24 апрель
Перейти к навигации
Перейти к поиску
24 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 114-се (кәбисә йылында 115-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 251 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Әрмәнстан: Ҡорбандарҙы иҫкә алыу көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1800: АҠШ-тың Конгресс китапханаһы ойошторола.
- 1975: Башҡорт АССР-ының Өфө районында хәҙер дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы булып билдәлелек алған «Алексеевка» совхозы ойошторола.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ғәлиев Ғәлийән Шәйхетдин улы (1905—16.12.1964), СССР-ҙың партия, хәрби һәм дәүләт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, генерал-майор (1945). 1938—1941 йылдарҙа ВКП (б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары. 1947—1949 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, 1950—1955 йылдарҙа СССР Мәҙәниәт министрлығы Кинофикация һәм кинофильмдарҙы прокатлау буйынса баш идаралығының Башҡортостан бүлексәһе идарасыһы. Башҡорт АССР-ының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, ВКП (б)-ның ХVIII съезы (1939) делегаты. Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 1-се һәм 2-се дәрәжә Богдан Хмельницкий (1945), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.
- Усманов Әбүбәкер Нурийән улы (1910—13.06.1982), ғалим-тарихсы һәм фольклорсы, дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1937—1971 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1939 йылға тиклем һәм 1943 йылдан институт директоры, 1951 йылдан директор урынбаҫары; 1940 йылдан Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре идаралығы начальнигы, 1941—1943 йылдарҙа ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Башҡорт АССР-ының 2-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, 1948 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Тарих фәндәре кандидаты (1960). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Козлов Александр Федорович (1922—26.11.2004), архитектор, 1965-1984 йылдарҙа «Башкиргражданпроект» проект институты директоры. 1955 йылдан СССР Архитекторҙар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы (1969). I дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974), Ҡыҙыл Йондоҙ (1968) һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
- Дәүләтов Эдуард Ғазали улы (1947—10.12.1998), ғалим-биохимик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты (1995), медицина фәндәре докторы (1989), профессор (1990). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Усманов Хәмзә Фәтих улы (1923—13.01.2009), ғалим-тарихсы. 1980—1988 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры. Башҡортостан Фәндәр академияһының почётлы академигы (1998), тарих фәндәре докторы (1978), профессор (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ике Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945), Александр Невский (1944), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары кавалеры.
- Нагаева Лидия Ислам ҡыҙы (1938), бейеүсе, халыҡ бейеүҙәрен ҡуйыусы, ғалим. 1960—1972 йылдарҙа Башҡортостандың Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1975—1992 йылдарҙа Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнография бүлеге ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре кандидаты (1978). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1965).
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Андрианов Андрей Андрианович (1939—16.04.2010), театр актёры. Мари АССР‑ының халыҡ артисы (1989) артисы. Мари Иле Республикаһының Дәүләт премияһы лауреаты (2005). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мишкә районы Иҫке Ҡолсобай ауылынан.
- Йәрмөхәмәтова Миңлебикә Кинйәбай ҡыҙы (1939), малсылыҡ алдынғыһы. Архангел районы Свердлов исемендәге колхоздың элекке һауынсыһы. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры, Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981).
- Ғәлимов Дамир Мәзит улы (1944), режиссёр, 1987 йылдан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрының художество етәксеһе. 1970 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (1994) һәм Башҡорт АССР‑ының (1981) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2004). Сибай ҡалаһының почётлы гражданы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Түбә ауылынан.
- Илизаров Борис Семёнович (1944), ғалим-тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1995 йылдан — Рәсәй Фәндәр академияһының Рәсәй тарихы институтының төп ғилми хеҙмәткәре. Тарих фәндәре докторы (1985), профессор (1986). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Гәрәев Рәүис Ғиниәт улы (1949—3.06.2005), ғалим-агроном, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1996—2005 йылдарҙа Татарстан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты директоры. Татарстан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2000), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1998). Татарстандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995) һәм Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1997).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1620: Джон Граунт, Британия статистигы, демография фәненә нигеҙ һалыусы.
- 1815: Энтони Троллоп, Британия яҙыусыһы.
- 1845: Карл Фридрих Георг Шпиттелер, Швейцария яҙыусыһы, Нобель премияһы лауреаты (1919).
- 1880: Гидеон Сундбэк, Швеция—АҠШ инженеры, «молния» ҡаптырмаһын уйлап сығарыусы.
- 1905: Роберт Пенн Уоррен, АҠШ яҙыусыһы, шағир.
- 1905: Иван Флёров, Ҡыҙыл Армияның беренсе айырым реактив артиллерия батареяһы командиры, Рәсәй Геройы (1995, үлгәндән һуң).
- 1915: Усман Әлмиев, СССР һәм Рәсәй йырсыһы, Татар АССР-ының халыҡ артисы (1957).
- 1925: Михаил Әхмәтов, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, Советтар Союзы Геройы (1943).
- 1930: Юрий Левада, СССР һәм Рәсәй социологы, политолог, дәүләткә ҡарамаған «Левада-Центр» тикшеренеү үҙәген ойоштороусы һәм уның директоры.
- 1930: Фердинанд Фарсин, СССР-ҙың театр актёры, Татар АССР-ының атҡаҙанған артисы (1968).
- 1939: Лили Иванова, эстрада йырсыһы, Болгарияның халыҡ артисы.
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]