Солоҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Солоҡ — үҫеп ултырған ағасты соҡоп яһалған умарта. Солоғо булған ағас солоҡ ағасы тип йөрөтөлә. Бал ҡорто ғаиләһе тәбиғи шарттарҙа барлыҡҡа килгән ағас ҡыуышына ла оялап йәшәй. Бындай умартаны ашҡан ҡорт, ҡунған ҡорт, ашҡан ҡорт һәм башҡалар тип йөрөтөлә.


Солоҡ яһалышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Wiki-Yäyläü2016 Şülgäntaş 103.jpg

Солоҡ ғәҙәттә ҡарағайҙа яһала. Был маҡсатта кәмендә 150 йыл һәм унан да күберәк йәшәгән, ерҙән 10 метр күтәрелгәс, уның йыуанлығы кәмендә 60 сантиметр булған ағас һайлап алына. Ағас ни тиклем йыуан булһа, умартаның эсе шул тиклем ҙур, ҡорт йәшәү өсөн йылы һәм уңайлы була. Солоҡ юныу — бик ҡатмарлы эш. Ул кешенән оҫталыҡ, таҺыллыҡ, хатта батырлыҡ талап итә. Сөнки солоҡ ерҙән 4—12 метр бейеклектә була. Солоҡсо ҡарағайға ябай кирәм, ваҡ ҡына күп ҡайыштан үрелгән яҫы бау, ярҙамында менә. Менгән һайын аяҡ осо менән баҫырлыҡ урын соҡой һәм үҫкән ботаҡтарҙы ҡырҡа. Кәрәкле бейеклеккә еткәс, солоҡсо баҫып эшләр өсөн ләнге бәйләп ҡуя. Ләңгегә баҫып, үҙен һәм ҡарағайҙы кирәм менән уратып бәйләй. Шунан һуң ғына солоҡ юныу башлана. Тәүҙә бейеклеге 90—110 сантиметр, яҫылығы 12—18 сантиметр булған шаҡмаҡ рәүешендә эскә табан соҡой, аҙаҡтан оя эсен мөмкин тиклем түңәрәкләй. Әҙер солоҡтоң бейеклеге бер метр, тәрәнлеге 28—35, киңлеге 25—30, ә стенаһының ҡалынлығы 18—34 сантиметр самаһы була. Солоҡтоң түбәһен һәм төбөн тура түгел, ә тышҡы яҡҡа бер аҙ иңкеүләтеп яһай. Был осраҡта түбәлә йылылыҡ яҡшы һаҡлана, ағас үҙәгенән һыу килә ҡалһа, ул ояға эләкмәй, тышҡа аға. Тышҡы яҡҡа һарҡыу итеп яһалған солоҡ төбөн сүп-сарҙан таҙартыуы ла уңайлы. Әҙер солоҡтоң ауыҙы ҡапҡас менән ябыла. Ул ике өлөштән, юғары һәм түбәнге өлөштән, тора. Өҫкө өлөшө ҡыҫҡараҡ була, ә яҫылығы берҙәй, беләккә тиклем ҡул Һыйырлыҡ, ә ҡалынлығы 5—6 сантиметр итеп сабыла.

Бал ҡорттарын тәрбиәләгәндә тәүҙә аҫҡы ҡапҡасты, һуңынан өҫкөһөн асалар. Өҫкө ҡапҡас төшөп китмәһен өсөн, уның өҫ яғын бер аҙ киңерәк итеп эшләйҙәр.

Ҡапҡасты япҡас, асылмаһын өсөн, уны ике яҡлап 4—6 ағас сөй ҡағалар. Ҡапҡас йүкә миндеге менән ышыҡлап ҡуйыла һәм өҫтән туҡмаҡ менән ҡаплап нығытыла. Туҡмаҡ солоҡҡа сағыштырғанда (120X35X5 сантиметр самаһы) оҙонораҡ һәм ҡапҡасҡа ҡарағанда ике тапҡырға яҫыраҡ итеп имәндән яһала. Ул юғарынан һәм түбәндән тимер сөй менән нығытыла. Солоҡтоң ауыҙы төньяҡ, көнсығыш һәм төньяҡ-көнсығышҡа ҡаратып яһала. Ҡапҡасты асып, солоҡ ауыҙы аша күсте тәрбиәләйҙәр, артыҡ балын алалар, иҫке кәрәҙен ҡырҡалар һәм башҡа эштәр башҡарыла.

Умартаның кейәһен солоҡтоң уртаһынан саҡ ҡына юғарыраҡ эшләйҙәр. Бының өсөн стенала дүрткел тишек (4X6 сантиметр ҙурлығында) уйыла һәм шул тишек аша индереп солоҡтоң ҡаршы яҡ стенаһына сөй ҡағыла. Ослап яһалған сөйҙөң тышҡы яғы 4X4 сантиметр ҙурлыҡта була һәм кейәнән бер сантиметр самаһы тышҡы яҡҡа сығыбырак тора. Шулай итеп, кейәлә ҡағылған сөйҙөң ике яғынан да ҡорттар инеп-сығып йөрөрлөк бер сантиметр ҙурлығында юл ҡала. Умартаның эсенә ике урынға — беренсеһе түбәнән 25 сантиметрға, икенсеһе кейәнән 15 сантиметрға түбәнерәк — сыралар арҡыслап стенаға ҡаҙап ҡуйыла. Солоҡтоң бөтә буйына төҙөлгән, бал менән тулы кәрәҙ шул сыраларға, кейә аша ҡағылған сөйгә эләгеп тора һәм аҫҡа табан шыуып төшмәй.

