Нагаева Лидия Ислам ҡыҙы
Нагаева Лидия Ислам ҡыҙы | |
Тыуған көнө | 24 апрель 1938 (86 йәш) |
---|---|
Тыуған урыны | Асҡын районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Нагаева Лидия Ислам ҡыҙы (24 апрель 1938 йыл) — башҡорт бейеүсеһе, этнохореограф, педагог. Тарих фәндәре кандидаты (1978). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1965).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лидия Ислам ҡыҙы Нагаева 1938 йылдың 24 апрелендә Башҡорт АССР-ы Асҡын районы Асҡын ауылында тыуа.
1961 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. 1960—1972 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт бейеү ансамблендә эшләй. Ул башҡарған бейеүҙәргә йомшаҡлыҡ-наҙлылыҡ, нәзәкәтлелек, бай хистәр, һығылмалылыҡ хас. Нагаева үҙ бейеүҙәренә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарын ҡылыҡһырлаусы тыйнаҡлылыҡ һәм үҙ-үҙен дәрәжәле тотоу, мөләйемлек керетә. Ул бер үк оҫталыҡ менән лирик һәм комик бейеүҙәрҙе башҡара. Һинд, африка, корея, вьетнам бейеүҙәре менән дә Башҡортостан сәхнәләрендә сығыш яһай. Үҙе лә байтаҡ бейеүҙәр һала. 1975-1992 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалына ҡараған Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнография бүлексәһендә фәнни хеҙмәткәр булып эшләй. Нагаева Лидия Ислам ҡыҙы башҡорт хореография сәнғәте, байрам-йола мәҙәниәте буйынса мәҡәләләр һәм монографиялар авторы. Уның етәкселеге аҫтында тергеҙелгән һәм ҡуйылған башҡорт халҡының традицияларында булған «Йыйын», «Ҡарға бутҡаһы», «Яҙғы уйын» байрамдары һәм йолалары халыҡ-ара фестивалдәрҙә һәм конференцияларҙа (Таллин — 1982, Новгород — 1986, Мәскәү — 1978, 1980, 1988, Алма-Ата- 1989, Австрия −1989) күрһәтелә.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Танцы восточных башкир. М., 1981.
Башкирская народная хореография. Уфа, 1995.
Башҡарған бейеүҙәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иң сағыу бейеүҙәре:
«Кейәү егете»
«Шаян ҡыҙҙар»
«Бүләк»
«Дуҫлыҡ»
«Һыу буйында осрашыу» һәм башҡалар.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Танцы восточных башкир. М., 1981.
Башкирская народная хореография. Уфа, 1995.
Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа, 1996.