Башҡортостанда ислам
Башҡортостанда ислам | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Башҡортостанда ислам Викимилектә |
Башҡортостанда ислам — ислам диненең Башҡортостанда таралыу тарихы һәм уның хәҙерге торошо.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ислам диненең тарихи Башҡортостанға үтеп инеүенә мосолман илдәре менән VIII—IX быуаттарҙа урынлаштырылған сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр булышлыҡ иткән. Башҡортостандың Ишембай районындағы Левашёв ҡәберлеге Уралдың тәүге мосолман археологик ҡомартҡыһы булып иҫәпләнә. Бында эҙләнеү барышында Ғәрәп хәлифәлегенең 706 һәм 712 йылғы өс көмөш дирһәме һәм алтын динары, шулай уҡ мәйеттәрҙең ҡулдары кәүҙә буйлап һуҙылған, баштары көнбайышҡа йүнәлтелгән иртә мосолман ҡәберҙәре табылған[1]. Хөсәйенбәк кәшәнәһе янындағы Аҡзыяратта боронғо ҡуфа стилендәге ғәрәп яҙмалы ҡәбер таштары табылған, был уларҙың VII—IX быуаттарҙа барлыҡҡа килеүен дәлилләй[2].
VII быуатта пәйғәмбәр Мөхәммәттең үҙ сәхәбәләрен Көньяҡ Уралға ебәреүе тураһында мәғлүмәттәр бар. Тарихсылар Хисаметдин бин Шәрәфетдин һәм Тажетдин Ялсығол әл-Башҡорди Башҡортостанға ебәрелгән өс сәхәбәне атайҙар, шулай уҡ башҡорттарҙан кемдәр тәүгеләрҙән булып ислам динен ҡабул итеүе хаҡында хәбәр итәләр. Хисаметдин бин Шәрәфетдин үҙенең «Болғар тарихы» китабында башҡорттарҙың ислам динен үҙ күршеләренән иртәрәк, һижрә буйынса 195 йылда (Григориан календары буйынса 748 йылда) ҡабул итеүҙәре тураһында яҙа[3]. «Кун-әл-әкбәр» («Ваҡиғаларҙың асылы») төркиҙәр тарихында башҡорттарҙың яҡынса 70 ҡалаһы һәм ҡәлғәһе булыуы, ә исламды улар һижрәнең 530 йылда (Григориан календары буйынса 1152 йылда) ҡабул итеүҙәре хаҡында телгә алына[3].
Урта Азия илдәре менән мәҙәни һәм сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәре Башҡортостанда хәнәфи мәзһәбе тәғлимәтенең таралыуына булышлыҡ иткән. Башҡорттар араһында ислам диненең таралыуына шулай уҡ 922 йылда Волга буйы Болғарының исламды дәүләт дине булараҡ ҡабул итеүе лә сәбәпсе булған. Әммә Аллен Франк буйынса, «иң мөһиме башҡорттарҙың исламлаштырыу тураһындағы бик боронғо күпселек һәм йыш ҡына осраған риүәйәттәрендә — был Болғар ҡалаһы уларҙа бөтөнләй булмауы, ә исламлаштарыу Бохара, Бағдад һәм Анатолия миссионерҙарына беркетелә»[4]. Иртә осорҙа башҡорттарҙа ислам динен таратыуҙа ҙур ролде Әхмәт Йәсәүи һәм Нәҡшбәндиә тәриҡәттәренең суфый миссионерҙары башҡарған, улар Көньяҡ Уралға Урта Азияның үҙәк ҡалаларынан, тәү сиратта Бохаранан, килгән.
