Таҡыя
Таҡыя — башҡорт халҡының боронғо баш кейеме. Ул ярымкөмбәҙләп тегелә[1][2].
Таҡыя ҡыҙҙарҙың байрамға йә туйға кейә торған баш кейеме тип һаналһа ла, күп кенә белешмәләрҙә һәм хатта энциклопедияларҙа шулай тип яҙылһа ла, уны ир-ат та кейгән[3]. Ул ирҙәрҙең түбә өҫтөнә генә кейә торған түңәрәк баш кейеме. Мәҫәлән, Сәғит Ағиш үҙенең бер әҫәрендә: «(Әмирхановтың) башында һәр мөйөшө тигеҙ бөгөлгән уҡа менән сигелгән үзбәк таҡыяһы», — тип яҙған. «Бохар таҡыяһы» тип йөрөтөлгән төрө лә булған.
Тегелеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Таҡыя төрлө туҡыманан тегелгән. Эслек өсөн киндер туҡыма тотонолған.
Ҡыҙҙар таҡыяһын тәңкәләр, мәрйендәр һәм суҡтар менән биҙәгәндәр. Ситен һәм уртаһын ҡыҙыл туҡыма менән ҡырпығандар. Түбәһенә бәләкәй генә көмөш йә тимер көмбәҙсек беркеткәндәр.
Көмбәҙсек тирәләй өс рәт ҡыҙыл мәрйен теккәндәр, тирәсен ваҡ сәйлән менән биҙәгәндәр, ситенә тегелгән суҡтарҙың өҫ яғынан тирәләп эре-эре һуғылған тәңкә баҫҡандар.
Таҡыяны Урта Азия, Иҙел-Урал төбәктәрендә йәшәгән төрлө милләт кешеләре кейгәндәр[4].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Мәскәү, «Русский язык», 1993, 300-сө бит.
- Кутушева Г. Р. Традиционный костюм башкир и татар в Западном Башкортостане. Уфа, 2003.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ТАКЫЯ, женский головной убор
- ↑ Этнографический словарь. Таҡыя
- ↑ Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Мәскәү: «Русский язык», 1993. — 300-сө бит.
- ↑ ТАКЫЯ, женский головной убор