Лазер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лазер (красный, зеленый, синий).
Лазер (лаборатория NASA).

Лазер — оптик квант генераторы (ингл. Light Amplification by Stimulated Emission of Radiation — мәжбүри нурланыш ярҙамында яҡтылыҡты көсәйтеү), оптик диапазондағы электромагнит нурланыш генераторы; оптик генератор — тулҡыны билдәле бер оҙонлоҡта булған, бик нәҙек, көслө нур сығанағы[1]; квант системаһына тәьҫир итеп, системанан ҡыҫҡа ваҡытлы, нәҙек һәм бер йүнәлештәге яҡтылыҡ нурҙары сығарыусы генератор[2]; квант системаһына тәьҫир итеп, нәҙек һәм бер йүнәлештәге яҡтылыҡ нурҙары сығарыусы генератор[3]. Лазер механизмы актив мөхиттәге мәжбүри нурланышты файҙаланыуға нигеҙләнгән.

Төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Актив мөхит төрө буйынса — газлы, шыйыҡ, ҡаты есемле (ярым үткәргесле һәм ирекле электрондарҙа), эшләү режимы буйынса — өҙлөкһөҙ һәм импульслы, генерация тулҡынының оҙонлоғо буйынсаса күҙгә күренгән һәм инфраҡыҙыл диапазондағы лазерҙарға айыралар

Тәьҫир итеү принцибы һәм ҡулланылышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәҙәти оптик нурланыш сығанаҡтарынан сыҡҡан нурланыш параметрҙары (когерентлыҡ, монохроматлыҡ һ.б.), эшләү принцибы (эш башҡарыусы мөхиттең тултырыу инверсияһын тыуҙырыуға нигеҙләнгән) һәм төҙөлөшө (актив элемент, ҡыҫыу системаһы һәм 2 айырыуса ныҡ сағылдырған көҙгөнән — уларҙың береһе ярым үтә күренеүсән — торған оптик резонаторы бар) менән айырыла. Лазер физикала, химияла, биологияла, медицинала, электронлы, шул иҫәптән хәрби, техникала, автомобиль сәнәғәтендә, караптар, машиналар эшләүҙә , элемтәлә һ.б. ҡулланыла. 20 б. 70‑се йылдарҙа.

Лазер буйынса тикшеренеү эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт дәүләт университетының лазер тикшеренеүҙәре лабораторияһында лазер яһау һәм ғәмәлгә индереү буйынса эштәр башлана. Алюмоиттрийлы гранат кристалы нигеҙендә эрбий иондары (3 микронлы лазер) ҡатыштырылған, полярлаштырылған сығарыу урыны булған наносекундлы лазер тәжрибә экземпляры, неодим иондары ҡатышмаһы булған алюмоиттрий гранаты кристалы нигеҙендәге махсус тәғәйенләнешле лазер (А.Ғ.Аҡманов, А. М. Вальшин, Б.Ғ.Шакиров, Ә.Ғ.Ямалетдинов) һ.б.; тиҫкәре кире бәйләнешле микросекундлы лазер тәжрибә экземплярҙары 1986—88 йылдарҙа СССР ФА‑ның Йыһан тикшеренеүҙәре институтында (Мәскәү) индерелә, квазиөҙлөкһөҙ лазер — резисторҙарҙы яраҡлаштырыу һәм ҡалын плёнкалы гибрид интеграль схемаларҙы көйләү өсөн 1989 йыл С. М. Киров ис. Башҡортостан ҒПБ‑нда, «Квант‑М» ҡулайламаһы составында гибрид интеграль схемаларҙың керамик плиталарын тәрән итеп сыймаҡлау өсөн 1989—91 ййылдарҙа Өфө «Полигон» ААЙ ҒПП‑нда индерелә. ӨДАТУ‑ла С. Т.Күсемов етәкселегендә ҡеүәтле лазер нурланышының параметрҙарына идара итеү өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә.

Лазер технологиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лазер технологиялары тип, лазер нурланышы ярҙамында материалды йәки ярым фабрикатты эшкәртеү, яһау, уларҙың хәлен, үҙенсәлектәрен һәм формаһын үҙгәртеү ысулдары йыйылмаһын атайҙар. Лазер технологиялары 1‑ҙән бер нисә мең Вт тиклем ҡеүәтле ҡаты есемле һәм газлы (углекислый газ) лазерҙар ҡулланыла. Технологик операцияларҙың төрөнә ҡарап гравёрлау, маркалау, лазер м‑н сыныҡтырыу, иретеү, ҡырҡыу, иретеп йәбештереү, термик нығытыу һ.б. айырыла.

Башҡортостанда лазер технологиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанда лазер технологиялары 20 быуаттың 80‑се йылдар аҙағынан алып сәнәғәттең төрлө өлкәләрендә, медицинала һ.б. индерелә башлай. Лазер технологиялары эшкәртелә торған материалға билдәле урында ғына тәьҫир итеү, технологик процестарҙы теләһә ниндәй мөхит эсендә (вакуумда, газда, шыйыҡлыҡта, ҡаты есемдә) үткәреү, ябыҡ арауыҡтағы эшкәртеү зоналарына энергияны контактһыҙ ысул м‑н тапшырыу мөмкинлеген бирә. Юғары етештереүсәнлекте, энергия һәм материалдарҙы һаҡлап тотоноуҙы, эшкәртеүҙең аныҡлығын һ.б. тәьмин итә.

Лазер технологиялары буйынса эшләгән ғалимдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында Д.Ә.Ғәниев, Г. И. Рассохин, Р. М.Әхмәтдинов һ.б. тарафынан үткәргес торбаларҙың бөгөлгән тармаҡтары арҡыры киҫелешенең ҡалдыҡ деформацияһын контролдә тотоу һәм фактик характеристикаларын үлсәү өсөн БЛИК-ГИБ контактһыҙ лазер үлсәү комплексы уйлап табыла, ул «Башкирэнерго» ААЙ‑нда индерелә. ӨМЭПБ‑ла, Күмертау авиация производство пр‑тиеһында, «Гидравлика» ФДУП‑ында, ӨАПБ‑ла, ӨПЭПБ‑ла, Етештереү технологияһы һәм уны ойоштороу институтында һ.б. тутыҡмай торған ҡоростан, титан иретмәләренән, керамиканан яһалған деталдәрҙә бәләкәй диам. (0,8 мм тиклем) тишектәр тишеү, 5 мм тиклем ҡалынлыҡтағы табаҡлы материалды лазер м‑н ҡырҡыу, гравёрлау, иретеп йәбештереү, ҡырҡҡыс инструментты нығытыу, шаблондар киҫеп алыу һ.б. өсөн лазер технологиялары индерелә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лазер // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  2. Русско-башкирский, башкирско-русский словарь терминов по физике (Х. Х. Кадырметов, 1984)
  3. Русско-башкирский словарь терминов по астрономии (В. С. Сулейманов, З. А. Сиразитдинов, 2009)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]