Кейә күп ваҡыт көньяҡҡа, ә ҡайһы саҡта көньяҡ-көнсығышҡа һәм көньяҡ-көнбайышҡа ҡаратып яһала. Был осраҡта ҡояш умартаның кейәһен иртәнән кискә тиклем яҡтырта.

Ел-дауыл ваҡытында солоҡ уйылған урындан ағас һынмаһын өсөн, солоҡсо ҡарағайҙың өс метр самаһы сатыр осон ҡырҡып төшөрә. Был эш ҙур оҫталыҡ талап итә. Ағас осо сабылған урындан серемәһен өсөн, уны ике-өс ҡат ҡайын туҙы менән ҡаплап бәйләп ҡуйғандар.

Ҡарағайҙа башлыса бер, ҡайһыларында икешәр солоҡ яһалған. Бөрйән районының Нөгөш ауылы эргәһендә үҫкән бер ҡарағайҙа дүрт солоҡ булыуы һәм дүртеһендә лә бал ҡорттары йәшәүе тураһында умартасы һөйләгәйне.

Солоҡ ағастың үҫеүенә, йәшәүенә зыян килтермәй. 150 йыл элек солоҡ яһалған ҡарағайҙар бөгөн дә үҫә, ә уларҙың солоғонда бал ҡорттары яҡшы үрсей.

Солоҡто көҙгө айҙарҙа, беренсе һалҡындар башланғансы, юнғандар. Көҙ яһалған солоҡтарҙың сифаты ла яҡшыраҡ була. Яңы яһалған солоҡтоң ҡапҡасы асыҡ ҡалдырыла, ул ҡышҡы осорҙа ҡорой, ә яҙ, күс ҡундырыр өсөн, уны таҙартып япҡандар.

Солоҡ ябыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп мәҡәлә Солоҡ ябыу

Солоҡсо ҡоралдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кирәм — оҙонлоғо 4 метр, киңлеге 5—7 сантиметр самаһы яҫы бау. Солоҡсо кирәм менән ҡарағайҙың төбөн уратып бәйләй ҙа, шул ҡайышҡа тотоноп, ҡарағайҙа соҡоп яһалған баҫҡыстарға аяғының осо менән баҫып, юғары менә. Күтәрелгән һайын ағас нәҙегәйә, ә ҡулдағы ҡайыш оҙоная һәм түңәрәкләп бәйләнгән бау эсенә солоҡсо үҙе лә һыя. Ҡайышҡа билен терәп, ике ҡулын да бушата һәм был хәлдә ул төрлө эш башҡара ала.

Ләңге — солоҡ ҡортон тәрбиәләгәндә баҫып торор өсөн ҡулланылған ҡулайлама. Ул күп йыл йәшәгән ҡайындың төбөнән яһала. Бындай ағас ярылмай һәм ныҡ була. Ҡарағайҙың түңәрәк стенаһына ятып торорлоҡ итеп, ике яҫылыҡта аҙ ғына кәкрәйтеп юналар. Ләңгенең вертикаль яғында ике тишек яһала һәм беренсеһенән үткәреп бау тағыла.

Бағау — арҡыры балта. Солоҡ соҡоғанда ҡулланыла.

Төрпө — эре тешле игәү, солоҡто яһағанда, уның төбөн һәм түбәһен тигеҙләгәндә ҡулланыла.

Әркәтеү — йыуанлығы 15 миллиметр самаһы булған бау. Эркәтәүҙең бер осон солоҡсо билендәге ҡайышҡа бәйләй, ә икенсе осона ерҙә бөтә кәрәкле ҡоралдарын бәйләп ҡалдыра. Кәрәк ҡоралын шул әркәтәү менән күтәрә йә ергә төшөрә.

Батман — йүкә ағасынан яһалған биҙрә. Батманға 15—25 килограмм бал һыя. Аттың арҡаһындағы эйәргә 2—4 батман бәйләп урманда еңел йөрөп була.

Бысаҡ — киңлеге - 2, оҙонлоғо 25 сантиметр самаһы, йүкә ағасынан яһала. Ул оялағы кәрәҙле балды ҡырҡып батманға күсергәндә ҡулланыла.

Күҙлек йәки битлек — күсте ҡарағанда ҡорттар битте саҡмаҫ өсөн махсус ҡорал.

Моҙға — айырылып, берәй урынға һырыған күсте эсенә һоҫоп алыу өсөн яһалған тубал.

Тамға һуғыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәр кеше солоғона үҙенең тамғаһын һалған. Тамға һуғылған һәм тәрбиәләнгән солоҡҡа хужаһынан башҡа кеше яҡын килмәгән, урлашыу ҡәтғи тыйылған. Әгәр ҙә башҡа берәү барыбер менеп бал урлаһа, уны бик ҡаты яҙалағандар. Солоҡсолоҡ ҡағиҙәләрен боҙған кешенән ҙур күләмдә штраф түләтелгән. Мәҫәлән, солоҡ ағасын йыҡҡан кешенән — 3, күсте үлтереүсенән — 3, солоҡтоң тамғаһын боҙоусынан 12 тин штраф түләтелгән (Ул ваҡытта ат — 3, ә һыйыр 2 тин торған). Әгәр ҙә кеше яуыз теләк менән солоҡ ағасын йыҡһа йәки тамғаһын юҡ итһә, йә күсте урлаһа, уны сыбыртҡы менән яҙалап, бер һум илле тин аҡса түләткәндәр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡортостан Республикаһының Милли музейы экспонаттары