Ырыҫҡол (Ырымбур өлкәһе)
Ырыҫҡол | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Жёлтинский сельсовет[d][1] |
Халыҡ һаны | 120 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462141 |
Ырыҫҡол (рус. Рыскулово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы ауыл.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаҫмарт йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ырыҫҡол (Этбай) ауылы Ырымбур губернаһы Ҡыпсаҡ улусы составында була[3]. Документтарҙа тәүге тапҡыр 1769 йылда телгә алына[4]. 1917 йылда Үрге Ырыҫҡол (247 кеше), Урта Ырыҫҡол (264 кеше) һәм Түбәнге Ырыҫҡол (176 кеше) ауылдары теркәлгән.
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Үҫәргән кантоны составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына инә. 1930 йылдың 20 авгусынан Башҡортостан АССР-ының Ейәнсура районы составына керә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына бирелә. 1934—1959 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе[5] Ейәнсура районы составында була. 1959 йылда Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ районы составына индерелә[6].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 | 1816 | 1834 | 1866 | 1889 | 1892 | 1900 | 1920 | 1926 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
93 | 28 | 504 | 492 | 542 | 492 | 431 | 709 | 151 |
Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[7] |
120 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башҡорттар 90 % тәшкил итә[8].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Аҡманов Ирек Ғайса улы (19.08.1933), башҡорт тарихсы ғалимы, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре докторы (1981), профессор (1984). Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2006), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1985),Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2008) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены (2008) кавалеры.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ 3,0 3,1 Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 28, 45. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ 4,0 4,1 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
- ↑ 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
- ↑ Кувандыкский район в административно-территориальном устройстве государства (22 февраль 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рыскулово // Населённые пункты Башкортостана. Энциклопедия / Авт.-сост.: Г. З. Кутушев [и др.]. — Уфа: Акирус, 2022. — 863 с. — ISBN 9785604437995.