Байбурина Зөһрә Фәнил ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Байбурина Зөһрә Фәнил ҡыҙы
Тыуған көнө 17 апрель 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (62 йәш)
Тыуған урыны Ҡалтасы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Байбурина Зөһрә Фәнил ҡыҙы (17 апрель 1962 йыл) — йырсы (меццо‑сопрано). Сит ил юғары мәктәптәре уҡытыусыһы. Профессор (2000). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1996).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зөһрә Фәнил ҡыҙы Байбурина 1962 йылдың 17 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ҡалтасы районы Краснохолмский ҡасабаһында тыуған.

1990 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай (Миләүшә Мортазина класында уҡый) һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында солист булып эшләй башлай. 1993 йылдан Көнбайыш Европа илдәре (Швеция, Испания, Германия һәм башҡа дәүләттәр) буйлап гастролдә йөрөй. 1995 йылда Заһир Исмәғилев операларында төп ролдәрҙе башҡарғаны өсөн Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы бирелә.

1998 йылда Италияның Милан ҡалаһында Юғары музыка мəктəбен (Л. Беренго класы; 2000 йылдан алып шунда уҡ уҡыта) һəм Альбиссола‑Марина ҡалаһында Р. Скотто опера академияһын (Р. Скотто класы) тамамлаған. 2010 йылдан башлап Манхэттен музыка мəктəбендə (Нью‑Йорк ҡалаһы, АҠШ) уҡыта.

Ижади эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бай тембрлы матур тауышҡа, сағыу сəхнə оҫталығына эйə. Төп партиялары:

  • Любаша («Батша кəлəше» — «Царская невеста», Н. А. Римский‑Корсаков; дебют, 1990)
  • Кармен (Ж. Бизеның ш. уҡ исемле операһы)
  • Маддалена («Риголетто», Дж. Верди)
  • Яубикə («Шəүрə»)
  • Көнбикə («Салауат Юлаев») һәм башҡалар.

Концерт репертуарында операларҙан ариялар, ватан һəм сит ил композиторҙарының вокаль музыкаһы. Бельгия, Германия, Испания, Франция, Швейцария һәм башҡа илдəрҙə гастролдəрҙə була. Италияның Мантуя ҡалаһында (1997), Алькамо һəм Кортемилья ҡалаларында (1998), Сан‑Ремо ҡалаһында (1999), Францияның Марманде ҡалаһында (1999) үткән халыҡ‑ара конкурстар лауреаты. Испанияның Барселона ҡалаһында (1994), Италияның Варалло ҡалаһында (1995, 1996) һәм Адрия ҡалаһында (1998) үткән халыҡ‑ара конкурстар дипломанты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]