Эстәлеккә күсергә

Вәлиева Зилә Рәхимйән ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәлиева Зилә Рәхимйән ҡыҙы
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 15 октябрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө сәйәсмән, журналист
Биләгән вазифаһы министр культуры Татарстана[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Ғилми дәрәжә философия фәндәре кандидаты[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дуҫлыҡ ордены юбилейная медаль «В память 300-летия Санкт-Петербурга» юбилейная медаль «В память 1000-летия Казани» премия Правительства Российской Федерации в области культуры медаль «За доблестный труд»
 Вәлиева Зилә Рәхимйән ҡыҙы Викимилектә

Вәлиева Зилә Рәхимйән ҡыҙы (15 октябрь 1952 йыл) — Татарстан Республикаһының дәүләт һәм мәҙәниәт эшмәкәре. Философия фәндәре кандидаты (2010). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (2008), Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәҙәниәт өлкәһендәге премияһы лауреаты (2009).

Зилә Рәхимйән ҡыҙы Вәлиева 1952 йылдың 15 октябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1970 йылда «Ленинец» республика йәштәр гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып башлай, артабан 1980 йылғаса ошо матбуғат баҫмаһында өлкән хәбәрсе, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире булып эшләй.

1978 йылда «журналист» һөнәре буйынса Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлай.

2010 йылда «философия фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай[1].

1980 йылдан Зилә Вәлиева — Татарстан матбуғатында: 1982 йылғаса Ҡазанда рус телендә баҫылып килгән «Вечерняя Казань» гәзите хәбәрсеһе; 1982—1990 йылдарҙа — «Советская Татария» гәзитендә хәбәрсе, социаль проблемалар бүлеге мөдире; 1990—1992 йылдарҙа — Ҡазанда рус телендә яңы нәшер ителә башлаған «Известия Татарстана» гәзитенең сәйәсәт бүлеге мөдире.

1992—1995 йылдарҙа Татарстан Республикаһы Юғары Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары;

1995—1999 йылдарҙа — Татарстан Республикаһы Дәүләт Советы рәйесе урынбаҫары;

1999 йылдың сентябре — 2001 йылдың апреле — Татарстан Республикаһының Матбуғат, телерадиотапшырыуҙар һәм киң күләм коммуникация саралары министры;

2001 йылдың майынан — 2005 йылдың апреле — Татарстан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары;

2005 йылдың 29 апреленән — Татарстан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары— мәҙәниәт министры;

2012 йылдың 17 майынан — «Ҡазан Кремле» тарих-архитектура музей-ҡурсаулығы директоры[2].

2020 йылдың ғинуарында Зилә Вәлиева Татарстан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы рәйесе итеп һайланды[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Татарстан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комиссияһы рәйесе[4][5].
  • «Татарстан ҡатын-ҡыҙҙары» респулика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Дуҫлыҡ»» ордены (Татарстан) (2017)[7].
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәҙәниәт өлкәһендәге премияһы (2009)
  • Дуҫлыҡ ордены (2008)
  • Татарстан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты (2007)
  • «Фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы (Татарстан)
  • «Ҡазандың 1000 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (2005)
  • «Санк-Петербургтың 300 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы (2003)
  • Татарстан Республикаһының Почёт грамотаһы (2002)
  • ире Римзил Вәлиев
  • улы Динислам (Денис).
  1. Валеева Зиля Рахимьяновна. Трансформация отношений духовно-творческой элиты и общества в условиях современных модернизационных процессов : диссертация … кандидата философских наук : 09.00.11 / Валеева Зиля Рахимьяновна; Место защиты: Казан. гос. ун-т им. В. И. Ульянова-Ленина.- Казань, 2010.- 150 с.: ил. РГБ ОД, 61 10-9/268 2020 йыл 9 август архивланған.
  2. ГБУ "Государственный историко-архитектурный и художественный музей-заповедник «Казанский Кремль» 2014 йыл 26 февраль архивланған.
  3. Уроженка Уфы Зиля Валеева возглавила Общественную палату Татарстана. ИА «Башинформ», 16 января 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2020)
  4. Unesco.ru Комиссия Российской Федерации по делам ЮНЕСКО. Комитеты в регионах.
  5. Валеева З. Р. Сабантуй на весь мир // Вестник ЮНЕСКО Май 2008 стр. 24-27. 2019 йыл 25 апрель архивланған.
  6. Информационный бюллетень Общественной палаты Республики Татарстан за 2011 год, стр. 61 2011 йыл 30 август архивланған.
  7. «республиканың тарихи-мәҙәни һәм рухи мираҫын һаҡлауға, үҫтереүгә, популярлаштырыуға индергән өлөшө һәм оҙаҡ йылдар башҡарған тырыш хеҙмәте өсөн» «Сөембикә» журналы, 2017 йыл, ноябрь, 19-сы бит