Башҡорттарҙың хужалығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Башҡорттарҙың хужалығы — башҡорттарҙың тормош-көнкүрешен тәьмин итеү өсөн йорт-йыһаз предметтары, етештереү саралары һәм етештереү мөнәсәбәттәре йыйылмаһы.

Башҡорттарҙың төп һөнәр–кәсебе булып игенселек, һунарсылыҡ, солоҡсолоҡ, балыҡсылыҡ, йыйыусылыҡ менән аралаш ярымкүсмә (йәйләү) малсылыҡ һ. б. торған. Башҡорттарҙың хужалыҡ ҡоролошона йәшәү урынындағы тәбиғәт мөхите — дала, тау районы һәм тау итәге, гумусҡа бай тупраҡ, йылғалар, күлдәр үҙенсәлеге — барыһы тәьҫир итә. Башҡортостандың ер аҫты файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарына — тимер мәғдәненә, нефткә, газға, төҫлө металдарға бай. Бик күп файҙалы байлыҡтар булыуы, отошло урынлашыуы һәм кеше потенциалы Башҡортостанда хәҙерге заман талаптарына яуап бирерлек хужалыҡ — сеймал табыу һәм яғыулыҡ сәнәғәтен, уларҙы эшкәртеү сәнәғәтен, ғилми учреждениелар һәм мәктәптәрҙе, ғилми нигеҙгә ҡоролған ауыл хужалығын, Фәндәр Академияһын булдырырға мөмкинлек бирә.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан территорияһында тимер, һуңынан бронза быуаттарында уҡ тимер мәғдәне табыу һәм эшкәртеү, көмөш мәғдәне ҡаҙып сығарыу һәм эшкәртеү эштәре яйға һалынған булған.

Башҡорт үҙенең өйө эргәһендә. С. М. Прокудин-Горский фотографияһы, 1910 йыл

IX—XII быуаттарҙа уҡ башҡорт ҡәбиәләлрендә металлургия етештереүе (производствоһы) менән шөғөлләнгән һөнәр эйәләре булған, ҡорал, биҙәүес әйберҙәрен эшләүгә махсуслашҡан тимерселәр һ.б. һөнәрселәр булған. Күп төрлө сауҙа бәйләнештәре уларға үҙ тауарҙарын йыраҡ күршеләре менән алыш-биреш итеп йәшәү мөмкинлеген биргән. Шул дәүерҙә үк башҡорттарҙың күршеләре менән мөнәсәбәте сауҙа-аҡса характерлы булған. Әммә был мөнәсәбәттәр тулыһынса ултыраҡ малсылыҡ-игенселек көнкүрешенә һәм хеҙмәтенә әлегә килтереп еткермәгән.

Традиция буйынса башҡорттарҙың хужалығы нигеҙе булып ярым күсмә малсылыҡ тора. Башҡорттар, нигеҙҙә, ҡышҡылыҡҡа күп аҙыҡ әҙерләүҙе талап итмәгән йылҡы менән ҡуй, эре мөгөҙлө мал, көньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа — дөйә аҫырағандар. Ярлы башҡорт 10 баштан 20 башҡа тиклем, бай башҡорт 1000—2000 баштан торған көтөү малға йә йылҡы өйөрөнә хужа булған[1]. 1828—1829 йылдағы рус-төрөк һуғышы барған көндәрҙә башҡорттар әрме мәнфәғәттәре өсөн бер меңгә яҡын дөйә биргән, ҡаҙаҡ далаларына йөрөгән рус хәрби экспедицияларын дөйә менән тәьмин иткән. Башҡорттар һунар, ыласын менән һунарҙы индереп, менән шөғөлләнгән[2]Шулай уҡ балыҡ тотҡандар, солоҡсолоҡ, ҡырағай емеш-еләк (гөлйемеш, муйыл, ҡурай еләге, бәшмәк, урман йыуаһы (айыу һуғаны) һ. б.), үҫемлек тамырҙарын йыйыу менән шөғөлләнгәндәр.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙы ҡул тирмәне менән.

