сыҡҡан китаптарҙы һайлап алып Рәсәй китапханаларына ебәрә[9]. Мәскәү «Вера» хоспистарға ярҙам хәйриә фондының попечителлек советында ҡатнаша[10][11]. 2007 йылдан 2010 йылға тиклем менән мәҙәни антропология буйынса «Другой, другие, о других» тип аталған төрлө авторҙарҙың китаптар серияһын сығарыуҙы ойоштора[12].

2013 йылда «Мәҙәниәт» телеканалда «Людмила Улицкая менән көнүҙәк кино» программаһын алып бара[13].В марте 2014 года вместе с рядом других деятелей науки и культуры выразила своё несогласие с политикой российской власти в Крыму[14]. Участница конгресса «Украина — Россия: диалог», прошедшего 24-25 апреля 2014 года в Киеве[15]. Критически оценивает ситуацию внутри России, считая, что «нынешняя политика превращает Россию в страну варваров»[16]

Моя страна сегодня объявила войну культуре, объявила войну ценностям гуманизма, идее свободы личности, идее прав человека, которую вырабатывала цивилизация на протяжении всей своей истории. Моя страна больна агрессивным невежеством, национализмом и имперской манией[17].

Моя страна сегодня объявила войну культуре, объявила войну ценностям гуманизма, идее свободы личности, идее прав человека, которую вырабатывала цивилизация на протяжении всей своей истории. Моя страна больна агрессивным невежеством, национализмом и имперской манией[18].

2018 йылдың октябрендә ул Әзербайжанда персона нон грата тип иғлан ителә — «республиканың ҡануниәтен тупаҫ боҙоп Әзербайжандың баҫып алынған территорияһына законһыҙ рәүештә барғаны өсөн» — ул танылмаған Таулы-Ҡарабах Республикаһында була[19].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Атаһы — Улицкий Евгений Яковлевич (1916—1989[20]), ауыл хужалығы технологиялары өлкәһендәге ғалим, техник фәндәр докторы, бер нисә уйлап табыуҙар һәм «Металды электр менән эшкәртеү ысулдары» (1952), «Алдынғы ремонт оҫтаханаһы» (1955), «Автомобиль — беҙҙең дуҫыбыҙ» (1962), «Машина ғүмерен нисек оҙайтыға» (1963), «Ауыл хужалығы предприятиеларында хәүефһеҙлек техникаһы» (1970) китаптары авторы; Бөтә Союз ауыл хужалығы академияһының һәм Бөтә Союз ауыл хужалығын механизациялау ғилми-тикшеренеү институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре[21].
  • Әсәһе — Марианна Борисовна Гинзбург (1918—1971), биохимик, ғилми хеҙмәткәр, СССР-ҙың Медицина фәндәре Академияһы Педиатрия ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре.
  • Беренсе ире — Юрий Захарович Тайц (Миропольский, 1943—1979), уның менән бер курста уҡығандар, океанолог, һуңынан физика-математика фәндәре докторы (1977), «Күңелле ерләү» повесында Аликтың прототибы[22].
  • Икенсе ире — генетик Михаил Борисович Евгеньев, биология фәндәре докторы[23].
    • Улдары:
      • Алексей Евгеньев (тыу. 9 ғинуар 1972), бизнесмен;
      • Петр Евгеньев (тыу. 1975), джаз музыканты, әлеге ваҡытта синхрон тәржемәсе булып эшләй[24].
  • Өсөнсө ире — Андрей Николаевич Красулин, скульптор.

Этник сығышынан һәм мәҙәни күҙлектән ҡарағанда Людмила Улицкая үҙен христиан динен ҡабул иткән йәһүд тип таный[25].

Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Иң яҡшы сит ил әҫәре өсөн (1996, Франция) — «Сонечка» повесы өсөн Медичи әҙәбиәт премияһы
  • «Сонечка» повесы өсөн әҙәбиәт премияһы Джузеппе Ачерби исемендәге приз (1998, Италия)
  • Рус букеры (2001) — «Казус Кукоцкий» романы өсөн (был премия лауреаты булған тәүге ҡатын-ҡыҙ)
  • Академик пальмалар ордены кавалеры (Франция, 2003)
  • «Искренно ваш, Шурик» романы өсөн Йыл китабы премияһы (2004)
  • Сәнғәт һәм әҙәбиәт ордены кавалеры(Франция, 2004)
  • Пенне премияһы (2006, Италия) — «Казус Кукоцкого» романы өсөн
  • Ҙур китап беренсе премияһы (2007) —"Даниэль Штайн, тәржемәсе" романы өсөн
  • Рәсәй Бизнес һәм эшҡыуарлыҡ Академияһының «Олимпия» ҡатын-ҡыҙ ҡаҙаныштарын йәмәғәт таныуы милли премияһы лауреаты[26] (2007)
  • Әҙәби Гринцане Кавур әҙәбиәт премияһы (2008, Италия) — «Искренно ваш, Шурик» романы өсөн
  • Халыҡ-ара Букеровский премияһына номинацияла (2009, Англия)
  • «Глобус» номинацияһында «Знамя» журналының әҙәбиәт премияһы (2010)[27] — 2009 йылда «Знамя» журналының унынсы (октябрь) һанында донъя күргән Михаил Ходорковскийҙың Людмила Улицкая менән «Диалогы» өсөн[28].
  • Симона де Бовуар премияһы, 2011, Франция
  • Европа әҙәбиәте буйынса Австрия дәүләт премияһы, 2014, Австрия[29]
  • Почетлы легион ордены офицеры (2014, Франция)[30]
  • Ҙур китап өсөнсө премияһы (2016) — «Лестница Якова» романы өсөн[31]

Библиографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Улицкаяның юғарыла һанап үтелгән йыйынтыҡтарға ингән ҡайһы бер хикәйәләре, шулай уҡ шулай уҡ «Детство-49» (2003), «Второе лицо», «Первые и последние» (ISBN 978-5-271-42010-8), «История про зверей и людей» (ISBN 978-5-699-12176-2), «Искусство жить» (ISBN 5-699-03954-6, 5-93381-007 ISBN-X) йыйынтыҡтары булараҡ баҫылып сыға.

Улицкая сценарийҙары буйынса төшөрөлгән фильмдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1983 — «Йөҙ төймә» (ҡурсаҡ)
  2. 1987 — «Серле уйынсыҡтар» (анимация)
  3. 1990 — «Апайлы-һеңлеле Либерти»
  4. 1991 — «Бөтәһе өсөн дә ҡатын-ҡыҙ»
  5. 1999 — «Үлеү еңел»
  6. 2003 — «Был пиковая дама» (телеспектакль)
  7. 2005 — «Кукоцкий казусы» (сериал)
  8. 2005 — «Үтәнән-үтә линия» (фильм-спектакль)
  9. 2007 — «Мөхәббәт менән әллә ҡайҙарҙан, йәки Күңелле ерләү»

