Эстәлеккә күсергә

Бөйөк Моголдар империяһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бөйөк Моголдар империяһы
گورکانیان
Флаг
Флаг

Бөйөк Моголдар империяһы картаһы. Империя сиктәре: — Бабур дәүере (1530), — Бөйөк Әкбәр дәүере (1605), — Аурангзеб дәүере (1707)
Бөйөк Моголдар империяһы картаһы. Империя сиктәре: Бабур дәүере (1530), Бөйөк Әкбәр дәүере (1605), Аурангзеб дәүере (1707)

 
 
21 апрель 1526 — 21 сентябрь 1858
Баш ҡала

Дели, Лахор, Агра

Телдәр

фарсы, сығатай, урду

Дин

ислам

Аҡса берәмеге

Рупия

Майҙаны

3 000 000 км²

Халҡы

150 млн кеше (1700)

Идара итеү формаһы

Абсолют монархия

Династия

Бабуриҙар

Батша
 • 1526—1530

Бабур

 • 1530—1539; 1555—1556

Һумаюн

 • 1556—1605

Бөйөк Әкбәр

 • 1605—1627

Йыһангир

 • 1628—1658

Шаһ Йыһан

 • 1659—1707

Аурангзеб

Тарихы
 • 21 апрель 1521

Нигеҙләнеүе

 • 21 сентябрь 1857

Сипайҙар ихтилалы

 Бөйөк Моголдар империяһы Викимилектә
⚙️ Һиндостан тарихы
Боронғо Һиндостан
Урта быуат Һиндостаны
Хәҙерге заман Һиндостаны

Бөйөк Моголдар империяһы — 1526—1540 һәм 1555—1858 йылдарҙа (фактик рәүештә — XVIII быуат уртаһына ҡәҙәр) хәҙерге Һиндостан, Пакистан, Бангладеш һәм көньяҡ-көнсығыш Афғанстан биләмәләрендә булған дәүләт. Яҡынса ике быуат дауамында империяның сиктәре көнбайышта — Һинд йылғаһы бассейны, төньяҡ-көнбайышта — төньяҡ Афғанстан, төньяҡта Кашмирҙан алып көнсығышта Бангладеш һәм көньяҡ Һиндостандағы Декан яҫы таулығына тиклем һуҙылған.

Көнсығыш дәүләттәре бойондороҡһоҙлоғон юғалтҡан йәки европалар өсөн үҙ илдәрен «бикләү» иҫәбенә генә азатлыҡтарын һаҡлаған. Был донъянан айырымланыуға килтергән. XVIII быуатта Көнсығыш илдәре һаман да традицион йәмғиәт сиктәрендә йәшәгән һәм был Европанан артта ҡалыуға сәбәп булған.

Һиндостандағы Бөйөк Моголдар империяһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XVI быуатта Һиндостандағы сәйәси тарҡаулыҡ һәм феодалдарҙың үҙ-ара ыҙғыштары Кабул (Афғанстан) хакимы Бабурға бик ҙур һинд ерҙәрен (көнбайышта Кабулдан алып көнсығышта Бенгалияға тиклем) баҫып алыуҙы еңеләйткән.

Бабур

Бабур тарихҡа уңышлы баҫып алыусы, алыҫтан күрә белеүсе сәйәсмән, оҫта шағир, иҫтәлектәр яҙыусы һәм мажаралар эҙләүсе булараҡ кергән. Был үзбәк феодалының атаһы — Аҡһаҡ Тимер нәҫеленән, ә әсәһе Сыңғыҙхан нәҫеленән булған. Феодалдарҙың үҙ-ара һуғыштарында Афғанстанға ҡасҡан һәм Хабулда ҡулына власть алған. 1519 йылда Бабур Һиндостанға баҫып алыу яуҙары башлаған һәм уны яулауҙы маҡсат итеп ҡуйған.

1526 йылда Бабур 20 меңлек ғәскәре менән һиндостанға баҫып ингән, бер нисә яуҙа еңгән һәм Моголдар империяһына башланғыс һалған, һинд феодалдары өҫтөнән еңеүе менән Бабур үҙенең тәжрибәле, яуҙарҙа сыныҡҡан армияһына, оҫта артиллерияға һәм яңы һуғыш алымдарына (мәҫәлән, йәйәүле ғәскәрҙе һәм артиллерияны ҡайыштар менән бәйләнгән ылауға ышыҡлау) бурыслы булған. Император булғас (Бөйөк Моголдар империяһында императорҙы «падишаһ» тип йөрөткәндәр) Бабур феодаль ыҙғыштарҙы бөтөргән, сауҙаны ҡурсалаған, ләкин ул үҙ империяһына нигеҙ һалыр-һал-маҫтан, 1530 йылда вафат булған.

