Һыйыр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Йорт һыйыры
Һыйыр
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Суб-тип: Умыртҡалылар
Класс: Имеҙеүселәр
Инфракласс: Плацентарлылар
Отряд: Ҡуш тояҡлылар
Подотряд: Көйшәүселәр
Ғаилә: Ярым мөгөҙлөләр
Суб-ғаилә: Үгеҙҙәр
Ырыу: Хәҙерге үгеҙҙәр
Төр: Кейек үгеҙҙәр
Суб-төр: Йорт үгеҙе
Латинса исеме
Bos taurus taurus L., 1758

Һыйыр — йорт үгеҙенең орғасыһы (лат. Bos taurus taurus), кейек үгеҙҙең эйәләштерелгән төрсәһе (Bos taurus), ҡуш тояҡлы көйшәүсе хайуандың ярым мөгөҙлөләр ғаиләлеге (Bovidae). Һыйыр ите, һөтө һәм тиреһе өсөн үрсетелә.

Иркәк малды үгеҙ тиҙәр. Йәш мал -быҙау, бестерелгән иркәк мал башмаҡ. Беренсе быҙаулағансы орғасы мал тана тип йөрөтөлә. Быҙауламаған мал — ҡыҫыр, бер йәш тулып уҙғас быҙаулаған һыйыр тыуса. Йөклөлөктәре 9 айға һуҙыла. Шулай уҡ ит, һөт, ит-һөт тоҡомдары була. Төрҙөң 30 иш хромосомаһы була.

Систематика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төрсәләренең теҙмәһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2011 йылдың 9 мартында килешелгән таксономик һәм географик белешмә буйынса ошондай төрсәләре бар[1]:

Килеп сығышы һәм ҡулға эйәләштерелеүе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һыйыр малының ата-бабалары булып, өлөшләтә уның тәбиғәттә бөткән төрсәһе кейек — тур иҫәпләнә.

Һыйыр кеше тарихында төп ролдә торған эре мал. Уны эйәләштереү тәүтормош неолиттан уҡ кәзәнән, һарыҡтан, сусҡанан һуңыраҡ башлана. Был ваҡиға Алтай тауҙары — Һиндостан, Алғы Азия өсмөйөшөндә башлана. Быға хәтлы был тирәлектә тур һәм зебу малдары булған. 1994 йылдағы генетик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһенә ҡарағанда, хәҙерге һыйырҙар оҙайлы ваҡыт бер төргә ҡараған тигән ҡарашҡа тап килмәй. 2009 йылға тиклем һыйыр геномдарын тикшереү һөҙөмтәләре был темаға белемде арттырыр[2][3].

Эйәләштереүҙең тәүге этабында бар һйыйр малдары оҙон мөгөҙлө булған: был форма Көньяҡ-Көнбайыш Азиянан алып, Балҡан ярымутрауынын Африкағаса һуҙыла(7000 йыл элек) һәм Европаға (яҡынса 5000 йыл элек). Беренсе ҡыҫҡаҡ мөгөҙлө һыйырҙың, шулай уҡ 7000 йыллыҡ ҡаҙылма ҡалдыҡтары билдәле. Ҡыҫҡаҡ мөгөҙлө ваҡ хайуандар кельт йәки иберий малдары булараҡ танылыу алған. Хәҙерге Төньяҡ һәм Көнбайыш һыйырҙарының төрҙәре шул ваҡыттағы кельт малдары тоҡомо[4].

Анатомия[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һыйыр — эре, ауыр кәүҙәле хайуан. Уртаса 750 кг-ғаса етә. (147—1363 кг арауығында тирбәлә)[5], ә кәүҙәһе 120-нән 150-гәсә етә. Индивидына һәм тоҡомона ҡарап[6].

Тештәре үлән сәйнәү өсөн яраҡлашҡан. Йәш һыйырҙарҙың 20(12 тамырлы һәм 8 алғы ҡырҡҡыс теш), оло һыйырҙарҙа 32 (24 тамырлы, һәм 8 алғы ҡырыҡҡыс теш). Ҡаҙыҡ тештәре булмай. Һөт тештәре тамырлы тештәрҙән ҡыҫҡараҡ, әммә формалары бер. Теш формулаһы ошо кимәлдә кәүҙәләндерелә: . Оҙон, осло, үткер алғы тештәре тик аҫҡы яңаҡта ғына була. Алдағы уртала урынлашҡан тештәре үлән ялмау өсөн, күршеләре уңяҡтан да, һул яҡтан да ситке тештәр тип йөрөтөлә[7]. Өҫкө уртында тештәр урынына йоморо ҡаты тире. Аҫҡы яңағы ярҙамында өҫкө урты менән ҡыҫып, үләнде ҡытыршы теле ярҙамында ялмап ала һәм киҫеп ауыҙына йүнәлтә[8].

