Башҡорт милли кейеме

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Башҡорт милли кейеме
Рәсем
Башҡорттар милли кейемдә
Башҡорт старшинаһы. Ул эстән елән, а тыштан сапан кейгән

Башҡорт милли кейеме — башҡорт халҡының баш, өҫ һәм аяҡ кейеме. Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы — тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған. (Т. Бураҡаева)

Кейем үҙенең төп тәғәйенләнешенән тыш үҙ-ара аралашыуҙы еңелләштергә тейеш булған. Кейемдә сағылған социаль айырма билдәләрен өс төргә бүлергә мөмкин: 1) йәш айырмаһы билдәләре; 2) ғаилә хәлен билдәләүсе кейем элементтары; 3) социаль дәрәжә билдәләре[1].

XVII быуаттан башлап ҡына башҡорт милли костюмы тураһында яҙма сығанаҡтар билдәле. XVII—XVIII быуаттарҙа халҡыбыҙ күрше милләттәр менән тығыҙ мәҙәни бәйләнештә тормаған, шуға ла милли үҙенсәлектәр ҙә нығыраҡ һаҡланып килгән. Башҡорттар кейем өсөн күберәк киндерҙән, кесерткәндән һуғылған туҡыма, һарыҡ тиреһен йәнлек тиреләрен, кейеҙҙе, йөнде, мамыҡты файҙаланған. Башҡорттар сит илдәрҙән (Бөйөк ебәк юлы аша) килтерелгән ебәк, атлас, барса туҡымаларында ҡулланған, уларҙың өлгөләре боронғо ҡорғандарҙа ла табыла. Был туҡымалар ҡиммәт торған, шуға ла ебәк кейем — затлылыҡ билдәһе һаналған.

XIX быуатҡа тиклем башҡорттар сәкмән, елән, тун кейһә, был осорҙа билле бишмәт, кәзәкей, камзул һымаҡ кейемдәр киң тарала. Бигерәк тә ир-егеттәрҙең кейеме ҙур үҙгәреш кисерә. XIX быуат башындағы гравюраларҙа ир-егеттәр боронғо кейем кейһә, быуат аҙағындағы фотоларҙағы кейем айырмаһы күҙгә ташлана. Башҡорт кейемдәре, бигерәк тә, байрам өсөн кейемдәре бик күп төрлө. Көн торошона һәм миҙгеленә ҡарамай, эске кейем өҫтөнән ҡат-ҡат халат кейгәндәр[1].

Киң таралған оҙон кейемдәрҙән еләнде[1] ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа кейгән. Еңле, эслекле кейем. Ирҙәр өсөн тура төшөрөп, ҡуйы төҫтәрҙәге мамыҡ, бәрхәт, ебәк, атлас туҡымаларҙан теккәндәр. Өҫтөнөн ҡыҙыл туҡыма тегеп еңенә, итәгенә, салғыйына биҙәк эшләгәндәр.

Ҡатын-ҡыҙ еләне билләп тегелгән, итәге ҡыйылып торған. Сағыу төҫтәге бәрхәттән, ебәктән, ҡара сатиндан теккәндәр. Еңенә, итәгенә, салғыйына ҡыҙыл, йәшел, күк төҫтә туҡымаларҙан семәрләп биҙәк һалғандар.Өсмөйөшләп яурынса тегеп, ҡабырсаҡ менән биҙәгәндәр. Өҫ кейеме кәзәкей(ир һәм ҡатын-ҡыҙҙар кейеме)—эслек, ең һәм төймәләр менән тығыҙ ҡаптырма менән семәрләп ҡуйып тегелә. Билле, итәге ҡыя. Ирҙәр өсөн тура яғалы, уйып яһалған кеҫәле, ҡуйы төҫтәге мамыҡ йәки йөн туҡыманан.

Кәзәкей — өҫ кейеме. Кәзә тиреһен эшкәртеп, йөнлө яғын эскә ҡаратып тегелгән, тыш яҡтан буҫтау менән ҡатланған билле костюм. Ул тиренән булғанға,йылы булған. Ҡышҡы һалҡындарҙа бишмәт эсенән кейелгән. Муйынды ҡаплағансы төймә менән ҡаптырып ҡуйылған.

