Хисам (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Хисам
Әҫәрҙең теле башҡорт теле

«Хисам», «Хисам көйө»башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй. «Хисам» йырын шулай уҡ «Ата зары», Ейәнсура районы территорияһында аҡҡан йылға исеме буйынса «Өҫкәлек» тип тә йөрөтәләр.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүге тапҡыр «Хисам» йырының көйөн З. Ғ. Исмәғилев 1947 йылда М. И. Ғәлиеванан яҙып ала. Йыр 1964 йылда нәшер ителгән «Башҡорт халыҡ йырҙары» йыйынтығында баҫылып сыға. Башҡорт халыҡ йыры «Хисам»дың башҡа варианттары ла табыла. Уларҙы Ф. Х. Камаев, Ғ. З. Сөләймәнов яҙып ала.

«Хисам»ды Орск өйәҙе Үҫәргән улусы Муйнаҡ ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы Урта Муйнаҡ ауылы) тыуған, 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан Хисам сәсән сығарған, тип фараз ителә. Риүәйәтенә ярашлы, Хисам сәсән ошо йырҙы сығарған да уны ғүмере буйы йырлап йөрөгән.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Хисам» — лирик-эпик йыр. Көйө киң диапазонлы (дуодецима), уға орнаменттарға бай бөгөлдәр хас.

Башҡарыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Хисам» йырын күп йырсылар башҡара. Улар араһында — С. Ә. Абдуллин, С.Ғ. Бараҡов, М. И. Ғәлиева, И. И. Дилмөхәмәтов, Р. Р. Ҡарабулатов, Ф. Й. Ҡудашева, Ф. Ғ. Ноғоманова, Ғ. З. Сәфәрғәлин, С. Ә. Кейекбирҙина.

Йырҙы Исмәғилев тауыш һәм фортепиано, хор (a cappella) өсөн эшкәртә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хисам (йыр) // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

[Кейекбирҙина башҡарыуында башҡорт халыҡ йыры «Хисам»]