Һыйырҙың мороно эре һәм киң. Маңлайы яҫы, өҫөкө өлөшө ҡуйы бөҙрә йөн менән ҡапланған. Башында ике шыма мөгөҙө була(шулай уҡ туҡал һыйырҙар ҙа була) Мөгөҙө оҙонлоғо тоҡомона ҡарап төрлөсә. Башлыса, өҫ яҡҡа ҡарап тора. Ҡолаҡтары аҫтараҡ, тыш яҡтан ҡыҫҡаҡ йөн менән ҡапланған, эс яғында оҙон йөндәре үҫә[8].

Төрлөһөнән[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Һыйыр планетаға бөтә сәнәғәт предприятиеларына һәм автомобилдәргә ҡарағанда ла күберәк зыян килтерә. Америка ғалимдары был һығымтаны тикшеренеүҙәрҙән һуң яһаған. Ит өсөн үрсетелгән һыйыр малы — Ер шарының йылыныуы һәм тәбиғәт ресурстарының ғына түгел, ә һыу запасы кәмеүенең дә сәбәпсеһе. Ошонан сығып, һыйыр иң ҡурҡыныс хайуан тип табылған.
  • Америка ғалимдары фекеренсә, был һөтимәр — тирә-яҡ мөхитте бысратыусыларҙың иҫәбендә беренсе.

Беренсенән, урмандарҙы ҡырыу ит етештереү сәнәғәтенең кире эҙемтәһе булып тора. Самалап алғанда, Амазония джунглиҙарының 70 проценты хәҙер — көтөүлек ерҙәре. АҠШ-та һыйыр малын ашатыр өсөн үҫтерелгән кукуруздың — 80, сояның — 90 һәм бойҙайҙың 70 проценты китә икән. Икенсенән, ауыл хужалығы малдары бөтә эсәр һыуҙың 8 процентын сарыф итә. Шулай уҡ һыйыр 55 процент эрозияға һәм 37 процент химикаттар ҡулланыуға сәбәпсе.

Һыйыр шулай уҡ һәр ваҡыт тиерлек метан бүлеп сығара. Ә белеүегеҙсә, был газ — Ер шарының йылыныуының төп сәбәпсеһе. Малҡайҙар метандың 37 процентын барлыҡҡа килтерә. АҠШ-та һыйыр йылына көнкүреш ҡалдыҡтарынан 130 тапҡырға күберәк тиҙәк сығара. Һыйырҙың йылыһы һәм тиҙәге Ерҙе углекислый газға ҡарағанда 20 тапҡырға тиҙерәк йылыта. Тимәк, мәхлүктәрҙең файҙаһынан зыяны күберәк булып сыға түгелме?

Ҡөрьән китабында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡөрьәндең икенсе (Әл-Баҡара) сүрәһе һыйыр исеме менән бирелгән. Ул 286 аяттан торған иң оҙон сүрә[9].

Халыҡ ижадында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Һыйлы көнөң- һыйырҙа.
  • Һигеҙ һыйыр аҫрағансы, һимеҙ һыйыр аҫыра.
  • Һыйыры барҙың, һыйы бар.
  • Һыйырға септә килешмәй.
  • Һыйыр тулаһа, аттан яман.[10]

Йомаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Алап менән күнәк һыуға бара.
  • Дөбөр-дөбөр дүртәү,төймә ҡаҙай икәү,Ғәббәс ҡоҙа япа-яңғыҙ.
  • Алпан-һәлпән, алама сапан, дүрт ҡормалы, кәк(е)ре ҡуллы, яҫы яллы.[11]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Taxon browser. Mammal Species of the World. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 23 апрель 2013 тикшерелгән.
  2. membrana.ru Һыйыр геномдары ауыл хужалығын эволюцияһын тиҙләтеүгә килтереү
  3. Корова на просвет генов
  4. Крупный рогатый скот. Энциклопедия Кругосвет. Тәүге сығанаҡтан архивланған 28 апрель 2013. 23 апрель 2013 тикшерелгән.
  5. Tanya Dewey Bos taurus. University of Michigan Museum of Zoology. Тәүге сығанаҡтан архивланған 17 апрель 2013. 16 апрель 2013 тикшерелгән.
  6. Christian Dudouet La production des bovins allaitants — La France Agricole, 2004. — Б. 383. — ISBN 2855570913.
  7. http://www.yariks.info/arhive.php?c=56&pc=95&m=343 Выбор коровы // Информационный бюллетень. — Государственное образовательное автономное учреждение Ярославской области «Информационно-консультационная служба АПК», 2012. — В. 2.
  8. 8,0 8,1 Alain Raveneau Le livre de la vache — Paris, rustica, 1996. — ISBN 2-84038-136-2.
  9. Ҡөрьән Кәрим.2009 йыл.Өфө. 3-73-сө биттәр
  10. Русса-башҡортса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. Өфө, «Китап» 1994 йыл
  11. Башҡорт халыҡ ижады. 9 том, 2007 йыл.