Сәмреғош

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Сәмреғош
фарс. سيمرغ
Sēnmurw — династический символ Сасанидов[1]
Sēnmurw — династический символ Сасанидов[1]
Мифология

фарсы мифологияһы

Башҡа мәҙәниәттә
 Сәмреғош Викимилектә
Афрасиаб фрескаһы, Симург һүрәте менән күлдәк кейгән илсе, 648-651 йй.[2]
Сенмурв төшөрөлгән парча
Алтын ялатылған көмөш табаҡтағы Симург (б.э. VII—VIII бб.)

Сәмреғош, симург (авест. 𐬨𐬆𐬭𐬆𐬖𐬋⸱𐬯𐬀𐬉𐬥𐬋 mərəγō saēnō » Саэн ҡошо", һуңыраҡ ҡайҙан пехл. 𐭮𐭩𐭭𐭬𐭥𐭫𐭥 sēnmurw һәм перс. سیمرغ‎, таж. Симурғ, ҡаҙ. Самұрық, үзб. Semurg')[3] — Иран мифологияһында мифик йән эйәһе, бөтә ҡоштарҙың батшаһы. Шулай уҡ Урта Азия һәм Волга буйы төрки телле халыҡтарының мифологияһында билдәле.

Ҡайһы берҙә феникс һәм һомай кеүек мифологик ҡоштарға тиңләшә. Сәмреғош (Симург) тураһындағы һүрәттәр һәм риүәйәттәр Иран сәнғәте үҫешенең бөтә осорҙары сығанаҡтарында, шулай уҡ Грузия, урта быуат Әрмәнстан, Византия иконографияһында һәм фарсы батшалығының мәҙәни йоғонтоһонда булған башҡа төбәктәрҙең иконографияһында табылған.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фарсы симург (سیمرغ) һүҙе ) урта фарсы теленән сыҡҡан 𐭮𐭩𐭭𐭬𐭥𐭫𐭥 sēnmurw[4]. Урта фарсы һүҙе авестия 𐬨𐬆𐬭𐬆𐬖𐬋⸱𐬯𐬀𐬉𐬥𐬋 mərəyə saēnó " Саен ҡошо» һүҙенән килеп сыҡҡан, башта йыртҡыс, моғайын, бөркөт, ыласын йәки бүҙәнәсе ҡарсыға, шулай уҡ илаһи фгураны аңлатҡан этимологик яҡтан туғандаш санскрит теленән «йыртҡыс, бөркөт, ҡош» һүҙҙәре тип һығымта яһарға була. Саена — шулай уҡ шәхси исем. «Симург» һүҙе әрмән теле тарафынан сирамарг (սիրամարգ) «павлин» кеүек үҙләштерелә.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Авестала Сәмреғош тураһында телгә алыуҙар бик ярлы. Яштамға ярашлы, Веретрагна үҙенең табыныусыһының йортон «бөйөк Саэн ҡошо кеүек, ямғыр болоттары бейек тауҙарҙы уратып алған кеүек» изгелек менән уратып ала. Бынан Саэн ямғыр алып килә, тигән һығымта яһала. Икенсе урында: «Симург бөтә донъя орлоҡтары үҫкән Воурукаш океаны уртаһында ағас төбөндә ултыра. Ул ҡанаттары менән елпенеп орлоҡтарҙы һибә, шул орлоҡтарҙы ямғыр ҙа, ел дә бөтә донъяға тарата»,— тиелә[5]; Һуңыраҡ боронғо риүәйәттәрҙә Ағас һәм Сәмреғош тиңләштерелә.

Сәмреғош айырым кешеләрҙең һәм айырыуса кешеләр коллективтарының изге ҡурсалаусыһы функцияһына эйә булған. Был функция Фирҙәүси авторлығында «Шаһнамә»һендә сағылыш таба, унда Симург Сам — Зәл — Рөстәм эпик геройҙарының нәҫелен һаҡлаусы булараҡ сығыш яһай. «Шаһнамә»лә сағылыш тапҡан был эпик персонаждар тураһындағы хикәйәттәр циклы Азия көнсығыш ирандарының сак ҡәбиләләре телдәре буйынса Европа скифтарына һәм сармат-аландарға яҡын туғандаш мөхиттә барлыҡҡа килә. Был скифтар һәм сармат-аландарҙағы Семаргл, һаҡ хикәйәттәрендәге Симург кеүек үк, айырым кешеләрҙең һәм уларҙың коллективтарының (ырыу һәм ҡәбиләләрҙең) ҡурсалаусыһы була алғандыр, тип уйларға нигеҙ бирә, был уның көнсығыш ирандар тармағын хөрмәт итеүенең сәбәбе булып тора ла инде[6]. Изге ҡурсалаусы функцияһынан сығып, Сәмреғош йыш ҡына талисмандарҙа һүрәтләнә. Сенмурв (Симург) сәсәниҙәрҙең династия символы була.

Фирҙәүси «Шаһнамә»һендә Симург Зәл һәм уның Рөстәм тарихында мөһим роль уйнай. Сәмреғош (симург) ояһы Эльбурс тауында урынлашҡан. Симург [[Суфыйлыҡ]|суйфыйлығы] Фәрит-әд-Дин Аттарҙың «Ҡоштар әңгәмәһе»ндә телгә алына. Шулай уҡ Симургтың ике мең йылға яҡын йәшәүе һәм балаһы үҫеп еткәс, оло ҡоштоң, феникс кеүек, утта яныуы тураһында легенда бар.

