Эстәлеккә күсергә

Сәйетбатталов Таһир Фәйзрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәйетбатталов Таһир Фәйзрахман улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 16 ноябрь 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Федоровка районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Денис, Федоровка районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө зоотехник
Эш урыны Башҡорт дәүләт аграр университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт аграр университеты
Ғилми дәрәжә ауыл хужалығы фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Сәйетбатталов Таһир Фәйзрахман улы (16 ноябрь 1950 йыл) — зоотехник, хужалыҡ эшмәкәре. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (1998). Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре[1]. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1991)

Сәйетбатталов Таһир Фәйзрахман улы Башҡорт АССР-ының Фёдоровка районы Денис ауылында тыуған. 1973 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлағандан һуң, Башҡорт ауыл хужалығы институтының уҡытыу‑тәжрибә хужалығында эшләй, 1977 йылдан алып «Туймазы» ҡошсолоҡ фабрикакаһының баш зоотехнигы. 1980—1997 йылдарҙа һәм 2004—2005 йылдарҙа «Благовар тоҡомсолоҡ‑ҡошсолоҡ заводы» дәүләт унитар предприятиеһында: 1980 йылдан башлап директор, 2004 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр; 1997 йылдан алып «Башхлебопродукт» дәүләт унитар агрохужалыҡ предприятиеһында: генераль директор, 1998 йылдан — генераль директорҙың 1‑се урынбаҫары, 2000 йылдан — генераль директор урынбаҫары. 2000—2002 йылдарҙа һәм 2011—2012 йылдарҙа «Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә директор, 2003—2004 йылдарҙа генераль диектор урынбаҫары. 2005 йылдан башлап «Урал‑Волга буйы агросәнәғәт төркөмө» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең (Өфө) генераль директор урынбаҫары, 2006—2010 йылдарҙа «Турбаҫлы бройлерҙары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә (Благовещен ҡалаһы) директор, 2013 йылда — «М.Ғафури исемендәге Башҡортостан ҡошсолоҡ комплексы сауҙа йорто» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры; бер үк ваҡытта 2000 йылдан алып Башҡорт дәүләт аграр университетында уҡыта[1].

Сәйетбатталов Таһир Фәйзрахман улының фәнни тикшеренеүҙәре ҡошсолоҡта селекцияға һәм тоҡомсолоҡ эшенә арналған. Сәйетбатталов тарафынан өйрәктең төҫлө башҡорт тоҡомо, «Благоварский» ике линиялы кросы һ.б. өйрәк тоҡомдары сығарыла, тоҡомло ҡоштарҙы һәм бала ҡоштарҙы аҫырау ысулдары эшләнә. «Благовар» ҡошсолоҡ заводыдын асыу инициаторы һәм ойоштороусыһы. 140‑ҡа яҡын фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы. Башҡортостан Республикаһының һыу ҡоштары буйынса селекция программалары етәксеһе (1993—2009), Рәсәй Федерацияһының өйрәкселек буйынса фәнни‑етештереү системаһы дирекцияһы советы (1993—2009), Башптицесоюз (2004 й. алып) рәйесе[1].

Сәйетбатталов Таһир Фәйзрахман улы 55 фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 3 патент һәм селекция ҡаҙаныштары тураһында 3 авторлыҡ танытма авторы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Утководство в Республике Башкортостан (селекция и технология). Уфа, 1997; Птицеводство Республики Башкортостан в цифрах и фактах. М., 2000;
  • Любительское животноводство и птицеводство. Уфа, 2003 (авторҙашта).