Башҡорт хореографияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Башҡорт бейеүе битенән йүнәлтелде)
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башҡорт опера һәм балет театры

Башҡорт хореографияһы — башҡорттарҙың бейеү сәнғәте.

Халыҡ хореографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хореография Башҡортостанда  бик боронғо сәнғәт төрҙәренә ҡарай. Бейеү ихтыяжы башҡорттарҙа туй йолалары (кәләш бейеүе, ҡәйнә бейеүе,  «Сыбыртҡылау» бейеүе), байрамдар, оҫталыҡ һынашыу  (ҡара-ҡаршы бейеү), ҡош тотемдары,  («Кәкүк» , «Ҡара тауыҡ» , «Аҡҡош», «Ҡор уйыны» бейеүҙәре), уңыш теләү, һунарсылыҡҡа, яуҙа еңеү теләктәренә  бәйле тыуған. 

Башҡорт бейеүҙәрендә төрлө атрибуттар ҡулланыла  (сыбыртҡы, яулыҡ, арҡан, шәл, ағастарҙы ҡорама менән биҙәү, милли кейемдәр, һөлгө). 

Башҡорт бейеүҙәре милли көйҙәргә башҡарыла. Башҡорт көйҙәренең үҙенсәлектәре:  дүрт тактлы ике фраза ҡабатланыуы, музыкаль үлсәме — 2/4. Квадрат  мелодик һәм метроритмик төҙөлөшлө көйҙәр төп урынды алып тора. Көйҙәр ҡурайҙа, ҡумыҙҙа, думбырала, тауыш менән башҡарыла.  

ХХ быуатта социалистик инҡилаптан һуң  марксистик-ленининсы ҡараштар өҫтөнлөк алыуы, ә ХХI быуатта капитализмға күсеү йоғонтоһо аҫтында күп бейеүҙәр боронғо инаныстар менән бәйлелеген юғалта һәм башлыса байрамдарҙа һәм тантаналарҙа ғына башҡарыла.

Башҡорт хореографияһының үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бейеүҙәрҙең ирҙәр[1] (һунар, хәрби, көтөүсе) һәм ҡатын-ҡыҙҙар бейеүҙәренә бүленеүе халыҡта ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар байрамдары булғанлығына бәйле.  Ир-ат бейеүҙәренең етеҙлек, хәрәкәттәр киҫкенлеге, көс-таһыл күрһәтеү кеүек үҙенсәлектәре бар. Улар егет кешегә, сая һыбайлыға, сос һунарсыға, ҡыйыу яугиргә хас хәрәкәттәрҙән тора. Ир-ат бейеүҙәре элементтары: йүгереү, сабыу, юртыу, аттың бөйөрөнә тибенге менән төрттөрөү, һунар итеү, алышыу. Башҡорт яугиренең ҡорал (уҡ-һаҙаҡ, ҡылыс) менән оҫта эш итеүен күрһәткән хәрәкәттәр ҙә булған.
  • Хореографияла башҡорттарҙың хужалыҡ итеүенең сағылыуы [2], һунар итеү, көтөүселек, хәрби бейеүҙәр (Перовский [3] [4]). Бейеүселәр йылҡыларҙы, эҙәрләнеүсе йәнлектәрҙе, ҡоштарҙы һүрәтләгән.  Мәҫәлән, «Байыҡ»[5], «Ҡара юрға», «Аҡhаҡ ҡола» бейеүҙәре шундайҙарға инә.
  • Бейеүҙәрҙә башҡорттарҙың боронғо инаныуҙары сағылыуы — ҡоштарға, тәбиғәт уяныуына арналған бейеүҙәр, ауырыуҙарҙы ҡурҡыта торған шаман бейеүҙәре («Түңәрәк буйлап бейеү»), им-том йолалары. Бейеү элементтары булып металл әйберҙәргә һуғыу, сыбыртҡы шартлатыуҙар һ.б. инеп киткән. 
  • Йыуа, ҡымыҙлыҡ ише ҡырағай үҫемлектәр йыйыуға арналған бейеүҙәр. Үлән йыйыу менән («Йыуа йыйыны») ҡыҙҙар шөғөлләнгән. Был шөғөл ваҡытында уйындар уйнағандар, бейешкәндәр, күңел асыуға егеттәр ҙә килеп ҡушылған. 
  • Йыйындарҙа күмәкләп бейешеүҙәр. Бында йәш-елкенсәк бер-береһе менән танышыр булған.

Күмәк бейеү төрҙәре байтаҡ: түңәрәк уртаһында йә бер ҡыҙ бейей, йә бер пар, йә егет кеше, йә ҡурайсы ҡурай тарта, йә өс кеше бейей, йә өс ҡыҙ уртала тора, башҡалар уларҙы уратып әйләнә, ә урталағылар бер-бер артлы алмашынып тора.  

