Богомолова Галина Евгеньевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лёгкая атлетика
Лёгкая атлетика
Галина Богомолова
Дөйөм мәғлүмәт
Тыуған ере һәм ваҡыты

15 октябрь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[1] (46 йәш)
Белорет, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Гражданлығы

 СССР
 Рәсәй

Буйы

163 см

Ауырлығы

46 кг

Тренеры

Т. В. Сенченко
Е. Г. Сенченко

Спорт карьераһы

1996—2011

IAAF

14297417

Шәхси ҡаҙаныштар
1500 м

4:10,00 (2004)

3000 м

8:42.03 (2005)

5000 м

14:59,72 (2004)

10 000 м

30:26,20 (2003)

15 км

49:56 (2005)

20 км

1:07:08 (2005)

Ярым марафон

1:10:34 (2005)

25 км

1:23:24 (2006) Ҡалып:NR

30 км

1:40:12 (2006) Ҡалып:NR

Марафон

2:20:47 (2006) Ҡалып:NR

Личные рекорды в помещении
1500 м

4:12,65 (2003)

3000 м

8:49,21 (2004)

Богомолова Галина Евгеньевна (15 октябрь 1977 йыл) — Рәсәй еңел атлеты, уртаса һәм оҙон дистанцияға йүгереү менән шөғөлләнә. Өс тапҡыр Олимпия уйындарында ҡатнашыусы (2000, 2004, 2008)[2]. 2008 йылдағы Рим марафоны еңеүсеһе. Биш тапҡыр Рәсәй чемпионы (2000, 2003, 2005, 2006). 25 һәм 30 километрға шоссе буйлап һәм марафонда йүгереү буйынса Рәсәй рекордсыһы[3]. Халыҡ-ара класслы Рәсәй спорт мастеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Галина Евгеньевна Богомолова 1977 йылдың 15 октябрендә Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған[4]. Бәләкәй сағынан спорт менән шөғөлләнә, башлыса еңел атлетика, йүгереү менән мауыға. Татьяна Васильевна Сенченко һәм Евгений Гаврилович Сенченко тренерҙар тандемы етәкселегендә шөғөлләнә[5].

1996 йылда еңел атлет Галина Богомолова үҫмерҙәр йыйылма командаһына индерелә, ә өс йылдан милли йыйылма командаһы ағзаһы була. Магнитогорск ҡалаһында дәүләт педагогия университетын тамамлай. 2000 йылда спортсы Рәсәй чемпионатында ҡатнаша, беренсе һәм өсөнсө урын биләй. Галина һуңыраҡ та шулай уҡ уңышлы сығыш яһай — 2003 һәм 2004 йылдарҙа — шул уҡ турнирҙарҙа. 2000 йылда Галина шулай уҡ Европа Кубогында ҡатнаша һәм икенсе урынға лайыҡ була.

2003 һәм 2004 йылдарҙа Галина Богомолова донъя чемпионаттарында сығыш яһай. 2004 йылда Галина Афинала Олимпия уйындарында ҡатнаша, ә бер йылдан Хельсинкиҙа донъя чемпионатының финалына инә. 2006 йылда Галина Богомолова Чикагола уҙғарылған марафонда еңеүсе була, ә 2008 йылда Римда уҙғарылған марафонда еңеү яулай. 2008 йылда Рәсәй олимпия йыйылма командаһы составына инә һәм Пекинда «Олимпиада 2008»ҙә ҡатнаша, унда марафон дистанцияһы финишына килеп етә алмай[6].

Балаһы тыуғандан һуң, 2011 йылда ярыштарға әйләнеп ҡайта: ярым марафон буйынса Рәсәй чемпионатында икенсе булһа, һуңынан Нью-Йорк марафонында 10-сы урынды биләй[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]