Мөхәммәт Рамаҙан әл-Әүеш шәйехтең эшмәкәрлеге XIII быуатҡа ҡарай, ул Әүеш тауында (хәҙерге Башҡортостандың Учалы районында) ерләнгән. «Башҡортостандың беренсе имамы» — Хөсәйенбәктең эшмәкәрлеге — XIV быуатҡа ҡарай[5]. Фараз буйынса Башҡортостандың төп ғибәҙәтханаһы — Хажи мәсетенә нигеҙ һалыныу ҡазый Хөсәйенбәктең эшмәкәрлегенә бәйле. 1736 йылдың яҙында башҡорт ихтилалдарын баҫтырыу барышында был мәсет И. К. Кириловтың каратель отрядтары тарафынан емерелгән[6].
Башҡортостанда инглиз Вильгельм менән бергә «өҙлөкһөҙ 6 йыл» йәшәгән Минориттар ордены вәкиле венгр Иоганка үҙенең орден генералына 1320 йылда яҙған хатында былай итеп хәбәр итә: «Баскардия батшаһын һәм уның ғаиләһенең күпселек өлөшөн беҙ мосолман (сарацин) хаталаныуына тамам бирелгән көйө таптыҡ»[7]. Башҡортостан территорияһының мосолман Алтын Урҙа, Ҡазан һәм Себер ханлыҡтары, Нуғай Урҙаһы составында булыуы шулай уҡ башҡорттарҙа исламдың урынын артабан да нығытыуға яҡшы йоғонто яһай. Үзбәк хан осоронда (1312—1342 йылдар) ислам Алтын Урҙа ханлығының рәсми дине тип танылған. Уның идара иткән дәүерендә Бохарала дини белем алған миссионерҙар башҡорттарға мосолман дине таратыу маҡсаты менән күпләп килгән. Башҡортостандың — Ағиҙел, Өршәк, Дим, Сәрмәсән, Ыҡ йылғалары үҙәндәрендә 20-нән артыҡ мосолман миссионерының ҡәбере урынлашҡан.
Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының төп шарты булып дин тотоу азатлығын һәм башҡорт халҡының традицион йолаларын һаҡлап алып ҡалыу торған. Батша властарының, килешеү шарттарын боҙоуы, (көсләп суҡындырыу һ.б.) күп тапҡыр башҡорт ихтилалдары тоҡаныуға сәбәпсе булған. Мәҫәлән, XVII быуат аҙағында Сәйет-батыр (Сәфәр хан) етәкселегендәге ихтилал джихад төҫөн алған булған.
XVII—XVIII быуаттарҙа башҡорттарҙың бөтөн тормош сфераһында, ғаилә-никах, шәхес-ара мөнәсәбәттәрендә мосолман нормалары һәм ҡиммәттәре билдәләүсе әһәмиәткә эйә булған. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда мосолман мәғарифы үҫеш ала, яңы мәҙрәсә һәм мәктәптәр асыла. 1788 йылда Өфөлә батша властары тарафынан мосолмандарҙы күҙәтеү аҫтында тотоу маҡсатында Ырымбур мосолман Диниә назаратына нигеҙ һалына. Шул уҡ ваҡытта Урал-Иҙел буйында исламдың һәм рәсми мосолман руханиҙарының позицияһы нығына. XIX быуат аҙағына Өфө губернаһында 2 меңгә яҡын мосолман руханийы булған. Халыҡ мосолман байрамдарына, йолаларына, изге урындарға хаж ҡылыу кеүек традицияларға тоғро ҡалған. Мосолман йолаларын тотоу һәм тормош нормаларын үтәү кәрәклеге ғәрәп графикаһы нигеҙендәге яҙма үҫешенә, мәсеттәр төҙөлөүгә ярҙам иткән.