Башҡорттар ҡыш бер урынлыҡ бәләкәй өйҙәрҙә, йәй көндәре тирмәләрҙә йәшәгәндәр. Бәләкәй миҡдарҙа тары, арпа, борай, бойҙай, тарма (киндер) сәсеп үҫтергәндәр. Ер эшкәрткәндә ҡулланған эш ҡоралдары ағас һабан, һуҡа, рамлы тырма булған. Йәй көнө, йыл әйләнәһенә мал, шулай уҡ йылҡы малы ла, аяҡ аҫтынан аҙыҡ утлағанлыҡтан, күсеп йөрөгәндәр. Далаларҙа һыуҙан йыраҡ түгел, тау-урманлы ерҙәрҙә — күлле-шишмәле аҡландар, үҙәндәр буйлап күсеп йөрөгәндәр. Башҡорттарҙың йәйге торлаҡтары кейеҙ тирмәләр булған. Ярлылар аласыҡтарҙа йәшәгән.

XVII быуаттан башлап ярым күсмә малсылыҡ әһәмиәтен юғалта барған, игенселек һәм умартасылыҡтың роле үҫә барған. XVIII быуатта инде төньяҡ-көнбайыш райондарҙа игенселек башҡорттарҙың төп һөнәренә әүерелгән. Көньяҡта һәм Көнсығышта мал артынан күсенеп йөрөү XX быуат башына тиклем күҙәтелгән. XVIII быуаттың беренсе яртыһынан крайҙың мәғдән ер аҫты байлыҡтарын етештереү (промышленность) эксплуатацияһы башланған (Йылайыр, Ҡаға, Түбәнге һәм Үрге Әүжән заводтары)[3].

М. Зичи. «Охота башкир с соколами».

Хужалыҡ-этнографик райондар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

19 быуат башына крайҙа өс хужалыҡ районы барлыҡҡа килгән:

  • Башҡортостандың Төньяҡ-Көнбайыш өлөшөндә Игенселек районы. Был райондағы төп хужалыҡ формаһы булып игенселек һәм уға өҫтәлгән аҙбарҙа аҫыралған малсылыҡ, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ һәм умартасылыҡ булған.
  • Башҡортостандың Төньяҡ Урал арты һәм Көньяҡ-Көнбайыш өлөшөндә Ултыраҡ малсылыҡ-игенселек районы. Игенселек менән бер рәттән был районда малсылыҡ та мөһим роль уйнаған.
  • Малсылыҡ районы Өфө ҡалаһынан Төньяҡ-Көнбайышта, Төньяҡта, Төньяҡ-Көнсығышта һәм Көнсығышта урынлашҡан булған. Игенселек аҙ үҫешкәнлектән, ултыраҡ-малсылыҡ һәм малсылыҡ подрайондарына бүленгән[4]

ХХ быуат башына Башҡортостан тауар малсылығына эйә район булып танылған. Мәғдән ҡаҙылма байлыҡтары булыу суйын, тимер, көмөш ҡойоу мөмкинлеген бирә. В первой половине ХХ быуаттың беренсе яртыһында бөтөн ҙур ил менән башҡорттар ҙа Беренсе донъя һуғышын, дәүләт ҡоролошо үҙгәреүҙе, Граждандар һуғышын, коллективизацияны (1929—1932)[5], аслыҡты, Сталин репрессияларын, Бөйөк Ватан һуғышын башынан үткәрҙе. Коллективизация барышында ауылдарҙың иҡтисади яҡтан үҙ аллы булған ваҡ милекселәре юғалыуға дусар ителде.

Башҡорт АССР-ы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ғына фронтҡа 71 мең баш ат, күп һанлы техника, аҙыҡ-түлек, яғыулыҡ материалдары бирҙе. Махсус белемле, һөнәрле бик күп ир-егеттәребеҙ яу ҡырында баштарын һалды. Был башҡорт крәҫтиән хужалыҡтарының емерелеүенә килтерҙе, уларҙы бөлгөнлөккә төшөрҙө[6]. Хужалыҡтарҙы тергеҙергә һәм яңынан аяҡҡа баҫтырырға күп көс талап ителде.

