Самрук-ҡазына

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Самрук-ҡазына
Нигеҙләү датаһы 2008
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы акционер йәмғиәте[d]
Материнская компания (организация, учреждение) Ҡаҙағстан Хөкүмәте
Дочерние компании (организации, учреждения) Air Astana[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Нур-солтан
Рәсми сайт samruk-kazyna.kz

«„Самрук-Қазына“ милли муллыҡ фонды» акционерҙар йәмғиәте — Ҡаҙағстан Республикаһы Хөкүмәте берҙән-бер акционеры булған фонд.

«Самрук-Ҡазына» акционерҙар йәмғиәтенең идара рәйесе — Әхмәтжан Есимов.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фонд 2008 йылда Ҡаҙағстан Республикаһы Президенты Указы менән нигеҙләнә һәм коммерция структураһы булып тора; был инвестицион холдингтың бурысы — Ҡаҙағстан Республикаһының милли муллығын күтәреү һәм милли иҡтисадты модернизациялауға ярҙам итеү.

«Самрук-Ҡазына» фонды портфель компанияларына идара итә — уларҙың оҙайлы ҡиммәтен күтәреүҙә һәм үҫешенең тотороҡлолоғон тәьмин итеүҙә ҡатнаша, шулай уҡ милли иҡтисадтың өҫтөнлөклө өлкәләренә инвестицияларҙы әүҙемләштереү менән шөғөлләнә.

Фонд активтары яҡынса $67.4 миллиард тәшкил итә. Фонд Төркөмө компаниялары Ҡаҙағстандағы инвестицияларҙың сиреге самаһын тормошҡа ашыра. Холдингтың инвестицион портфеле дөйөм суммаһы яҡынса 100 миллион АҠШ доллары тәшкил иткән йөҙҙән ашыу проекттан тора.

2013 йылда «Самрук-Ҡазына» акционерҙар йәмғиәте фондҡа һәм уның бүлендек компанияларына сит ил компаниялары менән бенчмаркинг (эшкә сағыштырма анализ) үткәрә. Был анализ һөҙөмтәһендә шул асыҡлана: оҡшаш сит ил компаниялары бер үк күләмдә һалынған капиталдан күберәк килем ала. Фонд Малайзияның «КhazanahNasionalBerhad» һәм Сингапурҙың «Temasek» милли муллыҡ фондтарында үткәрелгән үҙгәртеп ҡороу программаһын өлгө итеп алырға тәҡдим итә.

Инициатива дәүләт башлығының хуплауын таба. 2014 йылдың апрелендә ул фонд етәкселегенә 2014 йылдың сентябренә бизнесты үҙгәртеп ҡороу программаһын эшләп бөтөргә ҡуша[1].

2014 йылдың сентябрендә "Самрук-Ҡазына"ның директорҙар советы холдингтың дәүләт биргән активтарға мөдирлек итеү урынына әүҙем инвесторлыҡҡа күсеүҙе күҙҙә тотҡан программаһын хуплай.

«Самрук-Ҡазына», «Қазақстан темір жолы» МК, «Казпочта», «Казмунайгаз» МК, "НАК «Казатомпром», «KEGOC», «Самрук-Энерго» акционерҙар йәмғиәттәрендә 2014—2015 йылдарҙа трансформация эштәре башлана.

«Самрук-Ҡазына» акционерҙар йәмғиәтенең портфель компаниялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • «Қазақстан темір жолы» АЙ (КТЖ) (100 %)
  • «КазМунайГаз» милли компанияһы АЙ (90 %)[2]
  • «Самрук-Энерго» АЙ (100 %)
  • «Тау-Кен Самрук» милли тау-мәғдән компанияһы АЙ (100 %)
  • «Біріккен химиялық компания» ширҡәте (100 %)
  • "НАК «Казатомпром» АЙ (100 %)
  • «Kazakhstan Electricity Grid Operating Company KEGOC» АЙ (90 % + бер ябай акция)
  • «Казахтелеком» АЙ (51 %)
  • «Самрук-Казына» күсемһеҙ милек фонды АЙ (100 %)
  • «Казпочта» АЙ (100 %)
  • «Казахстан Инжиниринг» милли компанияһы (100 %)
  • «Самрук-Ҡазына Инвест» ширҡәте (100 %)
  • «Эйр Астана» АЙ (51 %)
  • «Аҡтүбә халыҡ-ара аэропорты» АЙ (100 %)
  • «Павлодар аэропорты» АЙ (100 %)
  • «Самрук-Ҡазына Контракт» ширҡәте (100 %)
  • «Атырау халыҡ-ара аэропорты» АЙ (100 %)
  • «КОРЭМ» АЙ (100 %)
  • «Air Kazakhstan авиация компанияһы» АЙ (53.55 %)
  • «Qazaq Air» АЙ (100 %)
  • «Самрук-Ҡазына Бизнес Сервис» ширҡәте (100 %)

Рейтингтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Сил ил валюталарындағы бурыстар буйынса кредит рейтингы — BBB/A-3
  • Милли валюталағы бурыстар буйынса кредит рейтингы — BBB+/A-2
  • Милли шкала буйынса рейтингы — KzAAA
  • Оҙайлы рейтингтар буйынса прогноз — «тотороҡло».

Етәкселәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2012 йылдың февраленән "Самрук-Ҡазына"ның йәмәғәтселек менән бәйләнештәр департаменты директоры — Айдар Махметов.
  • 2017 йылдың 23 декабрендә «„Самрук-Ҡазына“ милли муллыҡ фонды» АЙ идараһы рәйесе вазифаһына Есимов Ахметжан Смагул улы тәғәйенләнә.
  • 2017 йылдың 28 декабрендә «„Самрук-Ҡазына“ милли муллыҡ фонды» АЙ идарасы директоры—секретариат етәксеһе итеп Алишер Пирметов тәғәйенләнә.
  • 2018 йылдың 15 ғинуарынан "Самрук-Ҡазына"ның йәмәғәтселек менән бәйләнештәр департаменты директоры итеп Сергей Куянов тәғәйенләнә[3].
  • 2018 йылдың 15 ғинуарында «„Самрук-Ҡазына“ милли муллыҡ фонды» АЙ идара рәйесе урынбаҫары итеп Алик Айдарбаев тәғәйенләнә[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]