Сәмреғош образы төрлө мәғәнәгә эйә. Йыш ҡына ул ғәҙеллек һәм бәхет ҡошо кеүек ҡабул ителә, әммә ҡайһы бер мифтарҙа Сәмреғош — теге донъяны айырып торған тауҙа ултырыусы ҡарауылсы.

Иран булмаған халыҡтарҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Киң таралған гипотеза буйынса, Сәмреғоштоң скиф-сармат версияһына боронғо урыҫ мәжүси илаһы Симарглдың исеме барып тоташа уның функциялары тулыһынса асыҡланмаған. «Повесть временных лет» китабына ярашлы, уның һыны, Перун һәм башҡа илаһтар менән бер рәттән, «мәжүсилек реформаһы» сиктәрендә Русь суҡындырылыр алдынан Владимир Святославич күрһәтмәһе буйынса Киевта ҡуйыла. Х. Ловмяньский йылъяҙманың тексында башта Перу ғына булған тип иҫәпләй, ә башҡа илаһтарҙы Никон Печерский яҙған, сөнки ул Владимирҙы боттарға табыныусы политеист тип күҙ алдына килтергән. Быға тиклем Никон Тмутаракандә йәшәгән, шуға күрә Владимир пантеонында иран сығышлы илаһтар күп[7].

Башҡорт мифологияһында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Симург (сәмреғош) тураһындағы мифты фарсыларҙан урта Азия төрки халыҡтары — башҡорттар һәм татарҙар үҙләштерә. Ҡаҙаҡтарҙа ул Самрұқ, үзбәктәрҙә Семург, татарҙарҙа — Етмеш; башҡорттарҙа — Самрау тип атала[8].

Башҡорт мифологияһындағы Самрау Иран мифологияһында Симург образына тап килә.

Самрау — башҡорт мифологияһында юғары донъя батшаһы. «Урал батыр» һәм «Аҡбуҙат» башҡорт эпик әҫәрҙәрендә Самрау ҡош ҡиәфәтендә илаһ итеп һүрәтләнә. Уға күк, ер өҫтө һәм ер аҫты донъялары буйһона, һәм ул башҡорт пантеонында иң юғары илаһ булып тора.

Хәҙерге мәҙәниәттә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1972 йылда Үзбәкфильм киностудияһында «Семург» нәфис фильмы төшөрөлә[9].
  • Сәлмән Рушдиҙың «Гримус» романының исеме - «Симург» һүҙенә анаграмма"[10].
  • В. О. Пелевина «Поколение Пи» китабында Симург тураһында миф темаһын ҡулланыла[11].
  • Астананың архитектура символы «Бәйтерек» ҡаҙаҡ телендә «тормош ағасы» тигәнде аңлата, йәғни Симург оя ҡорған ағас.
  • Ҡаҙағстан муллыҡ фонды «Самрук-Ҡазына» тип атала.
  • Симург Әзербайжандың шул уҡ исемле «Симург» футбол клубы гербында һүрәтләнгән.
  • Виктория Полевая"Симург-квинтет» (2000—2010) — ике скрипка, альт, виолончель һәм фортепиано өсөн әҫәр (Украина).
  • Гүзәл Яхинаның «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабында 30 ҡош тураһында әкиәттә сәмреғош образы ҡулланыла.
  • Шулай уҡ Симург исемен Джон Wildbow МакКрейҙың веб-романы персонажы йөрөтә

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Zhivkov, Boris. Khazaria in the Ninth and Tenth Centuries (инг.). — BRILL, 2015. — P. 78. — ISBN 9789004294486. Архивная копия от 26 ғинуар 2020 на Wayback Machine
  2. (2015) «Ancient Iranian Decorative Textiles». The Silk Road 13.
  3. SIMORḠ — Encyclopaedia Iranica. Дата обращения: 7 мая 2010. Архивировано 8 декабря 2010 года.
  4. A. Jeroussalimskaja, «Soieries sassanides», in Splendeur des sassanides: l’empire perse entre Rome et la Chine (Brussels, 1993) 114, 117—118, points out that the spelling senmurv, is incorrect (noted by David Jacoby, «Silk Economics and Cross-Cultural Artistic Interaction: Byzantium, the Muslim World, and the Christian West», Dumbarton Oaks Papers 58 (2004): 197—240, esp. 212 note 82.
  5. Яшт 12.17
  6. Васильев М. А. Особенности формирования и развития восточнославянского язычества Архивная копия на Wayback Machine
  7. Łowmiański H. Religia Słowian i jej upadek (w. VI—XII). — Warszawa: Państwowe Wydawnictwo Naukowe, 1986. — S. 113—118.
  8. Самрау 2018 йыл 27 ноябрь архивланған. // Башкирская энциклопедия
  9. Semruģ — Ózbekfilm. Дата обращения: 4 февраль 2022. Архивировано 11 ғинуар 2021 года.
  10. Dr Shaikh Suhel Samad. Postmodern Paradigm and Salman Rushdies Fiction. P. 45.
  11. Кириллов Г. М. Внутренняя и внешняя диалогичность поэмы Фарид ‘Аттара «Язык птиц». 2018 йыл 13 июнь архивланған. С. 114.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]