17 июль
Перейти к навигации
Перейти к поиску
17 июль | |
![]() |
17 июль — григориан стиле буйынса йылдың 198-се (кәбисә йылында 199-сы) көнө. Йыл аҙағына тиклем 167 көн ҡала.
← июль → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | |
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Рәсәй:
- Хәрби-Диңгеҙ авиацияһы көнө.
- Этнографтар көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1775: АҠШ-та донъялағы тәүге хәрби госпиталь эшләй башлай.
- 1945: Союздаш дәүләттәр етәкселәренең Потсдам конференцияһы асыла.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Георгиев Александр Сергеевич (1975), спортсы. 1999—2004 йылдарҙа «Башнефть» шашка клубы өсөн сығыш яһаусы. 1992 йылдан Халыҡ-ара шашка уйындары буйынса Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы, халыҡ-ара гроссмейстер (1995), Рәсәй гроссмейстеры (1996). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1999). Классик программа буйынса донъя (2002—2004, 2006, 2011, 2013), Европа (1995, 2006, 2010), Рәсәй (1994—1995, 1997, 2000, 2002, 2005—2007, 2009—2011) чемпионы.
- Шәйәхмәтов Рөстәм Әсхәт улы (1975), Рәсәй спортсыһы (шашка, шашка композицияһы), әҙәбиәт белгесе, мифолог һәм фольклорист, спорт журналисы. 2017 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союздары ағзаһы. Шашка композицияһы буйынса халыҡ-ара мастер. Шашка композицияларын сисеү буйынса Литва асыҡ чемпионатының бронза призеры (2008). Бөтә донъя шашка федерацияһының композиция буйынса комитетында Рәсәй вәкиле.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ноғман Мусин (1931), Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981). «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2011) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Волкова Любовь Григорьевна (1927—2016), инженер-технолог, 1965—1994 йылдарҙа Өфө нефть эшкәртеү заводының ҡулайламалар начальнигы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1960).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Плекунов Владимир Иванович (1923—6.01.2001), театр рәссамы, 1966 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР‑ҙың (1969) һәм Башҡорт АССР‑ының (1953) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, БАССР‑ҙың халыҡ рәссамы (1964) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1980). 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Почёт Билдәһе (1955) ордендары кавалеры.
- Мирсаев Рафаил Нурый улы (1948—22.04.2016), ғалим, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Философия фәндәре кандидаты (1990). Рәсәй Федерацияһы Социаль технологиялар һәм урындағы үҙидаралыҡ академияһы ағза-корреспонденты (2003). Башҡортостан Республикаһының I—III саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Агарков Алексей Григорьевич (1939—13.06.2002), нефтсе, 1970—2002 йылдарҙа Татарстандың «Баулынефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығының быраулаусыһы һәм быраулау мастеры. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы (1987) һәм Татарстан комсомолының Муса Йәлил исемендәге премияһы (1978) лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Яңы Васильевка ауылынан.
- Дәүләтҡолов Әхмәт Хажмөхәмәт улы (1944), ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Философия фәндәре докторы (1999), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2004), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2012), Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты (2014).
- Фәррәхова Альбина Әнәс ҡыҙы (1959), педагог, Ағиҙел ҡалаһы 1-се мәктәбенең математика уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1800: Николай Гольц, Рәсәй империяһының балет артисы, хореограф, педагог.
- 1850: Анна Жюдик, Францияның оперетта артисткаһы.
- 1899: Джеймс Кэгни, АҠШ-тың театр һәм кино актёры.
- 1900: Марсель Далио, Франция актёры.
- 1905: Эдгар Сноу, АҠШ журналисы.
- 1915: Владо Байич, хәрби эшмәкәр, генерал-полковник, Югославияның халыҡ геройы.
- 1920: Гордон Гулд, АҠШ-тың ғалим-физигы, лазерҙы уйлап табыусы.
- 1920: Хуан Антонио Самаранч, Испания сәйәсмәне, бизнесмен, Халыҡ-ара олимпия комитеты — МОК-тың етенсе (1980—2001) президенты.
- 1925: Джимми Скотт, АҠШ йырсыһы, музыкант.
- 1925: Мөхәммәд Хәсән Шәрк, дәүләт эшмәкәре, 1988—1989 йылдарҙа Афғанстандың премьер-министры.
- 1935: Дайан Кэрролл, АҠШ актрисаһы, йырсы.
- 1935: Дональд Сазерленд, Канада актёры, кинопродюсер, «Эмми» һәм «Алтын глобус» премиялары лауреаты.
- 1940: Александр Игишев, СССР һәм Украина кинорежиссёры.
- 1940: Александра Назарова, СССР һәм Рәсәй театр һәм кино актёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2001).
- 1945: Алексей Рыбников, СССР һәм Рәсәй композиторы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989), Рәсәйҙең халыҡ артисы (1999).
- 1954: Ангела Меркель, 2005 йылдан Германияның федераль канцлеры.
- 1975: Darude (төп исеме Вилле Виртанен), Финляндия продюсеры, диджей.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]