15 октябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
15 октябрь | |
![]() |
15 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 288-се көнө (кәбисә йылында 289-сы). Йыл аҙағына тиклем 77 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | ||||
4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 |
11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 |
18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 |
25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө.
Һуҡырҙар ҡулланған аҡ таяҡ көнө.
Кредит союздары көнө (октябрҙең өсөнсө кесаҙнаһы).
Ҡул йыуыу көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1552: Иван Грозный Ҡазан ханлығын яулап ала.
- 1570: Пхеньян ҡалаһына нигеҙ һалына.
- 1582: Григориан календары индерелә.
- 1806: Рәсәй империяһы составына Баҡы ханлығы индерелә.
- 1815: Наполеондың Изге Елена утрауында һөргөнө башлана.
- 1940: Экрандарға Чарли Чаплиндың «Бөйөк диктатор» фильмы сыға.
- 1961: Лондонда хоҡуҡ һаҡлау ойошмаһы «Эмнисти Интернэшнл» ойошторола.
- 1967: Волгоград ҡалаһында «Ватан-әсә саҡыра!» («Родина-мать зовет!») скульптураһын төҙөү тамамлана.
- 1973: Беренсе UNIX операцион системаһы эшләй башлай.
- 1981: АҠШта «Metallica» рок-төркөмө ойошторола.
- 1985: Михаил Горбачев КПСС Үҙәк Комитеты пленумында «Үҙгәртеп ҡороу» тураһында иғлан итә.
- 1990: СССР лидеры Михаил Горбачевҡа Нобель премияһы бирелә.
- 2003: Ҡытайҙың беренсе космонавы Йыһанға осош яһай.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шәмиғолов Ғәли Камалетдин улы (1890—25.11.1959), дәүләт эшмәкәре. 1920 йылдың июль-октябрендә Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы Рәйесе. 1910 йылдан РСДРП ағзаһы. Революцион хәрәкәттә һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1944).
- Зарипов Хәмитйән Камал улы (1910—9.02.1990), ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950—1970 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районының «Еңеү» колхозы рәйесе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).
- Рудерман Семён Юрьевич (1935), ғалим-физик. 1962 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1978 йылдан — математик модель әҙерләү кафедраһы мөдире. 1986—2014 йылдарҙа Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1973), профессор (1976). Сығышы менән Минск ҡалаһынан.
- Вәлиуллин Рим Абдулла улы (1950), ғалим-геофизик. 1977 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1998 йылдан геофизика кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1993 йылдан Өфөләге «ГеоТЭК» ғилми-производство фирмаһы директоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2018), техник фәндәр докторы (1996), профессор (1998). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2012), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы 1998), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2002), И. М. Губкин исемендәге премия лауреаты (2006). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).
- Усманов Искәндәр Йософ улы (1950), ғалим-үҫемлектәр физиологы, эколог. 1989 йылдан Башҡорт дәүләт университетының үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы мөдире, 2008 йылдан — Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының Туризм һәм коммуникация институты директоры, 2015 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университетының Иҡтисад һәм сервис институты уҡытыусыһы. Биология фәндәре докторы (1987), профессор (1991).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлләмов Абдрахман Әбдрәхим улы (1926—19.02.1989), педагог-методист, тел белгесе. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты (1967), доцент. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967).
- Вәлиев Рифҡәт Нурый улы (1931), конструктор. 1962—1993 йылдарҙа Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976).
- Нәсибуллин Риф Шәхрислам улы (1936), удмурт тел белгесе-диалектолог, шағир-тәржемәсе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (1999), профессор (2000). Удмурт Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1996), Рәсәй Федерацияһы почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Солтанов Фәйзулла Вәли улы (1922—24.11.1992) — СССР-ҙың партия һәм дәүләт эшмәкәре, 1967—1990 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе. РСФСР Юғары Советының һәм БАССР-ҙың 7-11 саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976), Халыҡтар Дуҫлығы (1982), Ҡыҙыл Йондоҙ (1966) һәм «Почёт Билдәһе» (1966) ордендары кавалеры.
- Сәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәли улы (1937—1.08.2003) — дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы. 1990—1995 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), төрлө кимәлдәге йыр бәйгеләре лауреаты. Сығышы менән Бөрйән районының Нәби ауылынан.
- Әминев Миңлетдин Ғилметдин улы (1922—12.08.1969), Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерия полкы уҡсыһы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1943).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ҡушаев Хафиз Ҡушай улы (1888—27.09.1937), башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, Башҡортостандың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетының өсөнсө рәйесе. 1919 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Ғәзизов Мостафа Шакир улы (1923—27.10.2005), Бөйөк Ватан һуғышыяугиры, танк полкының разведка взводы уҡсыһы, командир ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы (аҙаҡтан гвардия капитаны). Башҡортостандан Дан орденының беренсе тулы кавалеры.
- Муса Ғәли (төп исеме — Ғабдрахман Ғәли улы Ғәлиев; 1923—15.01.2004), башҡорт шағиры, драматург һәм тәржемәсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1947 йылдан — КПСС ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1979). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1973), Халыҡтар Дуҫлығы (1993) ордендары кавалеры.
- Ҡунаҡҡужин Зиннур Йыһанур улы (1948—27.06.1992), спортсы, тренер. Еңел атлетика буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылынан.
- Нуров Валерий Морат улы (1953), статистик, иҡтисадсы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Хәҙиуллин Яҡуп Хәҙиулла улы (1894—29.10.1975), хужалыҡ эшмәкәре, колхоздар ойоштороусы. Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Мәсетле районы колхоздарының элекке рәйесе. КПСС-тың XVI Башҡортостан өлкә партия конференцияһы делегаты (1948). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1945). Сығышы менән ошо райондың Һөләймән ауылынан.
- Биишева Вәзифә Иҙрис ҡыҙы (1939), хеҙмәт ветераны. 1957–1996 йылдарҙа Баймаҡ районы «Йылайыр» совхоз-техникумы һауынсыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1991), III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1975). Сығышы менән ошо райондың Ишмөхәмәт ауылынан.
- Кәримов Марат Фазыл улы (1939), ғалим-инженер-механик, юғары мәктәп эшмәкәре. 1988—1993 йылдарҙа Өфө нефть институтының иҡтисад эштәре буйынса проректоры. Техник фәндәр докторы (1982), профессор (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1989), СССР‑ҙың Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1973). И. М. Губкин исемендәге премия (1984), Вьетнам Социалистик Республикаһының «Vifotek» премияһы (2001) лауреаты. Афғанстан Республикаһының Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1989). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Түбәнге Маншыр ауылынан.
- Ғималова Фәниә Булат ҡыҙы (1949), физик, уҡытыусы. 1974—1993 йылдарҙа Башҡортостан Фәндәр академияһының Химия һәм Геология институттары ғилми хеҙмәткәре. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2008). Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (2005). СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1983). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Әжекәй ауылынан.
- Рахманова Илгизә Кәрим ҡыҙы (1949), ветеран-китапханасы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
- Хәсәнов Радмир Әнүәр улы (1959), ғалим-стоматолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Өфөләге «Витадент» Халыҡ‑ара концернының генераль директоры. Медицина фәндәре докторы (1994), профессор (1996). Башҡортостан Республикаһының III һәм V саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 2016 йылдан Рәсәй Федерацияһының Журналистар, 2017 йылдан — Яҙыусылар союзы ағзаһы. 2000—2008 йылдарҙа Башҡортостан Стоматологтар ассоциацияһы президенты. СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1985). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Йәлембәт ауылынан.
- Бикметов Евгений Юрьевич (1964), ғалим-социолог. 1993 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы. Социология фәндәре докторы (2003), профессор (2004).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1814: Михаил Лермонтов, Рәсәй империяһы шағиры.
- 1844: Фридрих Ницше, Германия философы.
- 1897: Илья Ильф, яҙыусы («Ун ике ултырғыс», «Алтын быҙау»).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1943: Әһлиуллин Хәмит Шәмсетдин улы, Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының отделение командиры, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1943).
- 2013: Абрар Ғабдрахманов, композитор, Башҡортостандың халыҡ артисы (1995).
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]