Бабурға алмашҡа килеүселәр осоронда Моголдар империяһы һәр ваҡыт үҙ биләмәләрен киңәйтеп торған. XVII быуат аҙағына уға ярымутрауҙың иң көньяҡ өлөшөнән тыш бөтә Һиндостан һәм көнсығыш Афғанстан ингән.

Һиндостанға килгән баҫып алыусыларҙың дине ислам булған, ләкин халыҡтың төп, яҡынса дүрттән өс өлөшө, индуизмға ышанған.

Ислам Бөйөк Моголдар империяһының дәүләт диненә, феодал аҡһөйәктәрҙең күбеһенең диненә әүерелгән. Мосолман хакимдары, халыҡтың әҙселеге вәкилдәре булып ҡалһа ла, һиндостанға быуаттар буйы идара итә алған, сөнки улар алып барған сәйәсәт, индус кенәздәре сәйәсәтенән бер нәмәһе менән дә айырылмаған. Улар шулай уҡ закон һәм тәртип һаҡлаған, һалымдар йыйған, закондарҙы тотоу шарты менән «кафырҙарға» үҙ йолалары буйынса йәшәргә мөмкинлек биргән.

Бөйөк Акбар: «Бөтәһе өсөн дә тыныслыҡ»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөйөк Моголдар империяһы Әкбәр (1556—1605) идара иткән йылдарҙа бигерәк тә сәскә атҡан. Ул Моголдар империяһын ысын төҙөүсе, көслө үҙәкләштергән дәүләт булдырырға ынтылыусы талантлы реформатор булараҡ тарихҡа ингән. Ҡайҙа көс, ҡайҙа хәйлә менән эш итеп ул, үҙ дәүләте территорияһын күп тапҡырҙарға ҙурайтҡан.

Акбар үҙәк власты төрлө ҡатламдар яҡлағанда ғына империяның көслө буласағын аңлаған. Һинд теленә яраҡлаштырып «могол» (йәғни монгол) тип әйтеү һиндостанда хәрби-феодал аҡһөйәктәрҙең мосолман өлөшөн, ә унан ситтә Дели тәхетендә нығынған Бабур династияһы нәҫелдәрен атауға әйләнгән. Был хакимдар үҙҙәрен моголдар тип атамаған.

Әкбәр реформалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Акбар идара итеү реформаһын үткәргән. Ул, монархҡа эшһеҙлек килешмәй, тип иҫәпләгән һәм үҙе бөтә эштәрҙең айышына төшөнгән.

Ул бөтә эре ер биләүселәрҙе (мосолман һәм индустарҙы), сауҙагәрҙәрҙе үҙ яғына ауҙарған, һәнәрҙәр һәм сауҙа үҫешен дәртләндергән.

Идара итеүенең тәүге йылдарында уҡ ул крәҫтиәндәр өсөн һалым күләмен билдәләп (уңыштың өстән бер өлөшө) һәм откупщик вазифаһын бөтөрөп, һалым реформаһы үткәргән. Хәҙер крәҫтиәндәр һалымды туранан-тура дәүләткә биргән. Быға өҫтәп, һалым бөтә биләмәнән түгел, ә эшкәртелгән майҙандан ғына йыйылған. Акбар илдең үҙәк өлөшөндә һалымдарҙы аҙыҡ-түлек менән түләүҙән аҡсалата түләүгә күсергән. Ләкин был уларҙың хәлдәрен ауырайтҡан, сөнки аҙыҡ-түлек бик арзан булғанлыҡтан, крәҫтиәндәр ростовщиктарҙан бурысҡа аҡса алып торорға мәжбүр булған.

Акбар һуғарыу системаһын тәртиптә тотоу тураһында ҡайғыртҡан, хәрби әсирҙәрҙе ҡолға әйләндереүҙе тыйған.

Уҡымышлы һәм төрлө диндәрҙең һыйышып йәшәүе яҡлы хаким булараҡ, ул индус һәм мосолмандарҙың бер-береһен аңлауына ынтылған, был башлыса уның алдан күрә белеүсе сәйәсмән булыуы менән аңлатылған. Акбар мосолман булмаған подданныйҙарҙан йыйылған һалымдарҙы бөтөргән, индуизмды өйрәнеүҙе хуплаған, индус ҡорамдары төҙөргә һәм байрамдар үткәрергә рөхсәт иткән.

