Эстәлеккә күсергә

Сабитов Илдар Нариман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сабитов Илдар Нариман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 октябрь 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Атаһы Сабитов
Һөнәр төрө архитектор
Эш урыны ӨДНТУ
кафедра мөдире[d]
Уҡыу йорто Мәскәү архитектура институты (дәүләт академияһы)
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә фән кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған архитекторы

Сабитов Илдар Нариман улы (15 октябрь 1953 йыл) — архитектор. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2004) һәм почетлы (2002) архитекторы. Архитекторҙар берлеге ағзаһы (1981). Архитектура кандидаты (1988), профессор (2009).

Илдар Нариман улы Сабитов 1953 йылдың 15 октябрендә Өфө ҡалаһында композитор Нариман Сабитов[1] ғаиләһендә тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң юғары белемде Мәскәү архитектура институтында (1977) ала. Хеҙмәт юлын «Башкирсгражданпроект» институтының архитекторы, архитекторҙар төркөмө етәксеһе[1] булып башлай. Уның авторлығында 60 проект тормошҡа ашырыла. Ул шулай уҡ Совет районы хакимиәте бинаһы (1978), Дим районындағы кңп фатирлы йорттар (1979), шулай уҡ республика һәм Рәсәй буйынса бик күп йәмәғәт һәм 20-нән ашыу мәсет бинаһы проекты авторы[1]. 1980 йылдан мәғариф системаһына күсә һәм уҡытыусылыҡ эше менән шөғөлләнә башлай. 1988 йылдан Өфө дәүләт нефть-техник университетында архитектура кафедраһы — Архитектура-төҙөлөш институты мөдире булып эшләй[1][2][3].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Илдар Нариман улының ғими эшмәкәрлеге архитектура һәм ҡала төҙөлөшө мәсьәләләрен өйрәнеүгә бағышлана. Ул 70-тән ашыу фәнни һәм уҡытыу-методик хеҙмәт авторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған архитекторы (2004)
Рәсәй Федерацияһының почетлы архитекторы (2002)
Архитектура кандидаты (1988).