Ебәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кокон крупным планом
Файл:Kokonytutovogo.jpg
Коконы тутового шелкопряда перед обработкой
Камбоджийский шёлк

Ебәк — ебәк күбәләге (тут ағасы күбәләге) ҡурсаҡ көптәренән алынған ептән һуғылған йомшаҡ туҡыма. Башта ебәк Ҡытайҙа етештерелгән һәм унан мөһим тауар булараҡ Европаға Ебәк юлы буйлап оҙатылған[1]. Бер көптән алынған еп 400—1500 м етә. Ептең арҡыры киҫелеше өсмөйөш барлыҡҡа килтерә һәм призма кеүек үк яҡтылыҡты һындыра — тап ана шул матур ялтырау барлыҡҡа килтерә лә инде.

Хәҙерге заманда ебәкте иң күп етештереүсе илдәр — Ҡытай (донъяла етештерелгәндең яртыһы). Һиндостан — 15 %, уның артынан Үзбәкстан (яҡынса 3 %) һәм Бразилия (яҡынса 2,5 %). Иран, Таиланд һәм Вьетнам да ярайһы күп етештерә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡытайҙа ебәк етештереүнеолит осоронда уҡ башланған булған. Боронғо Ҡытай легендаһында, ебәк етештерә башлау илгә нигеҙ һалған мифик Һары императорҙың ҡатыны тырышлығы менән барлыҡҡа килгән, тип әйтелә, сөнки тап ул ебәк ҡарышлауыҡтарын үрсетергә һәм еп етештереп, туҡырға өйрәткән имеш, ти. Археологтар тапҡан иң боронғо ебәк ҡорто көбө неолит тораҡта Шаньси провинцияһында табылған (яҡынса б.э.т. 2200—1700 йй.), ә беренсе ебәк киҫәге көньяҡ Ҡытайҙағы ҡәберлектә табылған (б.э.т. 475—221 йй.). Яңы эра башланыу осорона Ҡытайҙа инде бер нисә төр ебәк етештерелгән булған:

  • крепҡа оҡшаған тығыҙ ебәк;
  • йоҡа (газ) ебәк;
  • ҡатмарлы сиратылған ебәк;
  • төрлө биҙәктәр сигелгән ебәк;
  • һәм башҡалар.

Күп быуаттар ебәк етештереү ысулын Ҡытайҙан башҡа ерҙә белмәгәндәр. Серҙе сискән өсөн оҫталарға үлем язаһы ҡаралған булған. Был серҙе асыр өсөн ни генә ҡыланмағандар.

Хотан дәүләтендә ебәк етештерә башлау серен нисек асҡандары тураһында легендала ил батшаһы серҙе асыр өсөн Ҡытай принцессаһын һоратҡан, ә тегеһе ебәк кейеп йөрөр өсөн сәсенә ебәк ҡарышлауыҡтарын йәшереп алып сыҡҡан, йәнәһе хеҙмәтселәр итеп ебәк етештереү оҫталарын һәм яйламаларын алып килгән, ти.

Икенсе бер легендала, 550 йылда Византия императоры Юстиниан I Персия монахтарын Ҡытайҙан ебәк ҡарышлауығы көптәрен алып ҡайтырға күндергән. Тегеләр көптәрҙе бамбук таяҡтары ҡыуышлығына йәшереп алып сыҡҡан, тип әйтелә.

Ысыны нисек булғандыр, нисек булһа ла сер асылған.

XVIII быуатҡа ебәк етештереү тотош Көнбайыш Европала таралып китә.

Епсә ҡоролошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ебәк епсәһе 75 % фиброиндан һәм 25 % серициндан тора. Бынан тыш ебәктә балауыҙ һәм май, шулай уҡ инераль матдәләр бар[2]. Ебәк епсәнең киңлеге — яҡынса 32 мкм, оҙонлоғо километр ярымға еткеләй. Өҙөлөү өсөн 40 кгс/мм² (1 кгс/мм² = 107н/м²) көсөргәнеш кәрәк, ә өҙөлгәнсәгә һуҙылыуы 14—18 %[2].

Ебәк туҡыма етештереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көп сеймалын сортҡа бүләләр, тағаталар, серицинын сығарыу өсөн ебетәләр һәм киптерәләр. Артабан төрлө ысул менән тетәләр. Шунан инде сиратып, туҡыма һуғалар (Туҡыма (биология))

Һабынлы һыуҙа серицинын тамам бөтөрөү өсөн ҡайнатып сығара яҙалар (95 градус), буяйҙар, ялтыр төҫ бирер өсөн һеркәгә һалалар.

Заманса башҡа ысулдар ҙа файҙаланалар[3][4].

Ебәк туҡыма сифаты һәм үҙенсәлектәре[3][4][үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Юғары температураға сыҙамлығы уртаса — бик өҙөлөп бармай, әммә муртығыраҡҡа әйләнә
  • дымландырып үтекләү — 30 °C кәңәш ителә
  • ҡояшта уңып бара, 200 сәғәттә ныҡлығы икеләтә кәмей
  • органик иреткестәргә бирешмәй (Һеркә кислотаһы, этиловый спирты), көслө кислоталар һәм һелтеләргә бирешә
  • дымды ныҡ һеңдерә
  • ҡайнатырға ярамй
  • ныҡ, йыртылып бармай
  • яҡшы һуҙыла.
  • яй яна һәм янған ҡауырһын еҫе сығара
  • яндырғанда еп осонда ҡараһыу йоморсаҡ барлыҡҡа килә
  • епсәнең тәбиғи төҫө — аҡ йәки һарғылт.

үҙенсәлектәре

  • юғары гигиена сифаттары

тейешле эшкәртеүҙән һуң:

  • яҡшы драпировкалана
  • ялтырай

Төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. С. Ю. Ожегов, Толковый словарь русского языка. М.1992, с 926)
  2. 2,0 2,1 Шёлк / Г. Н. Кукин // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  3. 3,0 3,1 В. И. Баженов «Материалы для швейных изделий» 1982
  4. 4,0 4,1 Е. В. Мальцева «Материаловедение швейного производства» 1986
  5. Пётр Смирнов. У китайцев отнимают шёлк. Газета.ру (26 май 2008). Дата обращения: 8 июль 2008. Архивировано 25 август 2011 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шелк // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Кукин Г. Н., Соловьев А. Н. Текстильное материаловедение ч. 1—3. — М., 1964—67.
  • Рубинов Э. Б., Усенко В. А., Ибрагимов С. С. Учение о шелке и кокономотание, ч. 1. — М., 1966.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «шёлк» мәҡәләһе бар