Байрамғолова Нилә Ильяс ҡыҙы
| Байрамғолова Нилә Ильяс ҡыҙы | |
| Тыуған |
21 февраль 1948 (77 йәш) |
|---|---|
| Тыуған урыны |
СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Учалы районы, Яңы Байрамғол (ауыл) ауылы |
| Үлгән |
28 сентябрь 2025 (77 йәш) |
| Ил | |
| Һөнәрҙәре |
йырсы |
| Йырлау тауышы |
сопрано |
| Хеҙмәттәшлек |
Башҡорт хор капеллаһы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы |
| Наградалар |
Башҡортостандың халыҡ артисы (1997). |
Байрамғолова Нилә Ильяс ҡыҙы (21 февраль 1948 йыл) — йырсы, 1969—2003 йылдарҙа Башҡортостандың Хор капеллаһы артисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нилә Ильяс ҡыҙы Байрамғолова 1948 йылдың 21 февралендә БАССР-ҙың Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында тыуған. 1976 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай (Р. Д. Земчурина класы). 1969 йылдан Башҡортостандың Хор капеллаһында эшләй[1], 2003 йылдан алып — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы администраторы.
Вокаль партиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Дим буйында» («На берегу Дёмы») К. Ю. Рәхимов, М. Сөндөклө һүҙҙәре; «Башҡортостан» (Абрар Ғабдрахманов, Әсхәл Әхмәт-Хужа һүҙҙәре; башҡорт халыҡ йырҙары «Томан», «Элмәлек» һәм башҡалар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы. (1997)
- БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1975)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғ.Н.Әхмәҙиева, Тәржемәсе Г.Һ.Ризуанова. / Байрамғолова Нилә Ильяс ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- http://vechufa.ru/day/1282-21-fevralya.html
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Хоровая Капелла Рб. Дата обращения: 5 декабрь 2013.(недоступная ссылка)
- 21 февралдә тыуғандар
- 1948 йылда тыуғандар
- 28 сентябрҙә вафат булғандар
- 2025 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса музыканттар
- Башҡортостандың халыҡ артистары
- Башҡортостан юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт филармонияһы
- Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаусылар