Солтанов Йыһат Әҙеһәм улы
Солтанов Йыһат Әҙеһәм улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 декабрь 1932 (91 йәш) |
Тыуған урыны | Сәнкем-Биктимер |
Һөнәр төрө | шағир, яҙыусы, драматург |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Солтанов Йыһат Әҙеһәм улы (3 декабрь 1932 йыл) — яҙыусы, башҡорт журналистикаһы ветераны, тарихи-публицистик әҫәрҙәр авторы. 1967 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1971 йылдан — Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премия лауреаты (2013).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыһат Әҙеһәм улы Солтанов 1932 йылдың 3 декабрендә Башҡортостан АССР-ы Ейәнсура районы (хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы) Сәнкем-Биктимер ауылында тыуған.
Һунарсы башланғыс мәктәбендә белем ала. Һуңынан күрше Желтый ауылының 7 йыллыҡ мәктәбенә йөрөй. Ауырыу сәбәпле, уны тамамлай алмай.
Район үҙәгендә ярты йыллыҡ курста уҡығандан һуң колхозда ветеринария санитары булып эшләй. 1950 йылда Ырымбур ауыл хужалығы мәктәбенә ебәрелә.
1950—1956 йылдарҙа ике Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Балтик хәрби-диңгеҙ флотының мина тралщигында хеҙмәт итә, диңгеҙ юлдарын Бөйөк Ватан һуғышынан ҡалған миналарҙан таҙартыуҙа ҡатнаша[1].
Запасҡа ҡайтарылғандан һуң Ағиҙел йылға пароходствоһында, шунан һуң тыуған яғындағы «Һаҡмар» колхозында эшләй. Был йылдарҙа ситтән тороп урта белем ала.
1965—1969 йылдарҙа «Һәнәк» һәм «Башҡортостан ҡыҙы» журналдары редакцияларында, артабан оҙаҡ йылдар «Ағиҙел» журналының әҙәби хеҙмәткәре була. 1980 йылдар башынан — профессиональ яҙыусы.
1959 йылдан — КПСС ағзаһы.
1969 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын ситтән тороп тамамлай.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ижады үҙенсәлекле фекер ҡеүәһе, үткер һүҙе менән айырылып тора.
Йыһат Солтановтың беренсе шиғыры 1953 йылда «Әҙәби Башҡортостан» ((«Ағиҙел») журналында баҫылһа, тәүге хикәйәһе 1957 йылда («Пионер») журналында донъя күрә. Ижадының артабанғы осоронда әҙип тарихи-публицистик әҫәрҙәр, романдар, повестәр, драмалар, хикәйәләр, фельетондар, шулай уҡ поэмалар һәм шиғырҙар авторы. Оло быуын яҙыусыһы һәм шағирының әҫәрҙәрен уҡыусылар ихлас ҡабул итә. Ул шулай уҡ әҙәби тәнҡит һәм публицистика өлкәһендә лә әүҙем эшләп килә. 2002 йылда прозаиктың боронғо башҡорттар тарихы тураһында «Хәтер китабы» баҫмаһы донъя күрҙе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993);
- Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премия лауреаты (2013).
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урман бабай: Хикәйә. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1967, 22 бит.
- Йондоҙ ямғыры: Шиғырҙар.Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1969, 54 бит.
- Таң нурҙары: Повесть. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1971, 200 бит.
- Минең шәжәрәм: Шиғырҙар һәм поэма. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1974, 80 бит.
- Ҡояшлы ҡая: Повесть һәм хикәйәләр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978, 240 бит.
- Ҡырҡбыуын: Шиғырҙар, поэмалар. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1982, 174 бит.
- Аҡсарлаҡ: Шиғырҙар, шиғри әкиәттәр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
- Иҫтәлеккә: Роман-ҡисса. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 ноябрь 2017)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 ноябрь 2017)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 28 ноябрь 2017)
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Солтанов Йыһат Әҙеһәм улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Йыһат Солтанов сайты 2014 йыл 31 май архивланған.
- Оренбург башкиры. История. Культура. Этнография. 2020 йыл 30 сентябрь архивланған.
- 3 декабрҙә тыуғандар
- 1932 йылда тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостан журналистары
- КПСС ағзалары
- «Һәнәк» журналы хеҙмәткәрҙәре
- «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хеҙмәткәрҙәре
- «Ағиҙел» журналы хеҙмәткәрҙәре
- СССР Журналистар союзы ағзалары
- Башҡорт яҙыусылары
- Башҡорт шағирҙары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары