Дәүләтшин Вәкил Вәғиз улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Викидатала элемент тултырылмаған

Дәүләтшин Вәкил Вәғиз улы (10 март 1949 йыл)  — архитектор. 1997 йылдан Рәсәй Архитекторҙар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының почётлы архитекторы (2002). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1998). 

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Вәкил Вәғиз улы Дәүләтшин 1949 йылдың 10 мартында Башҡорт АССР-ының Покровка районының[1] Арҡауыл ауылында тыуған.

1973 йылда Мәскәү архитектура институтын тамамлай.

«Башкиргражданпроект» институты (Өфө) архитекторы; 1976 йылдан алып Түбәнге Варта ҡалаһында эшләй.

1988 йылдан Өфөлә эшләй: «Альтернатива» Бөтә Союз Ғилми-производство берекмәһе, 1989 йылдан — «Коду» проект-производство берекмәһе архитекторы, 1993 йылдан — «Уфагорпроект» предприятиеһының баш архитекторы, 2001 йылдан — «Экопроект „Вакар“» ЯСЙ директоры.

18 ҡатлы монолит торлаҡ йорттар (90-сы йылдар), «Ләлә-Тюльпан» мәсете (1998) һәм Сипайлов микрорайонындағы «Простор» сауҙа-күңел асыу комплексы (2004; бөтәһе лә — Өфө) проекттарының авторы. «Янғантау» шифаханаһын үҙгәртеп ҡороу планын эшләүҙә ҡатнаша (1989, авторҙашлыҡта). Кузнецов Затоны районын планлаштырыу проектының авторы (1990).

Ләлә-Тюльпан мәсете 1998 йылда архитектор Вәкил Дәүләтшин проекты буйынса төҙөлә. Мәсет бик һыйҙырышлы килеп сыға: намаҙ залында яҡынса 300 кеше, балкондарында — тағы ла 200 кеше һыя. Уҡыу кластары 100 кешeгә тәғәйенләнгән. Шулай уҡ мәсет бинаһында йыйылыш залы, ашхана һәм ятаҡхана бар. Вәкил Дәүләтшин мәсетте тюльпан сәскәһе рәүешендә эшләргә тәҡдим итә. Нәҡ шуға ла мәсет исеме үҙенсәлекле булып яңғырай — Ләлә-Тюльпан. Ысынлап та мәсет ошо сәскәгә оҡшаған[2].

Вәкил Дәүләтшин — Өфөләге «Мөнирә» мәсете проектының авторы. Мәсет 100 кешегә тәғәйенләнгән. Мәсеттең төҙөлөшөндә архитектор айырым иғтибарҙы уның манараһына бүлә, сөнки, уның фекеренсә, революцияға тиклемге башҡорт мәсеттәренең манаралары үҙенсәлекле булған: манара ғәҙәттә ҡыйыҡтың тап уртаһында урынлашҡан[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]