XIX быуат аҙағына мосолмандар араһында реформаторлыҡ һәм традиционалистик ҡараштар әүҙемләшкән. Традиционалистик реакция, ҡәҙимселек, консерватив муллаларҙың дини общинала бикләнергә һәм Рәсәй модернизацияһын һанға һуҡмаҫҡа саҡырыуында сағыла. Милли интеллигенция һәм прогрессив муллалар, исламды донъяға ҡараш системаһы итеп һаҡлап ҡалыу маҡсатында, йәдитселек реформатор хәрәкәте мосолман общинаһын уның иҡтисадын модернизациялау (яңыртыу), мәҙәниәтен секуляризациялау (донъяуилаштырыу) һәм йәмғиәт-сәйәси тормошто ойоштороу аша заманға яраҡлаштырыуҙа, тип аңлатҡан. Ошоноң менән бергә башҡорт йәмғиәтенең байтаҡ өлөшөнөң кешелек ҡиммәттәрен, мәҙәни традицияларҙы кире ҡағыуы (маргиналлеге) һәм фәҡирләнеү (пауперизация) процесы күҙәтелгән. Ишанлыҡ — иң яҡшы үҙенсәлеген юғалта барған (деградация), фәлсәфәүи, әхлаҡи нигеҙҙәрен юғалтҡан, әммә ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм социаль үҙ-ара мөнәсәбәт формаларын һаҡлаған суфыйсылыҡ кәрәкле була барған, талап ителгән. Ишанлыҡ регионда йолалар һәм ритуалдар менән мауығыу, догмаларға буйһоноу һымаҡ традицияларға бай Нәҡшбәндиә-Мөджәддидиә дини тәриҡәте эшмәкәрлегендә сағылған. Уның күп кенә шәйехтәре, дини һәм мөғәллимлек эшмәкәрлегенән тыш, эшҡыуарлыҡ, сәйәсәт менән шөғөлләнгән, эре ер биләүсегә әйләнгән. Йәғни суфыйсылыҡтан әхлаҡи система алып ташланған, унда бары йола үтәү формаһы ғына һаҡланған.
Башҡортостан буйлап 1893, 1894 һәм 1896 йылдарҙа уҙғарылған этнографик экспедициялар материалдарынан билдәле булыуынса, һәр ауылда мәсет булғаны күрһәтелгән[8]. 1913—1915 йылдарҙа Өфө губернаһында 91 мең уҡыусы (шәкерт), шуның 18 меңе — ҡыҙҙар уҡыған 1579 мосолман башланғыс (мәктәбе) булған. XIX быуатта Башҡортостанда суфыйсылыҡтың бер төрө, классик мосолман фәлсәфәһенең йүнәлеше — ишанлыҡ барлыҡҡа килә. Нәҡшбәндиә-Мөджәддидиә берҙәмлеге крайҙың ишанлыҡ хәрәкәте үҙенсәлектәрен, йолаларға һәм ритуалдарға әүәҫлеген, догматтарға буйһоноуҙы, күрһәтә. Ислам мәғарифы үҙәктәре булып ҡайһы берҙәренә уҡытыуҙың яңы методтары индерелгән «Ғәлиә», «Ғосмания», «Рәсүлиә», Стәрлебаш мәҙрәсәһе, «Хөсәйениә» һәм башҡа мәҙрәсәләр тора.
1917 йылдың 8 декабренән 20 декабренә тиклем Ырымбурҙа үткән III Бөтә башҡорт съезында диндең дәүләттән айырылыуы һәм бөтөн диндәрҙең дә тиң хоҡуҡлығы тураһындағы 12-се һанлы постановление раҫланды. Унда «Башҡортостан мөхтәриәтенең диниә назараты, автономлы булараҡ, үҙенең мөмкинлектәренән сығып, дини һәм дини-мәҙәни һәм ағартыу учреждениелары (мәктәптәр, мәҙрәсәләр, китапханалар һ.б.) асырға хоҡуҡлы, тип белдерелгән»[9]. Һәр кантонда ҡазыйҙар һайлана. 1924 йылда Мосолмандарҙың Диниә Назараты Башҡортостан АССР-ы мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты (ЦДУМ БАССР) тип атала башлай. 1917 йылда Ырымбур мосолман Диниә назараты Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты тип атала башлай, аҙағыраҡ РСФСР мосолмандары Үҙәк Диниә назараты тип, СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты (ЦДУМ) тип йөрөтөлә, (хәҙер — Рәсәй мосолмандарының үҙәк диниә назараты). Ошо диниә назаратының үҙәге булып һәр осорҙа ла Өфө ҡала. 1926 йылда Башҡортостан АССР-ы мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ҡарамағында 700 яҡын мәсет, шул иҫәптән Татар АССР-ы Арский кантонына ҡараған 9 мосолман мәхәлләһе[10], СССР-ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратына Башҡорт АССР-ы территорияһында урынлашҡан 1718 мәсет ҡараған, ә 1935 йылда — тейешенсә 300 һәм 700[11].