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. VIAF — 2012.
  2. Немецкая национальная библиотека, Берлинская государственная библиотека, Баварская государственная библиотека и др. Record #11558871X // Общий нормативный контроль (GND) — 2012—2016.
  3. Bibliothèque nationale de France BNF танытҡысы: асыҡ мәғлүмәт платформаһы — 2011.
  4. LIBRIS — 2015.
  5. Людмила Улицкая написала, возможно, свой последний роман. Культура. NEWSru.com (2004-04-08). 27 июль 2014 тикшерелгән.
  6. Евгений Улицкий в списках эвакуированных (1942): Из Башкирии семья была дальше эвакуирована в Свердловск.
  7. Таша Карлюка Интервью. Людмила Улицкая. Сноб (2013-11-14). 27 июль 2014 тикшерелгән.
  8. Дмитрий Бавильский «Интервью с Людмилой Улицкой»
  9. Виктория Аминова Людмила Улицкая о том, почему книги Умберто Эко лежат на складах. Вечерний Петербург (2008-09-18). 27 июль 2014 тикшерелгән.
  10. Попечительский совет. Фонд помощи хосписам «Вера». 23 июль 2015 тикшерелгән.
  11. Елена Фанайлова. Первый московский хоспис: гости Елены Фанайловой обсуждают, отвергаются или спасаются обществом онкологические больные. Радио Свобода (20 сентября 2009). 23 июль 2015 тикшерелгән.
  12. Ольга Дробот Одна хорошая книга способна произвести действие, которое не может вагон плохих. Интервью с Людмилой Улицкой // Иностранная литература. — 2009. — № 7. — ISSN 0130-6545.
  13. Актуальное кино с Людмилой Улицкой. Телеканал «Культура». 27 июль 2014 тикшерелгән.
  14. Обращение инициативной группы по проведению Конгресса интеллигенции «Против войны, против самоизоляции России, против реставрации тоталитаризма» и письмо деятелей культуры в поддержку позиции Владимира Путина по Украине и Крыму  (рус.). Новая газета (2014-03-13). Тәүге сығанаҡтан архивланған 30 июль 2017. 30 июль 2017 тикшерелгән.
  15. В Киеве открылся Конгресс «Россия – Украина: диалог». Общество. Gordonua.com (2014-04-24). 27 июль 2014 тикшерелгән.
  16. Людмила Улицкая: «Моя задача как писателя — предложить людям думать самостоятельно» // Сайт телерадиокомпании Yleisradio Oy. Служба новостей Yle. — 14 май 2014. (Тикшерелгән 17 май 2014)
  17. The New Times 21.02.2018 Людмила Улицкая Европа, прощай! (Зальцбургские впечатления)
  18. The New Times 21.02.2018 Людмила Улицкая Европа, прощай! (Зальцбургские впечатления)
  19. МИД Азербайджана запретил въезд в страну Журовой, Улицкой и Федермессер / ТАСС, 15 октября 2018 года
  20. "Правда и ложь памяти" Улицкой: от хлебных карточек до Твиттера  (рус.), РИА Новости (20130908T1224+0400Z). 2 апрель 2018 тикшерелгән.
  21. Патенты Е. Я. Улицкого: Молотильно-сепарирующее устройство, Способ раздельной уборки зерновых культур, Способ уборки зерновых культур, Способ сушки влажных материалов, Дека молотильно-сепарирующего устройства, Устройство для автоматического регулирования пахотного агрегата, Устройство для автоматической стабилизации коэффициента буксования пахотного агрегата, Регулятор сцепного веса трактора в составе пахотного агрегата, Система регулирования пахотного агрегата, Сигнализатор бокового опрокидывания транспортного средства, Система автоматического вождения зерно-уборочного комбайна, Двухкаскадный гидроусилитель, Устройство для управления системой активной виброзащиты сиденья транспортного средства, Устройство для защиты от вибрации пользователя транспортным средством.
  22. Сын теплоэнергетика, доктора технических наук, профессора Захара Лазаревича Миропольского (1915—1994) и учёного-рентгенолога, мемуаристки Нины Самуиловны Тайц (род. 1920).
  23. Istvan Hargittai, Magdolna Hargittai Alexsandr Varshavsky // Candid Science 6: More Conversations With Famous Scientists — London: Imperial College Press, 2006. — P. 329. — 896 p. — (Candid Science). — ISBN 978-1860946943.
  24. Российской писательнице Людмиле Улицкой сегодня исполняется 70 лет, БЕЛТА (21 февраль 2013). 6 сентябрь 2013 тикшерелгән.
  25. Sasha Senderovich, Translations, book review in Tablet Magazine, 29 June 2011
  26. 70-летний юбилей талантливой писательницы Людмилы Евгеньевны Улицкой. Культура. СПТВ Краснодар (2013-02-21). 27 июль 2014 тикшерелгән.
  27. Михаилу Ходорковскому присудили литературную премию. Русская служба Би-би-си (2010-01-12). 27 июль 2014 тикшерелгән.
  28. Людмила Улицкая, Михаил Ходорковский Диалоги // Знамя. — 2009. — № 10. — ISSN 0130-1616.
  29. Улицкая стала первым российским лауреатом литературной премии Австрии. Культура. РИА Новости (2014-07-26). 27 июль 2014 тикшерелгән.
  30. Людмиле Улицкой вручили орден Почётного легиона, Meduza (28 ноябрь 2014). 29 ноябрь 2014 тикшерелгән.
  31. Состоялась церемония награждения лауреатов национальной литературной премии «Большая книга»

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]