Эстәлеккә күсергә

Краснохолмский

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Краснохолмский
Нигеҙләү датаһы 1952
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ үҙәге Красный Холм ауыл Советы (Ҡалтасы районы)[2]
Административ-территориаль берәмек Красный Холм ауыл Советы (Ҡалтасы районы) һәм Ҡалтасы районы
Халыҡ һаны 8021 кеше (2010)[3]
Почта индексы 452852
Рәсми сайт krasnholm.ucoz.ru
Урындағы телефон коды 34779
Карта

Краснохолмский (рус. Краснохолмский) — Башҡортостандың Ҡалтасы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 8021 кеше[4]. Почта индексы — 452852, ОКАТО коды — 80233847001.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар 4081 1948 2133 47,7 52,3
1970 йыл 15 ғинуар 6123 3067 3056 50,1 49,9
1979 йыл 17 ғинуар 6359 3038 3321 47,8 52,2
1989 йыл 12 ғинуар 7271 3411 3860 46,9 53,1
2002 йыл 9 октябрь 8101 3907 4194 48,2 51,8
2010 йыл 14 октябрь 8021 3824 4197 47,7 52,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Район үҙәгенә тиклем (Ҡалтасы): 16 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Яңауыл): 38 км

Краснохолмский ауылына 1952 йылда Ҡалтасы һәм Яңауыл райондарында нефть ятҡылыҡтары асылғандан һуң, ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. 1957 йылдан башлап ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 йылда хәҙерге статусын ала.
Ауыл Кейебәк йылғаһы (Тере Танып йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 4055 кеше; 1989 — 7271; 2002 — 8101; 2010 — 9799 кеше. Урыҫтар, татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Нефтекама быраулау эштәре идаралығының Краснохолмский участкаһы, «Сельхозхимия» ЯСЙ урынлашҡан; Механика-технология колледжы филиалы, 3 урта һәм муз. мәктәбе, 3 балалар баҡсаһы, балалар ижады йорто, участка дауаханаһы, спорт-һауыҡтырыу комплексы, мәҙәниәт йорто («Ветерандар» халыҡ вокаль ансамбле), китапхана, мәсет, сиркәү бар.[5].

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)