Эстәлеккә күсергә

Сапан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Афғанстан Президенты Хәмид Карзай, уның өҫтөндә сапан

Сапа́н (урыҫса кафтан) — башҡорттар ғәҙәттә ҡышҡы һалҡын көндәрҙә баш өҫтөнән бөркәнеп йөрөгән, йоҡа тауарҙан эсләп тегелгән оҙон еңле киң өҫкө кейем.[1] Ул Урта Азияла киң таралған. Үзбәкстанда, Афғанстанда, Тажикстанда, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда һәм уларҙың күршеләш илдәрендә кейәләр. Ул яҡтарҙа сапанды мамыҡ эслек менән йәки дөйә йөнө ҡатлап тегәләр. Башҡорт, татар, сыуаш халыҡтарында милли кейемдәр иҫәбенә ингән. Борон арзанлы беше ситсаны эслек итә торған булғандар. Сапанды бәрхәттән, буҫтауҙан, вельветтан тегәләр. Был кейемде атап кителгән азия халыҡтарының йәше-ҡарты әле лә яратып кейә.[2].

Башҡорттар. Михаил Букарь рәсеме, 1872 йыл. Ир кеше сапан кейгән
Сапан бөркәнгән ҡыҙ. 1870-се йылдар.Ырымбур. Авторы К. Фишер

Башҡорт халҡында батшай (эре сыбар биҙәк төшөрөлгән ебәк) сапан, ебәк сапан, бохар сапаны тигән төрҙәре булғаны билдәле, улар һүҙлектәрҙә һәм әҙәби әҫәрҙәрҙә телгә алына. Башҡа халыҡтарҙыҡы:

  • Найгут сапан — ең аҫтына ҡыйыҡ һалып тегелгән туникаға оҡшаш кейем.
  • Каптама сапан — еңен айырым бесеп ҡушып теккән, итәгендә ҡабырға буйлап уйым ҡалдырылған тар бөркәнсек.
  • Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Мәскәү: «Русский язык», 1993. 2-се том — 171-се бит.
  1. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Мәскәү: «Русский язык», 1993. 2-се том — 171-се бит.
  2. Киргизский головной убор


Ҡалып:Afghanistan-stub Ҡалып:Fashion-stub