Ғабдрахманов Абрар Хаҡ улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Абрар Ғабдрахманов битенән йүнәлтелде)
Абрар Ғабдрахманов
Төп мәғлүмәт
Тыуған

1 ғинуар 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

БАССР‑ҙың Учалы районы Наурыҙ ауылы

Үлгән

15 октябрь 2013({{padleft:2013|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (78 йәш)

Үлгән урыны

Өфө

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

композитор

Наградалар
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Ғабдрахманов Абрар Хаҡ улы (1 ғинуар 1935 йыл — 15 октябрь 2013 йыл) — башҡорт композиторы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абрар Хаҡ улы Ғабдрахманов 1935 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Учалы районы Наурыҙ ауылында тыуған.

Өфө сәнғәт училищеһын (1965; Рафиҡ Сәлмәнов класы), Өфө дәүләт сәнғәт институтын (1973; Заһир Исмәғилев класы) тамамлаған. 1961—68 йылдарҙа Өфөнөң 8‑се музыка мәктәбе уҡытыусыһы, 1973—78 йылдарҙа БАССР‑ҙың Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетының музыкаль мөхәррире.

Ижады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Абрар Ғабдрахманов ижады бай тематикалы булыуы, музыкаль әҫәрҙәр яҙыуҙа күп төрлө формалар һәм алымдар ҡулланылыуы менән айырылып тора. Башҡорт халыҡ өйҙәренә нигеҙләнгән «Йәмле Яйыҡ буйҙары» (1972) симфоник картинаһын, «Башҡорт бейеүҙәре» (1980) симфоник сюитаһын, 2 скрипка һәм фротениано өсөн «Бейеү ритмдары» (1976) сюитаһын, скрипка һәм фортопиано өсөн 2‑се сонатаһын (1988), скрипка һәм фортепиано өсөн «Башҡорт моңдары» пьесалар циклын (1992) киң билдәле. Уның ижадында милли мелодиканы айырыуса аһәңле сағылдырған вокаль музыка ҙур урын алып тора: колоратуралы сопрано һәм симфоник оркестр өсөн Концерт (1977), Рафаэль Сафин һүҙҙәренә «Мәңгелек яралар» (1972), Абдулхаҡ Игебаев һәм Йыһат Солтанов һүҙҙәренә «Тыуған ерем — моңло йырым» (1979) кантаталары; Хәким Ғиләжев һүҙҙәренә «Ер улы — Ил улы» (1986), Рәми Ғарипов һүҙҙәренә «Туған тел» (1989), Назар Нәжми һүҙҙәренә «Шағир» (1998) вокаль циклдары. 60‑тан ашыу йыр һәм романс авторы: Рәмил Йәнбәк һүҙҙәренә «Ағиҙел», Зарема Әхмәтйәнова һүҙҙәренә «Аҙашҡанһың, кәкүк», Зөһрә Ҡотлогилдина һүҙҙәренә «Төштәрҙә генә булһа ла», Рауил Бикбаев һүҙҙәренә «Туған моңдар» һәм башҡалар. Бынан тыш 50‑нән ашыу башҡорт халыҡ йырын нотаға һала, ҡайһы берҙәрен капелла хоры өсөн эшкәртә («Сибай», «Томан», «Уйыл», «Шәүрә» һ. б.). Балалар өсөн «Һоро муйын» («Серая шейка»; 1987, Д. Н. Мамин-Сибиряктың шул уҡ исемле әкиәте буйынса Г. А. Зайцевтың либреттоһы) операһын, 20‑нән ашыу йыр һәм пьеса яҙа.

1981 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостандың халыҡ артисы (1995).
  • БАССР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1985).

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Таңдағы йыр. Өфө, 1985;
  • Төнгө серенада. Өфө, 1994.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 2021 йылдың 22 июнендә Өфө ҡалаһы Пушкин урамындағы композитор 30 йылдан артыҡ йәшәгән 52-се йорт стенаһына уның иҫтәлегенә ҡуйылған мемориаль таҡтаташты тантаналы асыу булды[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Галина Г. С. Төнгө серенада //Һоҡланһын бар донъя. — Өфө, 1999.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]