Вәлиев Рифҡәт Нурый улы
Вәлиев Рифҡәт Нурый улы | |
Тыуған көнө | 15 октябрь 1931 (93 йәш) |
---|---|
Һөнәр төрө | ғалим |
Вәлиев Рифҡәт Нурый улы (15 октябрь 1931 йыл) — конструктор. 1962—1993 йылдарҙа Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1976).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рифҡәт Нурый улы Вәлиев 1931 йылдың 15 октябрендә Татар АССР-ының Ташлыҡ ауылында тыуған. 1962 йылда Ҡазан авиация институтын тамамлаған. 1993 йылға тиклем Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә эшләй: 1964—1972 йылдарҙа, 1975—1981 йылдарҙа һәм 1986—1992 йылдарҙа конструкторҙар бюроһы начальнигы, 1972—1975 йылдарҙа цех начальнигы, 1981 йылдан алып баш конструктор урынбаҫары, 1984—1986 йылдарҙа баш конструктор.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вәлиев Рифҡәт Нурый улы етәкселегендә «Космос» сериялы юлдаштар өсөн команда‑иҫәпләү һәм иҫәпләү ҡорамалдары, «Восток», «Восход», «Союз» сериялы йыһан караптары, «Салют», «Мир» орбиталь станциялары, «Прогресс» йөк ташыу карабы өсөн борт ҡоролмалары комплекттары, граждандар һәм хәрби самолёттарҙың пилотаж‑навигация комплекстары өсөн аппаратура эшләп сығарыу үҙләштерелә. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981). «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнгән (1976).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1981)
- «Почёт Билдәһе» ордены (1976).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Вәлиев Рифҡәт Нурый улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 13 октябрь 2021)