16 ноябрь
Перейти к навигации
Перейти к поиску
16 ноябрь | |
![]() |
16 ноябрь — григориан стиле буйынса йылдың 320-се көнө (кәбисә йылында 321-се). Йыл аҙағына тиклем 45 көн ҡала.
← ноябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
29 | 30 | |||||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер: Толерантлыҡ көнө.
Куба: Изге Кристобаль көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1918: Венгрия үҙен республика итеп иғлан ителә.
- 1938: Самбо спорттың яңы төрө булараҡ билдәлелек ала.
- 1945: ЮНЕСКО ойошторола.
- 1964: Нефтекамала хәҙерге 27-се һөнәри лицей эш башлай.
- 1966: Иң мул метеор ағымы күҙәтелә (бер сәғәттә 2300 метеор).
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ерилин Михаил Васильевич (1945—24.07.2012), Башҡортостанда тыуып, рус телендә ижад иткән шағир, тәржемәсе. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты (2010).
- Сәйетбатталов Таһир Фәйзрахман улы (1950), ғалим-зоотехник, хужалыҡ эшмәкәре. 1980–1997 һәм 2004–2005 йыылдарҙа Благовар ҡошсолоҡ фабрикаһы һәм «Благовар тоҡомсолоҡ ҡошсолоҡ заводы» дәүләт унитар предприятиеһы директоры һәм баш ғилми хеҙмәткәре; 2013 йылдан «М. Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы» сауҙа йортоноң генераль директоры, бер үк ваҡытта 2000 йылдан Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1998). Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1991). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Фёдоровка районы Денис ауылынан.
- Хызыров Вәхит Ғәлибай улы (1965), йырсы (лирик тенор). 1991 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының хор артисы, 1994 йылдан — хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының солист-вокалисы, шул иҫәптән 2003—2004 йылдарҙа художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1991 йылдан Өфө сәнғәт училищеһы, 1998—2013 йылдарҙа хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2001) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Азаматов Марат Мостафа улы (1941—4.04.2002), СССР хоккейсыһы Һәм Рәсәй тренеры. РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1978).
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Холмов Владимир Илларионович (1948), журналистика ветераны, Бишбүләк районының «Светлый путь» гәзитенең элекке мөхәррире, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Сафин Файыҡ Ғәзизйән улы (1929—2014), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәре. 1957—1994 йылдарҙа Ишембай туберкулёзды дауалау диспансерының баш табибы. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Ишембай ҡалаһы һәм районының почётлы гражданы (2001).
- Ковган Станислав Трофимович (1934), ғалим-инженер-механик. 1974 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта 1997—2009 йылдарҙа Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһының теоретик һәм ғәмәли механика кафедраһы мөдире. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1993). Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Никифоров Юрий Никифорович (1934—27.11.2012), ғалим-тарихсы, политолог. 1963—1975 һәм 1978—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1968—1975 һәм 1978—2012 йылдарҙа хәҙерге политология кафедраһы мөдире. Рәсәй Федерацияһы Гуманитар фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1994), тарих фәндәре докторы (1978), профессор (1980). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983), РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960). СССР‑ҙың юғары мәктәп отличнигы (1984), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1999).
- Зәйнуллин Хәмит Насретдин улы (1944—21.01.2003), ғалим-инженер‑технолог. 1970—1995 йылдарҙа Өфө нефть институты һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусыһы, 1995 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ғилми-тикшеренеү институтының лаборатория мөдире. Техник фәндәр докторы (2000). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы Арҡауыл ауылынан.
- Пшеничнюк Анатолий Иванович (1949—18.04.2015), ғалим-физик. 1971—1986 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, 1986 йылдан — Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр, 2008 йылдан — төп ғилми хеҙмәткәр. Физика‑математика фәндәре докторы (2001). Сығышы менән Дәүләкән ҡалаһынан.
- Ғәлин Илһам Илүс улы (1969), шәхси эшҡыуар, Башҡортостан Республикаһының 4-се һәм 5-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 42 б.э.т.: Тиберий, Рим императоры.
- 1717: Жан Лерон Д’Аламбер, Франция математигы.
- 1874: Александр Колчак, Рәсәй империяһы адмиралы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1272: Генрих III, Англия короле.
- 2006: Милтон Фридман, АҠШ иҡтисадсыһы.