Эстәлеккә күсергә

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған архитекторы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған архитекторы
Нигеҙләү датаһы 30 декабрь 1995
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Алыштырған РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы
Пиктограмма
Лауреаттар категорияһы Категория:Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған архитекторҙары

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған архитекторы» маҡтаулы исеме тураһында.

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған архитекторы» маҡтаулы исеме Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары системаһына инә.

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған архитекторы» маҡтаулы исеме юғары квалификациялы архитекторҙарға

  • Рәсәй архитектураһының үҫешендә;
  • экологик яҡтан таҙа һәм энергияны һаҡлаусы заманса технологиялар ҡулланылған уникаль архитектура комплекстарын, биналарҙы һәм ҡоролмаларҙы проектлауҙа һәм төҙөүҙә;
  • мәҙәни ҡомартҡыларын реставрациялауҙа;
  • квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙә шәхси ҡаҙаныштары өсөн бирелә.

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған архитекторы» маҡтаулы исеме, ҡағиҙә булараҡ, архитектура эшмәкәрлеге башланыуына 20 йыл үткәс һәм Рәсәй Федерацияһы дәүләт власының федераль органдары йәки субъекттарҙың дәүләт органдары наградаларының (дәртләндереү сараларының) булыуы мотлаҡ.

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған архитекторы» маҡтаулы исеме Рәсәй архитектура тарихи мираҫын һаҡлауға өлөш индергән һәм Рәсәй Федерацияһы территорияһында уникаль архитектура ансамблдәрен булдырған сит ил архитекторҙарына ла бирелеүе мөмкин.

Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәре Рәсәй Федерацияһы президенты ҡарамағындағы дәүләт наградалары буйынса Комиссияһында бүләкләү тураһында тәҡдимдәрҙе ҡарау һөҙөмтәһендә Рәсәй Федерацияһы Президенты указдарына ярашлы бирелә.

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған архитекторы» маҡтаулы исеме Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 30 декабрендәге[1] 1341-се һанлы «Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәрен булдырыу, маҡтаулы исемдәр һәм күкрәккә тағылмалы билдәнең тасуирламаһы буйынса Положениены раҫлау тураһында» исемле указына ярашлы булдырыла[2]. Ошо уҡ указ менән Маҡтаулы исем тураһындағы тәүге Положение раҫлана:

«Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған архитекторы» маҡтаулы исеме архитектура үҫешендәге ҡаҙаныштары, архитектура комплекстарының, биналарҙың һәм ҡоролмаларҙың проекттарын әҙерләү, мәҙәни ҡомартҡыларҙы реставрациялау, архитектура кадрҙарын әҙерләү өсөн һәм архитектура өлкәһендә 15 йылдан дә кәм эшләмәгән юғары квалификациялы архитекторҙарға бирелә.

Ошо рәүештә маҡтаулы исем тураһындағы Положение Рәсәй Федерацияһы Президентының 2010 йылдың 7 сентябрендәге 1099-сы һанлы «Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалар системаһын камиллаштырыу буйынса саралар тураһында» исемле указына ярашлы раҫлана[3].

Күкрәккә тағыла торған билдә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күкрәккә тағыла торған билдә Рәсәй Федерацияһының маҡтаулы исемдәре өсөн берҙәм булған 40 мм бейеклектәге һәм 30 мм киңлектәге формала була һәм көмөштән эшләнә. Билдә лавр һәм имән ботаҡтары менән үрелгән оҙонса түңәрәк венок формаһында. Аҫҡы өлөшөндә ботаҡтарҙың остары арҡыс-торҡос тоташтырылған һәм бант менән бәйләнгән. Веноктың үрге өлөшөндә Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гербы урынлаштырылған. Веноктың алғы яғының уртаһында бәйләмгә маҡтаулы исеме атамаһы менән картуш һалынған.

Артҡы яғында күкрәккә тағыла торған билдәне кейемгә беркетеү өсөн төйрәүес (булавка) бар. Билдә күкрәктең уң яғында йөрөтөлә.

Рәсәйҙә Рәсәй Федерацияһы Президентының 1995 йылдың 30 сентябрендәге 1341-се һанлы Указын ҡабул иткәнгә тиклем РСФСР-ҙың маҡтаулы исемдәрен булдырыу тураһындағы хоҡуҡи акттар ғәмәлдә була. «Рәсәй Социалистик Федератив Совет Республикаһы» Дәүләт атамаһы «Рәсәй Федерация» тип үҙгәртелгәндән һуң (1991 йылдың 25 декабрендәге 2094-I-һанлы РСФСР Законын ҡарағыҙ)[4] бөтә маҡтаулы исемдәрҙәге «РСФСР» атамаһы «Рәсәй Федерацияһы» һүҙҙәренә алмаштырыла. Шулай итеп, 1992 йылдан 1996 йылдың 30 мартына тиклем 1968 йылдан ғәмәлдә булған РСФСР-ҙың бер үк типтағы маҡтаулы исеме бирелә.

  • Щеголев К.А. Современные награды России. Традиции и преемственность. — М.: Вече, 2009. — С. 347—348. — (История наград). — ISBN 978-5-9533-3696-3.
  • Винокуров В. А. Система государственных наград Российской Федерации: история, современность и перспективы развития. — М.: Дело, 2012. — 243 с. — ISBN 978-5-7749-0725-0.
  • Гончаров А. И. Наградная система Российской Федерации. — М.: Посев, 2010. — 254 с.