Ундай кейем ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә, ирҙәр өсөн дә тегелгән. Ирҙәр өсөн кәзәкейҙе Ҡараңғы төҫтәге кизе-мамыҡ йәки буҫтау йөн туҡыма менән тышлағандар. Яғаһын тура итеп, ян-яҡтарынан кәҫә уйылған. Ҡышҡы кейем эсенән кейеүгә уңайлы булһын өсөн, яғаһыҙз ҙа итеп теккәндә

Кәзәкей беҙҙең милли кейемебеҙ, башҡорттар уны ике-ике ярым быуат буйы кейгән.

Кәзәкей башҡорт полктарында хәрби кейем булараҡ та ҡулланылған[2].

Ҡатын-ҡыҙ кейеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Милли кейемле башҡорт ҡатыны. С. М. Прокудин-Горский фотоһы. 1910 йыл.

Ҡатын-ҡыҙҙар кейеме бәләкәй саҡтан уҡ ҡыҙ баланы, күҙ тейеүҙән һаҡларға тейеш булған. Шуның өсөн, кейемен тәңкә, суҡ, мәрйен менән биҙәгәндәр. Йәше лә тулмаған ҡыҙ балаларҙың да күлдәктәренә, баш кейемдәренә тәңкәләр тегелгән. Ҡыҙҙарҙың сәс биҙәүестәре бик күп төрлө булған, һәр яҡта үҙенсә аталған: елкәлек, елкәмес, арҡалыҡ, сәсмау, сәсҡап, сулпы һ.б. Ҡыҙҙар баштарына таҡыя, маңлайса, һарауыс, ҡалпаҡ тип аталған баш кейемдәре кейгән.

ХХ быуатҡа тиклем ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр кейеме башлыса биҙәлеше менән айырылған[3]. Ҡатын-ҡыҙҙар күлдәк, киң ыштан, еңһеҙ ҡыҫҡа камзол йәки сапан(кәзәки) кейгәндәр. Байрамда ебәк йәки бәрхәт елән, бишмәт кейгәндәр. Ҡыш көнө тун, толоп, буҫтауҙан тегелгән сәкмән кейгәндәр.

Байрам өсөн дә елән менән тундары булған. Еләндәрен мәрйен, тәңкә, ынйы, аҡыҡ тегеп төҫлө биҙәктәр менән семәрләгәндәр . Ҡулдан һуғылған биҙәкле туҡыманан күлдәк, алъяпҡыс теккәндәр.

Иләнгән тиренән аяҡ кейемдәре (сарыҡ, башмаҡ, ҡата, калуш) кейгәндәр. Күпләп мал ҡөткәнлектән, тирегә ҡытлыҡ булмаған.Ҡатын-ҡыҙ аяҡ кейемдәренә төҫлө һыҙаттар тегеп сығылған, йөндән суҡтар эшләп ҡуйылған. Баш кейеме буйынса ҡатын-ҡыҙҙың йәше, ғаилә хәле тураһында белеп булған. Баш кейемен тәңкәләр, ҡабырсаҡтар, металл ҡалайҙар тегеп сағыу итеп биҙәгәндәр. Элек-электән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа, ир-егеттәр ҙә бүрек кейгән. Йәнлек тиреһенән дүрт ҡыя һәм ике ярым түңәрәктән йәки дүрт ҡыя һәм түңәрәк төп ҡырҡып алып теккәндәр. Ҡама, ҡондоҙ, һуҫар һәм башҡа тиреләр ҡулланылған. Байрам өсөн тегелгән бүреккә ҡондоҙ(ҡамсат бүрек) йәки ҡама тиреһенән (ҡама бүрек) тирәс ҡуйғандар. Бүректе таҫтар йәки яулыҡ өҫтөнән кейгәндәр.

Кейәүгә сыҡҡан ҡатындар ҡашмау кейгән. Өлкән йәштәге ҡатындар киндерҙән йәки ситсанан аҡ яулыҡ(таҫтар) ябынған. Бай ҡатындар өҫтәп бүрек кейгән, дебет шәл, яулыҡ ябынған. Аяҡтарына быйма, башмаҡ , тула ойоҡ, киндер ойоҡ, йөн ойоҡ кейгәндәр. Байрамда кейә торған ойоҡтарын төрлө төҫтәге һәм рәүештәге ҡорама тегеп биҙәгәндәр.

