Эстәлеккә күсергә

Бикмөхәмәтов Хәлит Абдулсамат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бикмөхәмәтов Хәлит Абдулсамат улы
Тыуған көнө 17 апрель 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (70 йәш)
Тыуған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Бикмөхәмәтов Хәлит Абдулсамат улы (17 апрель 1954 йыл) — инженер-механик, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1993 йылдан «Востокнефтезаводмонтаж» акционер компанияһының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының III һәм IV саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2019).

Хәлит Абдулсамат улы Бикмөхәмәтов 1954 йылдың 17 апрелендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Урта мәктәптән һуң Өфө нефть институтында (хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты) инженер-механик һөнәрен ала.

1977 йылда институт тамамлағас, СССР Минмонтажспецстройының «Востокнефтезаводмонтаж» тресында хеҙмәт юлын башлай, мастер, прораб, участка начальнигы, трестың монтаж идаралығы начальнигы вазифаларында эшләй. 1993 йылдан — «Востокнефтезаводмонтаж» йәмғиәтенең генераль директоры. Был ойошма Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларында дәүләт әһәмиәтендәге предприятиелар төҙөгән, уның тулы атамаһы: Публичное акционерное общество «Акционерная компания Востокнефтезаводмонтаж».

«Востокнефтезаводмонтаж» акционер компанияһы" төҙөлөш, эшкәртеү, транспорт, һаҡлау хеҙмәттәре менән шөғөлләнә.

Акционер йәмғиәте ҙур заказсыларға: «Роснефть» нефть компанияһына, «Сода», «Каустик», «УНПЗ», «Өфөнефтехим», «НУНПЗ», «Өфөоргсинтез», «Салауатнефтеоргсинтез» һәм «Башнефть» йәмғиәттәренә, «Өфөводоканал» муниципаль унитар предприятиеһына төрлө хеҙмәттәр күрһәтте һәм һаман да был эште башҡара.

Бынан тыш «Востокнефтезаводмонтаж» акционер компанияһы Башҡортостандың бөтә территорияһында бик күп мәҙәни-ижтимағи тәғәйенләнешле объекттар төҙөй.

2014 йылда, Хәлит Абдулсамат улын 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, хеҙмәткәрҙәр:

Особая ответственность легла на ваши плечи в 1993 году, когда на общем собрании акционеров Вы были избраны генеральным директором АООТ «Востокнефтезаводмонтаж».

В эти трудные годы реформ Вы отдаёте много сил и энергии ля эффективной и стабильной работы всего коллектива. Ваше умелое руководство, упорство, настойчивость и необычная работоспособность позволили не только сохранить высокопрофессиональных специалистов, но и увеличить производственный и кадровый потенциал Компании.

Это обеспечило в дальнейшем своевременный ввод в эксплуатацию всех строящихся объектов нефтехимии и нефтепереработки и первыми среди строителей РБ получить в 2011 году сертификат немецкой фирмы RW TUV, внедрив систему качества ISO 9002:1994

Особое уважение Вы заслужили за постоянное внимание к условиям работы, быта и отдыха своих работников, чуткое отношение к ветеранам труда и пенсионерам.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе
  • Салауат Юлаев ордены (2019)[1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан Республикаһының III һәм IV саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Ҡоролтайҙың IV саҡырылышында Бюджет, һалымдар, финанс һәм милек мәсьәләләре буйынса комитет ағзаһы итеп һайлана.