Бәйтерек (монумент)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Монумент
Бәйтерек
Бәйтерек
Биналар менән уратып алынған Бәйтерек
Биналар менән уратып алынған Бәйтерек
Ил Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан
Ҡала Астана Астана
Координаталар 51/7/41.7/N/71/25/49.7/E
Бина тибы Монумент
Архитектор Рөстәмбәков Аҡмырҙа Иса улы
Төҙөлөшө 25 октябрь 1996 йыл30 август 2002 йыл йылдар
Бейеклеге 100 м

Бәйтерек (тулы атамаһы — «Астана-Бәйтерек»; ҡаҙ. Бәйтерек) — Ҡаҙағстан Республикаһының баш ҡалаһы Астанала урынлашҡан монумент. Ҡаланың төп һәм танылыу алған иҫтәлекле урыны.

Конструкцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡаҙағстан Республикаһы президенты Назарбаев Нурсолтан Әбеш улы инициативаһы буйынса проектҡа старт бирелә. Монумент проектының авторы — ҡаҙаҡ архитекторы Рөстәмбәков Аҡмырҙа Иса улы[1][2].

Төҙөлөш барышында ер эштәренең күләме 8600 м³, бетон эштәренең күләме — 2900 м³, металл конструкциялар эштәренең күләме — 1 килотонна, көмбәҙгә быяла ҡуйыу — 1555 м².

Шымартыу, инженер һәм башҡа махсус эштәрҙе башҡарыу өсөн 23 субподрядсы йәлеп ителә. Металл конструкцияларының һәм быяла ҡуйыуҙың дөйөм хаҡы яҡынса 6 миллион АҠШ доллары тәшкил итә. Объект Дәүләт комиссияһы актына ярашлы 2003 йылда тапшырыла.

Ҡоролманың бейеклеге 100 метр тәшкил итә, ә конструкцияның осонда урынлаштырылған шар менән бергә — 105 метр. Шарҙың диаметры 22 метр тәшкил итә.

Түбәнге кимәле дүрт ярым метрға ер аҫытына инеп китә, бында кафе, аквариумдар һәм «Бәйтерек» минигалереяһы урынлашҡан. Ошонан уҡ лифт ярҙамында иң юғары кимәлгә — шарға күтәрелергә мөмкин, уның эсендә бар һәм панорама залы урынлашҡан.

Ҡунаҡтар өсөн обзор экскурсияларҙы ҡаҙаҡ, урыҫ һәм башҡа телдәрҙә уҙғаралар.

2016 йылда конструкцияны ремонтлау кәпәклеге тураһында ҡарар ҡабул ителә, уның өсөн 400 миллион тенге аҡса бүленгән[3].

Символикаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Монумент 1997 йылда баш ҡаланы Алматынан Астанаға күсереү символы булараҡ төҙөлгән.

Ҡаҙаҡ халҡы тормошоноң яңы этабы башланыуының символы һымаҡ «Бәйтерек» монументының әһәмиәтлеге «Аялы алакан» (ҡаҙ. Аялы алақан — «хәстәрле ҡулдар») художестволы композицияһы аша сағылдырыла, бында президенттың уң ҡулының эҙе (оттискыһы) тора. Был композиция 97 метр бейеклектә ҡуйылған, һәм 1997 йыл Астаны илдең яңы баш ҡалаһы тип иғлан итеүен һәм Ҡаҙағстан тарихында яңы дәүер башланыуҙы сағылдыра.

Үҙәктә донъяның 17 дин вәкилдәренең автографтары менән ағас глобус ҡуйылған, ул барлыҡ диндәрҙең берҙәмлеген сағылдыра[4].

«Бәйтерек» монументы үҙенең урынлашыуы һәм композицион төҙөлөшө менән боронғо күсмә халыҡтарҙың космогоник күҙаллауҙарын күрһәтә, уларҙың риүәйәттәренә ярашлы донъялар сиктәрендә Донъя йылғаһы аға. Уның яр буйында Ғүмер ағасы — Бәйтерек (ҡаҙ. Бәйтерек — «тирәк ағасы», шулай уҡ «терәк, ҡурсалаусы, һаҡлаусы») күтәрелгән, ул үҙенең тамырҙары менән ерҙе тотоп тора, ә ботаҡтары менән күк йөҙөн терәтә. Ағастарҙың тамырҙары ер аҫты донъяһында, уның олоно — ер өҫтө донъяһында, ә ботаҡтары — күк йөҙө донъяһында урынлашҡан.

Йыл һайын Ғүмер ағасының ботаҡтарында Самрук (Сәмреғош, Самрау) йомортҡа — Ҡояшты һала, уны ағас төбөндә йәшәгән аждаһа йота. Был йәй һәм ҡыштың, көн һәм төндөң, Яҡшылыҡ һәм Яманлыҡты сағылдыра.

«Бәйтерек» йәш, ныҡ, үҫеүсе ағасты аңлата, үҙенең тарихи тамырҙарын һаҡлап ныҡлы терәккә эйә булған һәм киләсәктәге сәскә атыуға ынытылышы булған дәүләтте сағылдыра[5][6].

Ҡаланың үҙәгендә «Бәйтерек» монументы тирәһендәге ҙур парк майҙандары даими рәүештә мәҙәни саралар уҙғарыу өсөн файҙаланыла. 2010 йылда Астананың ҡала акиматы саҡырыуы буйынса бында Берлиндан United Buddy Bears (айыуҙар берләшмәһе) халыҡ-ара күргәҙмәһе ойошторола. Һөҙөмтәлә донъяның төрлө илдәренең оҫталары тарафынан эшләнгән 125 уникаль сәнғәт әҫәрҙәре бер күргәҙмәлә күрһәтелә.

Копиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2010 йылдың 27 майында Көнсығыш Ҡаҙағстан өлкәһенең Усть-Каменогорск ҡалаһында монументтың бәләкәй копияһы ҡуйыла. Уның бейеклеге 28,5 метр, ә ауырлығы 22 тонна тәшкил итә[7].
  • Экибастузда ҡаланың 50-йыллыҡ скверында монументтың бәләкәй копияһы ҡуйыла.
  • Төньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе Яңы Ишем ауылының Астана паркында монументтың бәләкәй копияһы ҡуйыла. Бейеклеге 3 метр.
  • Ҡарағанды өлкәһе Каркаралинск ҡалаһында монументтың мини-копияһы ҡуйыла.
  • 2018 йылда Ҡустанай өлкәһе Лисаковск ҡалаһында монументтың мини-копияһы ҡуйыла. Уның бейеклеге 15 метр.
  • Ҡарағанды өлкәһе Шахан ҡала тибындағы ҡасабала Мәҙәниәт йорто майҙанында монументтың бәләкәй копияһы ҡуйыла.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]