Йылыла — ҡалпаҡ, түбәтәй, таҡыя, яҙлы-көҙлө — көләпәрә һәм еңел бүрек, ә инде ҡышҡы һыуыҡта тире бүрек кейгән[4].

Ирҙәр кейеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ирҙәр күлдәк-ыштан, өҫ яҡҡа камзол, йәки сәкмән кейгән. Көньяҡ Урал яҡтарында ирҙәр күлдәгенең яғаһы булмаған. Муйын киҫемен иңербау менән бәйләп ҡуйғандар.

Ҡышҡыһын һарыҡ тиреһенән тегелгән тун һәм толоп кейгәндәр (билле тун, тире тун). Байрам өсөн күлдәктәренә семәр сиккәндәр. Кейемдәренең бер өҫтәмәһе булып билбау тора. Байрам өсөн ҡәмәр — матур ҡаптырмалы киң билбау булған. Ул биҙәкле буҫтауҙан, бәрхәттән, ебәктән тегелгән. Биҙәү өсөн аҡыҡ, ынйы, фирүзә таш, металл ҡалайҙар менән биҙәп, сигеп семәрләгәндәр. Елән, камзул өҫтөнән билбау быуғандар.

Өлкәндәрҙең түбәтәйе ҡараһыу төҫтәрҙән, йәштәр өсөн сағыу төҫтән тегелгән. Ебәк, йөн еп менән сигеп, мәрйен, ҡабырсаҡ, уҡа менән биҙәлгән. Йәнлек (һарыҡ, төлкө, бүре, һеләүһен) тиреһенән тегелгән бүрек, кәпәс кейгәндәр. Ситен ҡиммәтерәк тире менән ҡырпығандар.

Дала яҡтарында яурын һәм арҡаларына төшөп торған көләпәрә, ҡолаҡсын кейеп йөрөгәндәр. Улар кейеҙҙән, буҫтауҙан, тиренән теккәндәр. Ҡалпаҡтары кейеҙҙән булған. Итек тышынан калуш кейгәндәр. Мәсеткә, ҡунаҡҡа барғанда калушты сисеп ингәндәр. Ойоҡ кейәләр һәм өҫтөнән сылғау урайҙар.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙы. 1787 йылғы һүрәт.
Клод-Луи Десроның рәсеме.
Башҡорт үҫмер егете. XX быуат башы
С. М. Прокудин-Горский фотоһы.
Башҡорт ғаиләһе. XX быуат башы Башҡорттар йыйын байрамында. XX быуат башы Һунарсы ҡатаһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 Елян
  2. Казакин
  3. Башкирский - ПУБЛИЧНАЯ БИБЛИОТЕКА. Дата обращения: 7 ғинуар 2013. Архивировано 27 ғинуар 2013 года.
  4. Башкирский - ПУБЛИЧНАЯ БИБЛИОТЕКА. Дата обращения: 7 ғинуар 2013. Архивировано 27 ғинуар 2013 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Авижанская С. А., Бикбулатов Н. В., Кузеев Р. Г. Декоративно-прикладное искусство башкир. Уфа, 1964.
  • Башкиры: Этническая история и традиционная культура. Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2002.
  • Женская одежда северных башкир // Археология и этнография Башкирии. Т. I. Уфа, 1962.
  • Казбулатова Г. Х. Историческая память и символика костюма // Ватандаш. — № 3, 2005.
  • Костюм татар и башкир Урала 2013 йыл 16 декабрь архивланған.//Народное искусство Урала. Традиционный костюм, ред.-сост. А. А. Бобрихин. Екатеринбург, 2006.
  • Руденко С. И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. — Уфа: Китап, 2006.
  • Шитова С. Н. Башкирская народная одежда. — Уфа: Китап, 1995.
  • Газета Выбор № 128—131 2015 г. Статья «на счастье к фее прикоснемся».

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]