Мөнирә (мәсет, Өфө)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәсет
Мөнирә (мәсет, Өфө)
Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Ҡала Өфө
Төҙөлөш 20022011 йылдар

2011

«Мөнирә» мәсете — Өфөләге мосолман дини ойошмаһы (Башҡортостан республикаһы). Өфө ҡалаһы Ленин районындағы Нижегородкала урынлашҡан. Ҡаланың был яҡ өлөшөндә берҙән-бер мәсет булып тора. Долгое күленең ярында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Мөнирә» мәсете Мөнирә Байғилдинаның шәхси аҡсаһына төҙөлгән, ул шулай уҡ мосолман ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте рәйесе[1].

Мәсет бинаһы 100 кешегә тәғәйенләнгән. Мәсет проекты авторы — Өфө йәмиғ Ләлә-Тюльпан мәсетенең архитекторы — Вәкил Дәүләтшин. Мәсетте төҙөү 2002 йылда башлана һәм 2011 йылда тамамлана. Мәсет асыу тантанаһы 2011йылдың 10 июнендә уҙа.

Ислам байрамдары көндәрендә бында мосолмандар йыйыла. Мәсеттә ислам нигеҙҙәре буйынса лекциялар уҡыла, шулай уҡ ҡул эштәренә һәм кулинария серҙәренә өйрәтәләр. Мәсеттә модельерҙар шәриғәт ҡанундарына ярашлы модалы кейем күрһәтәләр.

Мәсет эргәһендә хоккей майҙансығы төҙөлдө, был пландарҙы тормошҡа ашырыу өсөн «Урал» хәйриә фонды ярҙам күрһәтте[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. В уфимской мечети совершено нападение на главу мусульманского общества. IslamNews (4 октябрь 2010). Дата обращения: 10 май 2012. Архивировано 21 сентябрь 2012 года.
  2. Диана Султанаева. В Уфе хоккейная площадка впервые появилась при мечети. Медиакорсеть (27 декабрь 2011). Дата обращения: 10 май 2012. Архивировано 21 сентябрь 2012 года. 2013 йыл 6 февраль архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]