  • Туй бейеүҙәре («Аҙаҡҡы уйын», «Оҙатыу уйыны», «Йыуаса», «Ҡороҡлау», «Киленсәк», «Һыу юлы», «Сыбыртҡылау», «Айыу туны»).
  • Шаян бейеүҙәр («Өс туған»[6], «Тимербайҙың улдары», «Бүләк», «Шаян ҡыҙҙар»).

Профессиональ хореография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостанда профессиональ хореография  Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет  театрында (балет труппаһының художество етәксеһе — Ҡыуатова Леонора Сафый ҡыҙы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы,  С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты), Башҡортостандың бейеү коллективтарында үҫтерелә. 

Профессиональ хореографияла халыҡ бейеүе элементтары бар. Хореографтар символик рәүештә халыҡ бейеүе элементтарын, башҡорт йылғаларының, Көньяҡ Урал алды тауҙарының бөгөлдәре образдарын һ. б. индерә.

Театр сәхнәләрендә «Арҡайым», «Прометей», «Сыңрау торна», Салауат Юлаев тураһында «Тау бөркөтө» (1959 йыл, Х. Ф. Әхмәтов  менән Н. Ғ. Сабитов либреттоһы һәм музыкаһы, К. Д. Карпинская хореографияһы), «Гөлнәзирә» һ.б. башҡорт балеттары ҡуйылып тора. Композитор Сабитовтың «Яратам һине, тормош!» (1967; Л. С. Бородулин хореографияһы, Арыҫланов сценографияһы) һәм «Айгөл иле» (1971; М. Кәримдең ошо уҡ исемдәге драмаһы буйынса И. М. Кәримов һәм Сабитов либреттоһы, И. X. Хәбиров хореографияһы, рәссамы Арыҫланов) балеттары 1941—45 йылдарҙағы Ватан һуғышына арналған. 

Р. Нуриев. Ч. Топол һүрәте

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры постановкаларында симфоник бейеүҙәр киң ҡулланыла. Тәүләп симфоник бейеү «Сыңрау торна» балетына индерелә, музыкаль драматургияның үҙәк төйөндәрендә ҡулланыла (солистарҙың торналар менән, туй йолаһы, финал адажиоһы күренештәре; балетмейстер Н. А. Анисимова).

Симфоник бейеүҙе үҫтереүҙә Н. Ғ. Сабитовтың ижады ҙур урын алып тора. Уның балеттарында образдарҙың музыкаль сиселеше бейеү күренештәренең һүлпәнәйеү һәм тиҙләнеү динамикаһында сағыла: «Тау бөркөтө» (балетмейстер К. Д. Карпинская), «Гөлнәзирә» (янғын күренеше, төрмәләге адажио; балетмейстер С. В. Дречин), «Яратам һине, тормош!» (сауҡалыҡтағы адажио, ҡайынҡайҙар кордебалеты; балетмейстер Л. Е. Бородулин), «Айгөл иле»(Зөлхәбирәнең әхирәттәре менән осрашыуы; балетмейстер И. Х. Хәбиров) һ. б. Х. Ш. Заимовтың һәм А. Г. Чугаевтың «Ҡара йөҙҙәр»  (1-се акттағы адажио, геройҙарҙы мыҫҡыллаған халыҡ төркөмө, Ғәлимә менән Закир монологтары; балетмейстер Х. Ф. Мостаев), Л. З. Исмәғилеваның «Арҡайым» (баҫтырышыу, алыш күренештәре һ. б.; балетмейстер А.Петров) балеттарындағы күренештәрҙә һ. б. симфоник бейеү файҙаланыла. 

Профессиональ хореографияның үҫеүе Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә  Ф.Ә.Ғәскәровтың 20 быуаттың 30-сы йылдарында башланған эшмәкәрлеге менән дә бәйләнгән.  Ул тәүге булып башҡорт бейеүҙәрен тикшерә башлай, системаға һала, тарихи формаларын эшкәртә, халыҡ бейеүе элементтарын тергеҙеп сәхнәгә күсерә. Ул ҡуйған бейеүҙәр халыҡ бейеүҙәре ансамбле репертуарының нигеҙенә әүерелә. «Башҡорт егеттәре бейеүе», «Бишбармаҡ», «Гөлнәзирә», «Дуҫлыҡ», «Зарифа», «Мөғлифә», «Уйын» тигән бейеүҙәрҙе ул ҡуйған.

60‑сы йылдарҙа БАССР-ҙа бал, эстрада бейеүҙәре,  70‑се һәм 80‑се йылдарҙа башҡорт халыҡ сәхнә бейеүҙәре киң үҫеш ала.  Халыҡ ансамблдәре репертуарҙарындағы бейеүҙәрҙе  Г. В. Анищенко, Й. З. Бикбирҙин, Р. Ф. Ғәбитов, Ғәскәров, Х.Ф.Мостаев, Л.И.Нагаева, Р. Ж. Низаметдинов, В. Г. Степанов, И. Х. Хәбиров һ. б. ҡуя.

