17 апрель
Перейти к навигации
Перейти к поиску
17 апрель — григориан стиле буйынса йылдың 107-се (кәбисә йылында 108-се) көнө. Йыл аҙағына тиклем 258 көн ҡала.
← апрель → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шм | Йк |
1 | 2 | 3 | 4 | |||
5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 |
12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 |
19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 |
26 | 27 | 28 | 29 | 30 | ||
2021 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Америка Самоаһы: Флаг көнө.
Сүриә: Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Рәсәй: Эске эштәр органдары һәм эске ғәскәрҙәр ветерандары көнө.
Ҡаҙағстан: Янғынға ҡаршы хеҙмәт көнө.
Тарихи ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1928: Башҡортостан дәүләт китап палатаһы ойошторола.
Был көндө тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Евлампиева Вера Фёдоровна (1880—7.06.1970), педагог. 1896 йылдан Рәсәй империяһы һәм 1919 йылдан Совет Рәсәйе һәм СССР мәктәптәре уҡытыусыһы. 1933—1942 йылдарҙа Өфөләге 11-се урта мәктәп уҡытыусыһы, 1943—1953 йылдарҙа 3-сө урта мәктәптең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта 1932—1953 йылдарҙа Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институты методисы. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1944). Ленин ордены кавалеры (1949). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Зәй ҡалаһынан.
- Перепёлкин Пётр Сергеевич (1925—7.03.2004), хужалыҡ эшмәкәре, совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1954—1981 йылдарҙа Стәрлетамаҡ совхозының бүлексә идарасыһы һәм агрономы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1973, 1976) кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ районы Покровка ауылынан.
- Рафиҡов Мәжит Мәғсүм улы (1925—1988), Татарстан яҙыусыһы, тәржемәсе һәм журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Күгәрсен ауылынан.
- Сафарова Валентина Исаевна (1950), ғалим-химик эколог. 1972 йылдан Бөтә союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми тикшеренеү технология институты (Өфө) хеҙмәткәре, 1981 йылдан — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1991 йылдан — аналитик үҙәк етәксеһе. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһының Тирә яҡ мөхитте һаҡлау буйынса дәүләт комитетының аналитик үҙәге начальнигы, 1995 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығының Дәүләт аналитик контроль идаралығы начальнигы. Химия фәндәре докторы (2005), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экологы (2005). Сығышы менән хәҙерге Краснодар крайы Самурская станицаһынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Буйлов Пётр Захарович (1951), тренер, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Еңел атлетика буйынса РСФСР‑ҙың атҡаҙанған тренеры (1988). Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре. Паралимпия уйындарының ике тапҡыр көмөш призёры (1988). Халыҡтар дуҫлығы (1992), Почёт (2002) һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2000) ордендары кавалеры.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Гусев Юрий Матвеевич (1937), ғалим-инженер-электромеханик, профессор (1981), техник фәндәр докторы (1980), Рәсәй Федерацияһының (1993) һәм Башҡорт АССР-ының (1982) атҡаҙанған фән эшмәкәре.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Вәлишин Әһлиулла Хисмәт улы (1923—5.05.1961), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугир, гвардия старшинаһы. Танк бригадаһының разведчиктар отделениеһы командиры. Дан орденының тулы кавалеры.
- Вилдан Яруллин (1968), йырсы, ғалим-философ, философия фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Шәһәр (Шәһәретдинов) Шиһабетдин Шәһәретдин улы (1904—21.10.1941), әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһының Сирмешән ауылынан.
- Аҙнабаева Зилә Рамаҙан ҡыҙы (1954), Нефтекама дәүләт филармонияһы режиссёры, әүҙем йәмәғәтсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003).
- Бикмөхәмәтов Хәлит Абдулсамат улы (1954), инженер-механик, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1993 йылдан «Востокнефтезаводмонтаж» акционер компанияһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының III һәм IV саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019).
Дөйөм исемлек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1745: Семён Щедрин, Рәсәй империяһы рәссамы, пейзажист.
- 1820: Александр Картрайт, АҠШ-тың спорт эшмәкәре, бейсбол ҡағиҙәләрен төҙөүсе.
- 1855: Семён Венгеров, Рәсәй империяһы тәнҡитсеһе, әҙәбиәт тарихын өйрәнеүсе, библиограф һәм мөхәррир.
- 1885: Карен Бликсен, Дания яҙыусыһы.
- 1920: Эдмонда Шарль-Ру, Франция яҙыусыһы, журналистка.
- 1940: Валерий Рубинчик, СССР һәм Белоруссия кинорежиссёры.
- 1985: Руни Мара (1985), АҠШ киноактрисаһы, Канна кинофестивале призёры (2015).
Был көндө вафат булғандар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 1790: Бенджамин Франклин, АҠШ-тың дәүләт эшмәкәре, ғалим.
- 1945: Абдрахман Ғәйфуллин (1908—1945), Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, Советтар Союзы Геройы (1945, үлгәндән һуң).
- 2014: Габриэль Гарсиа Маркес, Колумбия яҙыусыһы.
Йыл көндәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]