ХХ быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостанда нефть, газ, мәғдән һ. б. ятҡылыҡтар үҙләштерелгән, ҡалалар, химик һәм нефтехимик комбинаттар төҙөлгән. Башҡортостанда, бөтөн илебеҙҙәге кеүек, коммунизмдың материаль-техник базаһы төҙөлгән. Бик күп башҡорттар яңы (Салауат, Күмертау) ҡалаларына күсенә. Халыҡ хужалығын химизациялау өсөн[7] ғилми һәм инженер кадрҙар кәрәк булды. Кадрҙарҙы әҙерләү өсөн республикала юғары уҡыу йорттары, университеттар асылды. Былар барыһы башҡорттарҙың хужалыҡ рәүешенең үҙгәреүенә килтерҙе. Йорттарға компьютерҙар, автомобилдәр, ауыл хужалығы техникаһы килде. Әммә, тауар малсылығы үҫешкән булыуға ҡарамаҫтан, республика магазиндарында ит аҙыҡ-түлеге, һуңғараҡ хатта икмәк тә булмай башланы. Ит менән колбасаны Мәскәү магазиндарынан килтерә башланылар. Был күренеш аҙыҡ-түлеккә, араҡыға, сигареттарға карточка системаһын индереүгә һәм, иң һуңғыһы, 90-сы йылдарҙа ирекле баҙар хаҡтарын индереүгә һәм халыҡтың һаҡлап тотҡан аҡсаларының 10 мең тапҡырға арзанайыуына килтерҙе.

ХХ быуат аҙағында етештереү (производство) саралары, дөйөм халыҡ милеге булыуҙан туҡтап, хосуси һәм дәүләт милеге менән алмашынды. Башҡорттар, Рәсәйҙең башҡа халыҡтары кеүек, үҙҙәренең хужалығында етештереү саралары булдырып, хеҙмәтсе яллау хоҡуғы алды. Үкенескә ҡаршы, ХХI быуат башында Башҡортостан Республикаһының яғыулыҡ-энергетик комплексының шәхси ҡулдарҙа приватизацияланыуы һәм яңынан һатылыуы мөмкин булды. 2014 йылда республиканың эре предприятиеларын приватизациялау һөҙөмтәләре судта дауланды[8].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Авижанская С. А., Бикбулатов Н. В., Кузеев Р. Г. Декоративно-прикладное искусство башкир. Уфа, 1964.
  • Башкиры: Этническая история и традиционная культура. Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2002.
  • Башкиры // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Бикбулатов Н. В. Башкиры. //Народы Поволжья и Приуралья. М., 1985.
  • Бикбулатов Н. В., Фатыхова Ф. Ф. Семейный быт башкир ХIХ—ХХ вв. М., 1991.
  • Военная история башкир: энциклопедия / гл. ред. А. З. Асфандияров — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — 432 б. — ISBN 978-5-4466-0040-3.
  • Гумеров Г. Х. Восстановление народного хозяйства Башкирии // НА УНЦ РАН. Ф.3. Оп.12. Д.144.
  • Дневные записки путешествия академика Ивана Лепехина по разным провинциям Российского государства в 1768,1769 и 1770 году. Т.1-3. СПб., 1771-80. Т.4, 1805
  • История Башкортостана. Ч.1. — Под. ред. И. Г. Акманова. — Уфа: Китап, 1999. — 224 с.
  • История башкирского народа: в 7 т. / гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН.
  • Казанцев И. Описание башкирцев. СПБ., 1866. С. 95.
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения — М.: Наука, 1974. — 571 б.
  • Кузеев Р. Г. Развитие хозяйства башкир в Х-ХХ вв. //Археология и этнография Башкирии. Уфа, 1968.
  • Руденко С. И. Башкиры: историко-этнографические очерки — Уфа: Китап, 2006. — 376 б. — ISBN 5-295-03899-8.
  • Кузбеков Ф. Т. История культуры башкир. — Уфа: Китап, 1997. — 128 с.
  • Мажитов Н. А., Султанова А. Н. История Башкортостана. Древность. Средневековье. — Уфа: Китап, 2010. — 496 с.
  • Муллагулов М. Г. Башкирский народный транспорт. Уфа, 1992.
  • Муллагулов М. Г. Лесные промыслы башкир. XIX — начало XX в. Уфа, 1994.
  • Описание Оренбургской губернии в хозяйственно-статистическом, этнографическом отношениях. Уфа, 1859. С.53.
  • Хасанова З. Ф. Традиционные хозяйственные занятия башкир инзерского бассейна (середина XIX — начало XXI вв.) — СПб.: Своё издательство, 2014. — 188 б. — ISBN 978-5-4386-0300-9.
  • Шитова С. Н. Традиционные поселения и жилища башкир. М., 1984.
  • Янгузин Р. З. Хозяйство башкир дореволюционной России. Уфа, 1989.
  • Янгузин Р. З. Традиционный хозяйственный уклад башкир XIX столетия. Уфа, 1979.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]