Ҡабан (Ырымбур өлкәһе)
Ауыл | |
Ҡабан | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Конфессиональ составы | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
56 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ҡабан (рус. Кабанкино) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Һарыҡташ районындағы ауыл.
Географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һаҡмар йылғаһы үҙәнендә урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡабан ауылы Ырымбур губернаһы Ҡыпсаҡ улусы составында була. Ауылға башҡорттарҙың ҡара ҡыпсаҡ ырыуы вәкилдәре нигеҙ һала. Риүәйәт буйынса Биктимер һәм Ҡабан ауылдарын нигеҙләгән Биктимер һәм Ҡабан ағалы-ҡустылар булғандар[2]. Документтарҙа тәүге тапҡыр 1786 йылда телгә алына[3].
1917 йылдан Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Ҡыпсаҡ кантоны Бөрйән-Ҡыпсаҡ улусы составында була. 1922 йылдың 5 октябренән Йылайыр кантоны составына инә.
Аҙаҡ Урта Волга крайы (1928 йылдың 14 майынан — край составындағы Ырымбур округы) составына бирелә. 1934 йылда яңы ойошторолған Ырымбур өлкәһенең составына күсә. 1934 йылдан Ырымбур өлкәһе[4] Һарыҡташ районы составында була.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 | 1834 | 1866 | 1900 |
---|---|---|---|
108 | 256 | 260 | 253 |
Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[1] |
468 |
2010 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда татарзар — 58,8%, башкорттар — 35,1%, казахтар — 2,6%, урыслар — 2,4% йәшәй.[5][6]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области . Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ Абсалямова Ю. А. Оренбургские башкиры: историко-этнографическое исследование. — Уфа, 2016. — С. 45, 47. — 184 с. — ISBN 978-5-9613-0424-4.
- ↑ 3,0 3,1 Населенные пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию // Башкирская энциклопедия.
- ↑ 1938—1957 йылдарҙа — Чкалов өлкәһе тип атала.
- ↑ 2010 елгы җанисәп алу базасы. 2015 йыл 15 сентябрь архивланған.
- ↑ Милләтне әйтмәгән кешеләрне исәпләмичә