Профессиональ “Мираҫ” бейеү ансамблен, Бейеү театрын, Стәрлетамаҡ филармонияһы (1996), Нефтекама филармонияһы, Сибай филармонияһы (1998) бейеү ансамблдәрен ойоштороу башҡорт бейеүенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра.

Күренекле башҡарыусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ғәскәров Фәйзи Әҙһәм улы — беренсе профессиональ башҡорт бейеүсеһе, Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе, башҡорт халыҡ бейеүҙәренең үҙенсәлектәрен тасуирлаған.[7]
  • Нуриев Рудольф Хәмит улы — балет артисы, «Сыңрау торна» балетында ҡолға тотҡан егет бейеүен башҡарған[8].
  • Насретдинова Зәйтүнә Әғзәм ҡыҙы — башҡорт балеринаһы, СССР-ҙың халыҡ артисткаһы.
  • Нагаева Лидия Ислам ҡыҙы[9] — башҡорт бейеүсеһе, этнохореограф, педагог, тарих фәндәре кандиаты (1978); 1960—1972 йылдарҙа Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамблендә эшләгән; 1975—1992 йылдарҙа  — СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты этнография бүлегенең ғилми хеҙмәткәре; шаян һәм лирик бейеүҙәр башҡарыу оҫтаһы.

Профессиональ коллективтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбле  (1939 йыл).
  • Бейеү театры, Стәрлетамаҡ ҡалаһы (1991 йыл)
  • «Ағиҙел» халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Салауат ҡалаһы.

Уҡыу йорттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Р. Х. Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы 

Профессиональ башҡорт башҡарыусыларын, хореографтарҙы, музыканттарҙы Мәскәү һәм Санкт-Петербург юғары уҡыу йорттарында махсус төркөмдәрҙә әҙерләйҙәр. 1934 йылдан башҡорт балеты өсөн артистар әҙерләүҙе Ленинград хореография училищеһының милли бүлексәһе алып бара, унда республиканың һәләтле балалары уҡытыла (беренсе сығарылыш 1941 йылда була).

50—70‑се йылдарҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында балет студияһы эшләй (педагогтар З. Н. Бәхтиәрова, В. Х. Пяри, Ф. Н. Әхмәтшин, М. С. Ямаева, Х. Ғ.  Сафиуллин, Ф. М. Саттаров, М. А. Таһирова).

Хореография өлкәһендә белгестәр әҙерләү 2004 йылдан башлап Көнсығыш иҡтисади-гуманитар университетының хореография бүлексәһендә, 2007 йылдан Өфөләге Мифтахетдин Аҡмулла исеменләге Башҡорт дәүләт педагогия университетында алып барыла. 2008 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында «балет педагогикаһы» специальносы буйынса белгестәр әҙерләүсе хореография сәнғәте секцияһы асыла.

Күренекле педагогтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Тереғолов Шамил Әхмәт улы — Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы педагогы, Пермь хореография училищеһын тамамлаған, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының художество етәксеһе.
  • Шапкин Владимир Иванович — Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы педагогы  (классика бүлексәһе, дуэт бейеүе), Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы.
  • Изгина Роза Ғата ҡыҙы —  Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы педагогы (характерлы бейеү), Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисткаһы  (испан һәм сиған бейеүҙәре оҫтаһы).
  • Ушанов Юлай Ғиниәт улы — Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы педагогы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы («Жизель», «Дон Кихот», «Аҡҡош күле» балеттары)[10].
  • Таһирова Майя Авзал ҡыҙы — Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы педагогы (актерлыҡ оҫталығы).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башкирское народное творчество. Т.2 \\ Предания и легенды. Уфа. 1990 г.
  • Башкирские свадебные обряды. Сост. Бурангулов М.А. Л. 1-2
  • Нагаева Л. Башкирская народная хореография. Уфа. 1995 г.
  • Нагаева Л.И. Танцы восточных башкир. М., 1981.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Башкирский танец — на Яндекс.Видео. Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 ғинуар 2013. 31 декабрь 2012 тикшерелгән.
  2. Башкирский танец - YouTube. 31 декабрь 2012 тикшерелгән.
  3. Перовский
  4. http://video.yandex.ru/#!/search?text=танец перовский&filmId=XVfKjXtG8gE
  5. Статья в Башкортостан:Краткая энциклопедия
  6. ГААНТ им.Ф.Гаскарова 1993г. "Три брата" - YouTube. 31 декабрь 2012 тикшерелгән.
  7. Биография Файзи Гаскарова. Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 ғинуар 2013. 31 декабрь 2012 тикшерелгән.
  8. Хореография - Культурный мир Башкортостана. Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 ғинуар 2013. 31 декабрь 2012 тикшерелгән.
  9. Генеральная репетиция. Продолжение (Лада Пихта) / Проза.ру - национальный сервер современной прозы. Тәүге сығанаҡтан архивланған 26 ғинуар 2013. 11 ғинуар 2013 тикшерелгән.
  10. Ватандаш / Соотечественник / Compatriot. Тәүге сығанаҡтан архивланған 13 февраль 2013. 9 февраль 2013 тикшерелгән.