1920—1930 йылдарҙа, СССР-ҙың башҡа райондарындағы кеүек, Башҡорт АССР-ында ла дин менән көрәш йәйелдерелгән. Был көрәш мәсеттәрҙе емереү, дини уҡыу йорттарын ябыу, динлеләр араһында яңы байрамдар һәм традициялар индереүҙән ғибарәт булған. Сағыштырыу өсөн: әгәр 1927 йылда 2414 мәсет булһа, 1934 йылда — 323, ә 1940 йылда республикала ни бары 12 мәсет ҡалған булған. Мосолман руханиҙарының бер өлөшө репрессияға дусар ителгән. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ғына репрессиялар йомшарған.
1980 йылдарҙа республикала ябылған мәсеттәр яңынан тергеҙелә һәм яңылары төҙөлә, мосолман уҡыу йорттары асыла. 1990 йылда Өфөгә мосолмандар съезы саҡырыла. 1992 йылда Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты ойошторола. Дини әҙәбиәт баҫылып сыға башлай: «Диәнәт» журналы, «Ислам һәм йәмғиәт», «Болғар» гәзиттәре. Башҡортостан Республикаһында мосолман Ураҙа байрамы һәм Ҡорбан байрамы көндәре ял көнө тип иғлан ителде.
1989 йылда Өфөлә Мосолмандар Диниә Назаратының 200 йыллығына һәм Урал-Иҙел буйы халыҡтарының ислам динен ҡабул итеүҙең 1100 йыллығына бағышланған тантаналы саралар үтте. 1989 йылда дини эштәр буйынса Өфөләге СССР-ҙың Министрҙар Кабинеты Ҡарары нигеҙендә Өфө ҡалаһында Ризаитдин Фәхретдин исемендәге мәҙрәсә асыла. 2003 йылда ул Рәсәй ислам университеты тип үҙгәртелә. Шулай уҡ Өфөлә Мәрйәм Солтанова исемендәге, «Ғәлиә» мәҙрәсәләре, Стәрлетамаҡта — «Нур аль-Иман» мәҙрәсәһе, Октябрьскийҙа — «Нур-уль-Ислам» мәҙрәсәһе асыла .
Хәҙерге заманда дин
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]ХХI быуатта Башҡортостан Республикаһы халҡы мосолман динен тота, мәсеттәргә йөрөй, дини байрамдарҙы билдәләй. Ислам диненең таралыуы көслөк менән түгел, аҡрынлап ҡына бара, әйтер кәрәк, йәштәр һәм ирҙәр араһында дингә ылығыу аҙ дәрәжәлә күҙәтелһә, диндар ҡатындар күберәк. Башҡорт ғалимдары дин тотоу мәсьәләләрен һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе өйрәнә. Республикала барыһы 22 конфессия дин юлына ылыҡтыра.
2011 йылда Башҡортостандың Миәкә районындағы Илсеғол ауылы янындағы Нарыҫтауҙа Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәләр Зөбәйер бин Зәйет һәм Абдуррахман бин Зөбәйер ерләнгән тип фаразланып, уларға мемориал ҡуйылған[12]. 2013 йылда республикала барыһы 1060 мәсет булған[13].
Өфөлә Башҡортостан мосолмандары диниә назаратының, Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының һәм Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назаратының Төбәк Диниә назараты мөхтәсибәте мөфтөйҙәренең резиденциялары урынлашҡан.
Мәсеттәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Стәрлетамаҡ мәсете
-
Зәйнулла ишан исемендәге мәсет
-
«Ләлә-Тюльпан» мәсете
-
Салауат йәмиғ мәсете
-
Ҡантыҡтағы «Суфия» мәсете
-
Ишембайҙағы мәсет
-
Шишмәләге Хөсәйебәк мәсете
-
Темәстәге мәсет
-
Октябрьскийҙағы мәсет
-
Иҫке Ҡалмаштағы мәсет
-
Кинйәбулаттағы мәсет
-
Сибайҙағы "Тәҡүә" Йәмиғ мәсете
-
Белорет районы Асы ауылындағы мәсет
-
Учалылағы мәсет
-
Ергәндәге мәсет
-
Талбазылағы мәсет
-
Энергетик ҡасабаһындағы мәсет
-
Бөрйән районы Ҡурғашлы ауылындағы мәсет
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ахмад Макаров.
- ↑ Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. — Уфа, 2007. — С. 10.
- ↑ 3,0 3,1 Уметбаев М. И. Башкиры // Ватандаш. — 1998. — № 2. — С. 161—162. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Франк А. Дж. Исламская историография и «булгарская» идентичность у татар и башкир в России. — Казань, 2008. — С. 118.
- ↑ Хамидуллин С. И. Пути ислама на Южный Урал // Ватандаш. — 2013. — № 12. — ISSN 1683-3554.
- ↑ Витевский В. Н. И. И. Неплюев и Оренбургский край в прежнем его составе до 1758 г. Казань, 1897. Т. 1. С.146.
- ↑ Антонов И. В. Башкиры в эпоху средневековья. Уфа, 2012. — 308 с. — С. 41.
- ↑ Бельские просторы
- ↑ Юнусова А. Б. К истории Духовного управления мусульман Республики Башкортостан // Мир Ислама. — 1999. — № 1/2. — С. 149—162.
- ↑ Хәҙерге Татарстандың Миңзәлә районы
- ↑ Валеева М. Г. Духовное управление мусульман Республики Башкортостан. // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 264. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
тамғаһы дөрөҫ түгел;autogenerated1
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Юнусова А. Б. Мечети // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аминев З. Г., Ямаева Л. А. Региональные особенности ислама у башкир. — Уфа, 2009.
- В память столетия Оренбургского Магометанского Духовного Собрания, учрежденного в г. Уфе. СПб, 1892.
- Ислам от Каспия до Урала: Макрорегиональный подход: Сб. статей. — М., 2007.
- Малашенко А. В. Исламское возрождение в современной России. — М., 1998.
- Казанцев И. Описание башкирцев. Оренбургские губернские ведомости. СПб., 1866.
- Руденко С. И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. М.-Л., 1955.
- Калимуллин Б. Г. Архитектурные памятники Башкирии. Уфа, 1958.
- Юлдашбаев Б. Х. История формирования башкирской нации. Уфа, 1972.
- Юнусова А. Б. Ислам в Башкортостане. Уфа: УПК, 1999. 352 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юнусова А. Б. Ислам // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Музафарова Н., Каримов К. Распространение ислама на Урале // Ватандаш. — 1998. — № 7. — ISSN 1683-3554.
- Хамидуллин С. И. Пути ислама на Южный Урал // Ватандаш. — 2013. — № 12. — ISSN 1683-3554.
- Юнусова А. Б. Ислам.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 305—306. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
- Кутушев Р. Н., Юнусова А. Б. Мечети.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 398—399. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
- Ямаева Л. А. Региональный ислам: традиции и современное состояние // Ватандаш. — 2012. — № 12. — ISSN 1683-3554.
Видеояҙмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- YouTube сайтында Исламдың төньяҡ периферияһында
- YouTube сайтында Башҡортостанды исламлаштырыу: яңы ҡараш
- YouTube сайтында Сәхәбәләргә бирелгәнлек
- YouTube сайтында Башҡортостанда суфыйсылыҡ
- YouTube сайтында Суфыйсылыҡ феномены