Эстәлеккә күсергә

Аҡманов Ирек Ғайса улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Акманов, Ирек Гайсеевич битенән йүнәлтелде)
Аҡманов Ирек Ғайса улы
Тыуған көнө

19 август 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (91 йәш)

Тыуған урыны

БАССР, Ейәнсура районы[1]Ырыҫҡол ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

тарих

Эшләгән урыны

Башҡорт дәүләт университеты

Альма-матер

Мәскәү дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

тарих фәндәре докторы (1981)

Ғилми исеме

профессор (1984)

Награда һәм премиялары
Халыҡтар дуҫлығы ордены (Башҡортостан)

Аҡманов Ирек Ғайса улы (19 август 1933 йыл) — башҡорт тарихсы ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1981), профессор (1984). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2006), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985),Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены (2008) кавалеры.

Ирек Ғайса улы Аҡманов 1933 йылдың 19 авгусында БАССР-ҙың Ейәнсура районы Ырыҫҡол ауылында[1] уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.

1957 йылда Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.

1962 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта (1981—1986 йылдарҙа тарих факультеты деканы, 1982—2005 йылдарҙа Ватан тарихы кафедраһы мөдире).

Ғилми эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

И. Ғ. Аҡмановтың фәнни тикшеренеүҙәре XVI—XVIII быуаттарҙағы Башҡортостандың сәйәси һәм социаль-иҡтисади үҫеше проблемаларына, башҡорт ихтилалдары (XVII—XVIII быуаттар) тарихына арналған. 300-гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

  • XVII быуатта — XVIII быуат башында башҡорт күтәрелештәре. Өфө, 1998;
  • Социально-экономическое развитие Башкортостана во второй половине XVI- первой половине XVIII в. Уфа, 1981;
  • Башкирия в составе Российского государства в XVII- первой половине XVIII века. Свердлоаск, 1991;
  • Башкирские восстания XVII — начале XVIII вв. Уфа, 1993.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2006);
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985);
  • Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (1998);
  • Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008);
  • Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2008).
  • Ирек Гайсеевич Акманов : библиогр. указ. / М-во культуры Респ. Башк. Нац. б-ка Респ. Башк. Библиогр. отд.; [сост. Т. А. Карманова; под ред. Р. Х. Тимергалиной] .— Уфа : Город. тип., 1992 .— 20 с. .— (Ученые Башкортостана) .— Имен. указ.: с. 17 .— ISBN , 300 экз.[1].
  1. Библиографический указатель (рус.)