Әхмәтйәнова Зарема Әхмәт ҡыҙы
Әхмәтйәнова Зарема Әхмәт ҡыҙы | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
Яҙыусы, журналист |
Әхмәтйәнова Зарема Әхмәт ҡыҙы (28 май 1945 йыл — 9 октябрь 1992 йыл) — башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист, 1984 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зарема Әхмәт ҡыҙы Әхмәтйәнова 1945 йылдың 28 майында Башҡорт АССР-ының Шаран районы Ерекле ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.
1963 йылда урта мәктәпте тамамлағас, Өфө нефть институтына уҡырға инә. Инженер һөнәре алғас, Үзбәк ССР-ының Андижан ҡалаһына эшкә китә.
1972 йылда тыуған Башҡортостанына ҡайта һәм баш ҡалала төрлө проект ойошмаларында хеҙмәт итә, байтаҡ ҡына Яҙыусылар союзы идараһында яуаплы вазифа башҡара. Артабан «Башҡортостан ҡыҙы» һәм «Аҡбуҙат» журналдарында әҙәби хеҙмәткәр була.
1992 йылдың 9 октябрендә Өфө ҡалаһында вафат була.
Әҙәби ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зарема Әхмәтйәнованың шиғырҙары институтта уҡығанда республика гәзит һәм журналдарында баҫыла. Артабан ул ике жанрҙа әүҙем эшләп, шиғырҙар һәм хикәйәләр ижад итә. Балалар һәм өлкәндәр өсөн ете китап авторы.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Гөлдәрем: Балалар өсөн шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1979. — 37 бит.
- Йәшел шыршы: Шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1983. — 47 бит.
- Йәйҙә ҡалайыҡ: Шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1986. — 64 бит.
- Сәңгелдәк
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 май 2019)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 май 2019)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 25 май 2019)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Әхмәтйәнова Зарема Әхмәт ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 май 2019)
- Зарема Әхмәтйәнова «Сәңгелдәк»
- Азамат Исмәғилев. Тәрбиә «Аҡбуҙат»тан башлана // Йәшлек : гәзит.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 28 майҙа тыуғандар
- 1945 йылда тыуғандар
- Шаран районында тыуғандар
- 9 октябрҙә вафат булғандар
- 1992 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Башҡорт яҙыусылары
- Башҡорт шағирҙары
- Башҡортостан тәржемәселәре
- «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хеҙмәткәрҙәре
- «Аҡбуҙат» журналы хеҙмәткәрҙәре
- Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусылар