Эстәлеккә күсергә

Аҡыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡыҡ
Шымартылған аҡыҡ
ФормулаSiO2
СингонияТригональная
Төҫөҡыҙыл йәки ҡыҙғылт һары
Һыҙат төҫөАҡ
ЯлтырауығыБалауыҙ төҫө
Үтә күренеүсәнлегеПросвечивает в тонких срезах
Ҡатылығы6,5 - 7
ЙәбешеүсәнлегеЮҡ
ҺыныусанлығыНеровный, реже - скорлуповатый
Тығыҙлығы2,58 - 2,64 г/см³
Һыныу күрһәткесе1,530 - 1,539

Аҡыҡ — ҡыҙыл йәки ҡыҙғылт һары төҫтәге аҫыл таш.

Халцедондың йәшерен кристаллы агрегатынан торған тау тоҡомо. Төрлө ҡалынлыҡтағы һәм төҫтәге таптар һәм һыҙыҡтарҙың күп тапҡыр сиратлашыуы хас. Төҫө буйынсаса аҡык бер төрлөләргә, нәҙек һыҙыҡлыларға һәм таплыларға айырыла. Бер төрлөләре: карнеол (ҡыҙыл), сапфирин (күкһел йәшел), сардер (көрән), хризопраз (йәшел). Һыҙыҡлылар: төрлө составлы оникстар. Таплылар: гелиотроп (ҡыҙыл таптар йәки йәшел фондағы һыҙыҡтар), моховиктар (ҡара йәки йәшел ҡушылдыҡлы һөттәй аҡ).

Башҡортостан территорияһында аҡык ҙур запастары Силәбе өлкәһе сигендә (Магнитогорск ҡалаһынан көньяҡ-көнбайыштараҡ) табылған. Биҙәү һәм ярым аҫыл таш.

Аҡыҡ башҡорт мифологияһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡурсалау маҡсатынан йәш килендәргә аҡыҡ ҡашлы йөҙөк, беләҙек йөрөтөргә ҡушҡандар. [1]
  • Шуман В. Мир камня. Драгоценные и поделочные камни. — М.: Мир, 1986. С.120.
  1. Мифологический словарь башкирского языка (Ф.Г.Хисамитдинова, 2010)