Исмәғилев Заһир Ғариф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Заһир Исмәғилев битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Заһир Исмәғилев
Исмәғилев Заһир Ғарип улы
Загир Исмагилов.jpg
Төп мәғлүмәт
Исеме

Заһир Ғариф улы Исмәғилев

Тыуған

26 декабрь 1916 (8 ғинуар 1917)({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе[1]
Сермән ауылы

Үлгән

30 май 2003({{padleft:2003|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (86 йәш)

Үлгән урыны

Өфө, Башҡортостан

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Һөнәрҙәре

композитор

Инструменттар

фортепиано, ҡурай

Наградалар
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
Ленин ордены — 1971 Октябрь Революцияһы ордены — 1987 Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1967 Халыҡтар Дуҫлығы ордены  — 1977
«Почёт Билдәһе» ордены  — 1949 Салауат Юлаев ордены
СССР-ҙың халыҡ артисы— 1982 РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1968||
РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
||
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Ҡалып:Музыка:Общие проверки

Заһир Исмәғилев һәйкәле. Өфө ҡалаһы
Сермәндә Заһир Исмәғилевтың йорт-музейы

Заһир Ғариф улы Исмәғилев (26 декабрь 191630 май 2003) — атаҡлы башҡорт композиторы. БАССР-ҙың (1963), РСФСР-ҙың (1968) һәм СССР-ҙың (1982) халыҡ артисы. Башҡортостан Фәндәр Академияһы академигы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Заһир Исмәғилев 1916 йылдың 26 декабрендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Үрге Сермән ауылында[1] тыуған.

Атаһы улының урмансы булыуын теләй. Заһир бала саҡтан урман эшен белеп үҫә, буш ваҡытында ҡурайҙа уйнай. 20 йәш тулғанда, Өфөнән артистар килгәнде ишетеп, 30 саҡрым алыҫлыҡтағы Белоретҡа китә. Унда үҙенең яҡташы Арыҫлан Мөбәрәковты осратып, ҡурайсы итеп концертта ҡатнаштырыуын һорай. Сәхнәгә бик ҡыйыуһыҙ ғына сыҡһа ла, сығышын бик оҫта башҡара. — Һин музыкант булырға тейешһең! — тип, Булат Имашев Өфөгә Башҡорт академия драма театры янындағы студияға уҡырға саҡыра. 1937 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консеваторияһының башҡорт төркөмөнә уҡырға инә.

2003 йылдың 30 майында Өфө ҡалаһында вафат була, Өфө мосолман зыяратында ерләнә.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. «Салауат Юлаев» (опера)
  2. «Шәүрә»
  3. «Ағиҙел тулҡындары»
  4. «Урал илселәре» (опера)
  5. «Ҡаһым-түрә» (опера)
  6. «Ҡоҙаса» (музыкаль комедия)
  7. «Алмаҡай»
  8. «Сыңраү торна» балеты
  9. 300 яҡын йыр һәм романс

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]