Уның дини сәйәсәте бөтә диндәрҙе лә тиң итеп таныуҙан ғибәрәт булған. Ә Акбар Филипп 2-нең Испанияла католик динен тотмаусыларҙы ҡыуыуы һәм Франциялағы ҡанлы дини һуғыштар заманында йәшәгән.

Әкбәр

Акбар сәнғәттәрҙе ҡурсалаусы булараҡ та танылған. Уның бойороғо буйынса ғалимдар һәм шағирҙар боронғо индус эпосын фарсы теленә тәржемә иткән. Император оҫтаханаһында рәссамдар монгол миниатюраһының гүзәл өлгөләрен яҙған, илгә католик-миссионерҙар алып ҡайтҡан Европа гравюраларынан күсермәләр яһалған. Был оҫтаханала портреттар һәм төрлө жанрҙағы күренештәр ижад ителгән, китаптар биҙәлгән.

Акбарҙың «бөтәһе өсөн дә тыныслыҡ» принцибы менән үткәргән реформалары Бөйөк Моголдар империяһын нығытҡан. Ул идара иткән йылдарҙа төрлө диндәр сағыштырмаса гармонияла йәшәгән үҙенсәлекле йәмғиәт барлыҡҡа килгән.

Империяның көрсөклөк кисереүе һәм тарҡалыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Акбар вафат булғандан һуң уның эшен дауам итеүселәр көслө үҙәкләштерелгән дәүләт төҙөй алмаған, һинд йәмғиәте бигерәк айырымланған булған: каста ҡоролошо, индус һәм мосолман диндәре, иҡтисади һәм мәҙәни үҫештең төрлө кимәлдәрендә торған күп халыҡтар. Фетнәләргә һәр саҡ әҙер аҡһөйәктәрҙең яңынан-яңы ерҙәргә эйә булыу теләген ҡәнәғәтләндереү маҡсатында алып барылған баҫып алыу һуғыштары ла империяны көсһөҙләндергән. Хеҙмәт итеү осорона ер алғас, уның ваҡытлы хужалары крәҫтиәндәрҙән мөмкин тиклем күберәк һалым түләткән. Был тотош әлкәләрҙең ярлыланы-уына, крәҫтиәндәрҙең хәйерселәнеүенә килтергән. Ҡаҙнаға килгән һалым әҙәйгәндән-әҙәйгән, һәм Моголдар янынан-яңы баҫып алыу һуғыштары башлаған. Ләкин империяның майҙаны ни тиклем ҙурайһа, үҙәк власть шул тиклем көсһөҙләнгән.

XVIII быуат башынан алып падишаһтарҙың власы күҙ буяу өсөн генә ҡалған. Провинциялар бер-бер артлы айырылып сыҡҡан. Императорҙар ғәмәлдәге власты юғалтҡан, ләкин уны кенәздәр ҡулға төшөргән. 1739 йылда фарсы баҫҡынсыһы Надир-шаһтың атлы ғәскәре Делиҙы ҡыйратҡан һәм баш ҡала халҡының төп өлөшөн юҡ иткән. Аҙаҡ һиндостандың төньяғын афғандар баҫып алған.

XVIII быуаттың беренсе яртыһына һиндостан ғәмәлдә тарҡаулыҡ хәленә кире ҡайтҡан, был уның Европа тарафынан коло-ниялаштырылыуын еңеләйткән.

  • К. Рыжов. Все монархи мира. XV—XX век. — М.: Вече, 2004.
  • А. Мюллер. История ислама. — М.: АСТ, 2004.
  • Б. Гаскойн. Великие моголы. — М.: Центрполиграф, 2003.
  • Фурсов К. А. Отношения английской Ост-Индской Компании с Могольским султанатом: проблема периодизации // Вестник Московского университета. Серия 13. Востоковедение.. — М.: Издательство Московского университета, 2004. — № 2.
  • Фурсов К. А. Распад Могольского султаната: интерпретации // «В России надо жить долго…»: памяти К. А. Антоновой (1910—2007) / Сост. и отв. ред. Л. Б. Алаев, Т. Н. Загородникова.. — М.: Восточная литература, 2010.
  • Н. К. Синха, А. Ч. Банерджи. История Индии / Перевод с английского Степанова Л. В., Ястребовой И. П. и Княжинской Л. А. Редакция и предисловие Антоновой К. А.. — М.: Издательство Иностранной литературы, 1954.